Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ярыш, ярыш... Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ярыш, ярыш...
    Ярыш, ярыш...
    Өфөлә «Милләттәр кросы» республика ярыштары үтте

    Шәмбелә көн артыҡ йылы булманы. Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһынан һалҡын һауа ла бәреп торғас, йоҡараҡ кейенгәндәрҙе һыуыҡ семетеп-семетеп ала. Әммә шунда уҡ футболка-шортиктарҙа ғына йөрөүсе бер төркөм кешегә, әйтерһең дә, тышта – йәйге эҫе көн. Көндөң һалҡынлығын да һиҙмәй, эйелеп-бөгөлөп зарядка яһай, мускулдарын яҙа улар.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостан журналистары – Сочиҙа

    Был көндәрҙә Сочиҙа, «Дагомыс» сәләмәтләндереү комплексында, «Бөтә Рәсәй – 2009» ХIV халыҡ-ара журналистар фестивале үтә. Унда Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ҙур делегацияһы ҡатнаша.
    25 сентябрҙә фестиваль рәсми асылды, унда Сочи мэры Анатолий Пахомов, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов, Халыҡ-ара журналистар федерацияһы рәйесе Джим Бумела, шулай уҡ Европа, АҠШ һәм Канада журналистар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
    Кисә Рәсәй журналистары конгресы үтте, унда «Матбуғатҡа нимә булды? Матбуғатты нимә көтә?» темаһы тикшерелде. Бөгөн эшлекле осрашыуҙар, район һәм ҡала гәзиттәре мөхәррирҙәре кәңәшмәһе, ә көндөң икенсе яртыһында фестивалде тантаналы ябыу планлаштырылған.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа Яңылыҡтар

    Премьер-министр Раил Сарбаев етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында энергетика хужалыҡтарының, торлаҡ-коммуналь һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙерлеге мәсьәләһе ҡаралды. Көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе – күп фатирлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт һәм 2009 – 2010 йылдарға граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһының үтәлеше.
    Быйыл ҡыш алды сараларын башҡарыуға былтырғы менән сағыштырғанда 200 миллион һумға күберәк аҡса бүленгән.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре кемгә ҡамасаулай? Яңылыҡтар

    Был хаҡта үткән аҙнала ойошторолған матбуғат конференцияһында һүҙ барҙы

    Һуңғы осорҙа Башҡортостан йәштәре әүҙем ҡатнашҡан бер сара ла хоҡуҡ һаҡсыларының, именлек органдары хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫылыуынан тыш үтмәй. Йәштәрҙең мәҙәни сараларына саҡырылмаған «ҡунаҡтар»ға нимә кәрәк, нимә етмәй уларға? Апрелдә баш ҡалабыҙҙа милли-төбәк компонентын яҡлап митинг ойошторолдо... Июлдә хозур тәбиғәтле Бөрйән районында йәштәребеҙҙең йыйыны үткәрелде...

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рух һәм патриотизм байрамы Яңылыҡтар

    Аксаков тағы ла үҙенә йыйҙы

    Республикабыҙҙа яҙыусының тыуыуына 218 йыл тулыуы һәм халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында юғары синыф уҡыусыларының һәм студенттарҙың Аксаков балы үтте. Сарала БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар, Болгария, Германия һәм Белоруссия делегациялары ағзалары ҡатнашты. Тантананы асып, Мортаза Рәхимов балда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    «Газпром» Европанан үҙенекен аласаҡ

    Европала Рәсәй газын күпләп ҡулланыусы Германия, Италия һәм Төркиә 2009 йылда контракт буйынса ҡаралған минималь күләмдәрҙе һаҡламай.
    Һөҙөмтәлә take or pay принцибы буйынса EN итальян, T.ON немец, Botas төрөк һәм башҡа компаниялар «Газпром»ға 2,8 млрд долларға тиклем неустойка түләргә тейеш була. Төркиә был норманы кәметеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Италия менән Германия ла, Украинаның штрафтан азат ителеүенә һылтанып, түләргә теләмәй. Төркиә газ менән тәьмин итеү шарттарын йомшартыу тураһында Рәсәй менән һөйләшеүҙәр алып барырға планлаштыра.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    2 октябрҙә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Йәштәр – республикабыҙ киләсәге» тип аталған кисә ойоштора. Сара Республика көнөнә һәм Йәштәрҙең баш-ланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнала. Кисәгә барыһы ла саҡырыла.

    1 октябрҙә Тулала, Фән һәм техника йортонда, Рәсәй йәш белгестәренең бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу съезы үтәсәк. Унда Федерация Советы рәйесе, «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһы лидеры Сергей Миронов, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең 80 төбәгенән йәштәр йәмәғәт ойошмалары активис-тары ҡатнаша. Башҡортостандан был форумға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының йәмәғәт берекмәләре һәм милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Искәндәр Юлдашев барасаҡ.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠАЙҘА «ТӘГӘРӘЙҺЕҢ», МӘҒАРИФ? Мәғәриф

    Оҙаҡламай юғары уҡыу йорттары Болон системаһына күсәсәк һәм вуздарҙа уҡыу түләүле буласаҡ. Был реформалар кем файҙаһына, ни өсөн һәм ни рәүешле башҡарыла?

    Бөгөнгө Рәсәй мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр кисереү юлында. Берҙәм дәүләт имтихандары, юғары белем биреүҙе Болон системаһына күсереү, мәктәптәргә дин дәрестәрен индереү, үкенескә күрә, шулар иҫәбендә милли төбәктәрҙә туған телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә сик ҡуйырға маташыу – барыһы ла ҙур бәхәс, дискуссия, ҡаршылыҡтар менән тормошҡа ашырыла. Дөрөҫөрәге, абына-һөрлөгә ашырып маташыла. Аңы менән совет осоронан әле һаман яңы ҡоролошҡа күсә алмай ҡаңғырған халыҡ был үҙгәрештәргә, үкенескә күрә, тиҙ арала яуап бирә алырлыҡ хәлдә түгел. «Өҫтән» эшләнә икән, тимәк, барыһы ла яҡшыға, системаға ҡаршы тороп булмай, тигән фекер аңыбыҙға төплө һеңгән.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 32  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru