Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Әрме – 2008
  • Суғамаҡ башында
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    24 августа Өфөгә йәштәр менән социаль эш алып барыу буйынса Италия белгестәре килә. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2001 йылда уҡ Римдә Рәсәй Федерацияһы һәм Италия хөкүмәттәре араһында йәштәр эштәре буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Сәфәр барышында ҡунаҡтар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары, йәштәр сәйәсәте органдары учреждениелары, социаль яҡлау, мәҙәниәт, спорт объекттары менән танышасаҡ.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көньяҡ журналистары ҡор йыйҙы Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа донъя күргән район һәм ҡала гәзиттәре журналистары Башҡортостан Журналистар союзының ете төбәк-ара ижади ойошмаһына берләшкән. Ошо көндәрҙә Көньяҡ ижади ойошманың һәр йылдағыса сираттағы семинары үтте. Быйыл Ишембай, Мәләүез, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ғафури, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары журналистарын илебеҙҙең «алтын» ҡалаһы – Стәрлетамаҡ ҡабул итте. «Стерлитамакский рабочий» гәзите сараны ҡала хакимиәте ярҙамы менән юғары кимәлдә ойошторҙо.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалала мәғарифҡа иғтибар ҙур Мәғәриф

    Өфө педагогтары август кәңәшмәһенә йыйылды

    Уҡытыусылар конференцияһында БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итте аҡ күңелле Аҡназар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итте аҡ күңелле Аҡназар
    Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы, 24 йыл буйы БАССР Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләгән Зекериә Шәрәфетдин улы АҡназаровТЫҢ тыуыуына – 85 йыл

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙән дә күберәк береһе ле эсмәй» Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Беҙҙән дә күберәк береһе ле эсмәй»
    Эсмәйек!
    «Алкоголизм милли бәләгә әйләнде! – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев күптән түгел Сочиҙа үткән эскелеккә ҡаршы көрәшеү буйынса кәңәшмәлә. – Рәсәйҙә, сабыйҙарҙы ла индереп, һәр кешегә йылына 18 литр араҡы тура килә. Әгәр ҙә уны шешәгә әйләндереп һанаһаң, иҫең китерлек! Беҙҙән дә күберәк береһе лә эсмәй!»

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
    Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл
    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов менән оҙаҡ йылдар аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Мәскәүҙә лә, Дәүләкәнгә ҡайтҡан сағында ла мөмкинлек тыуған һайын әҙиптең янына ба-рырға тырышылды. Сөнки уның менән һөйләшеп ултырыу йәш ижадсы өсөн үҙе үк бер тарихи ваҡиға ине. Моғайын, ҡәләм оҫтаһы һәм философ булараҡ, Әхиәр ағай өсөн дә үҙенән һуңғы быуын вәкилдәре менән аралашыу эҙһеҙ үтмәгәндер. Ул заман һулышын тойоп, тормош эсендә ҡайнап йәшәгән ир-уҙаман ине. Был ялҡын тыштан ялтлап күренмәне, бөйөк ижад әһеленең эске дөрләүен, йәғни рух ялҡынының оло эшмәкәрлеге аша күрәбеҙ. Донъя кимәлендә башҡорт әҙәбиәтенең урынын, бейеклеген һәм дәрәжәһен билдәләүсе китаптары аша.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреүсе уҡыу йорто Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреүсе уҡыу йорто
    Өфө районы Михайловка ауылының 83-сө һөнәрселек училищеһы Рәсәй конкурсында еңеүсе булдыБашҡортостан Республикаһында дүртенсе йыл социаль өлкәлә өҫтөнлөклө милли проекттар тормошҡа ашырыла. Ошо тәңгәлдә инновацион белем биреү программаларын дәүләт яҡлауы һиҙелерлек булыуын телгә алмау мөмкин түгел. Был программаларҙы тормошҡа ашырыу белем биреү учреждениеларының уҡытыу һәм фәнни базаһын модернизациялауға, уҡыу процесын мәғлүмәти, методик яҡтан тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә сығарылыш уҡыусыларының әҙерлек кимәленең, төплө белем сифатының күтәрелеүе күҙәтелде.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Миҙгел алдынан һынау Яңылыҡтар » Спорт

    Дүшәмбелә Башҡортостан Президенты кубогына халыҡ-ара турнир башлана
    Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы яңы миҙгеле башланыр алдынан (ә ул 10 сентябрҙә старт ала), көйәрмәндәрҙе ҡыуандырып, «Өфө – Арена» боҙ майҙансығына хоккей байрамы килде. Дөрөҫөрәге, киләсәк, сөнки йыл да уҙған Башҡортостан Президенты кубогына турнир 24 августа башлана. Унда, хужаларҙан тыш, «Лада» (Тольятти), «Нефтехимик» (Түбәнге Кама) һәм Словакияның НК-36 командалары сәкәндәрен һынаясаҡ. Тәүге көндө «Салауат Юлаев» хоккейсылары Европанан килгән клубҡа ҡаршы һынау тотһа, шишәмбелә «Лада», һуңғы уйында «Нефтехимик» менән сәкәләшәсәк. Уйындар өфөләр ҡатнашлығында киске сәғәт етелә башлана.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru