Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Шәжәрәңде бел!
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Белем көнө менән! Мәғәриф

    1 сентябрҙә Белем көнөн байрам итеү йолаһы бик күп быуындарҙы берләштерә, сөнки һәр эштең нигеҙендә иң беренсе сиратта белем ята. Төплө белем алған, дөрөҫ һөнәр һайлаған кеше генә тормошта ысын уңышҡа ирешә ала. Сифатлы белемдән, хеҙмәт баҙарында кәрәкле, дәғүәселеккә һәләтле белгестәрҙән тыш йәмғиәттең киләсәген, уның иҡтисади һәм интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы уҡыу йылын – яңы белем усағында Мәғәриф

    Яңы уҡыу йылын – яңы белем усағында
    Йәш рәссамдар һәм музыканттар заманса мәктәптәрҙә белем аласаҡ
    Бөгөн – 1 сентябрь. Оҙайлы йәйге каникулдарҙан һуң дуҫтары, уҡытыусылары менән осрашҡан уҡыусыларҙың ҡыуаныслы ауаздарынан белем усаҡтары шау-гөр килә. Бөтә нәмә яңы, ят кеүек, синыфташтар ҙа үҫеп, үҙгәреп бөткән, мәктәпте лә танырлыҡ түгел... Йыл һайын республикабыҙҙың меңләгән уҡыусыһы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылай. Быйылғы ғына ла 34 белем биреү учреждениеһы сафҡа индереләсәк, шул иҫәптән 17 яңы мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, Балалар техник ижад йорто, балалар йорто бинаһы, 5 мәктәпкә төкәтмә төҙөлгән, 9 белем усағына реконструкция үткәрелгән.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАЙ-Й-Й БАЛЫ!.. Яңылыҡтар

    ҺАЙ-Й-Й БАЛЫ!..
    Үткән ял көндәрендә республика балсылары ҡала халҡын алтынсы тапҡыр бал йәрминкәһенә йыйҙы
    Бал йәрминкәһе, ысынлап та, бик матур сара: тирә-яҡта – йыр-моң, профессионалдар менән бер рәттән республиканың төрлө райондарынан йыйылған үҙешмәкәр артистар сығыш яһай. Урман батшаһы булған айыуҙың ниндәйе генә юҡ бында – ағас һынлыһы ла, махсус костюм кейгәне лә, хатта ысын айыуҙың тиреһен ябынғаны ла! Бал ҡорттары ла күңелде күтәреп «оса». Ә инде ба-а-ал!.. Ҡала халҡы рәхәтләнеп был татлы ризыҡтың бөтә төрөн – йүкә, ҡарабойҙай, сәскә, кәрәҙле, солоҡ балын һатып ҡына түгел, тәмләп тә ҡарай, самауыр янына йыйылып сәй ҙә эсә. Йәрминкәлә бал ғына түгел, уның продукциялары ла – прополис, инә бал ҡортоноң һөтө, һитә, һеркә, бал балы ла һатылды.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Президент сәфәре
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шәмбелә Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре менән барҙы. Уның төп иғтибар объекты – Стәрлетамаҡ районының агросәнәғәт секторы ине.
    «Рощинский» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында был көндө ит комбинаты асылды. Төҙөлөшкә 150 млн һум сығым һалынған булһа, шуның 102 миллионы республика бюджетынан бүленгән. Проект буйынса, комбинат тәүлегенә 10 тоннаға яҡын ит һәм 15 тонна колбаса етештерәсәк. Продукцияның ассортименты бик киң – яҡынса 40 төргә тиклем. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: совхоз тик үҙ сеймалын ғына ҡуллана.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    ТАШ КҮМЕРГӘ ЛӘ СИРАТ ЕТТЕ

    Украина Хөкүмәте Премьер-министры Юлия Тимошенко илендә таш күмер сәнәғәтен әүҙем үҫтереү буйынса эш башланғанын хәбәр итә.
    Был эш Рәсәйҙән газ һатып алыуҙы кәметеү маҡсатында башҡарыла. Күрше ил киләһе йылда уҡ беҙҙән газды планлаштырылғандан ике тапҡырға аҙыраҡ ала башлаясаҡ тип көтөлә.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    3 һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы Өфө трансформатор заводын файҙаланыуға индереүгә рөхсәт бирҙе. Яңы предприятие – Рәсәйҙә аналогы булмаған, ике меңдән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк ҡеүәтле электротехник машиналар эшләү комплексы, ул донъяның алдынғы фирмаларының заманса производство ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында күптән түгел генә донъя етештереүселәре тарафынан ҡулланыла башлаған һәм әлегә тиклем Рәсәйҙә файҙаланылмаған прогрессив һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ технологиялар производствоға индерелә.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең шахтерҙар Башҡортостан

    Ирем эшкә йыйына: тиҙ генә ҡырына, кейенә, бер аҙ ҡапҡылап алырға аҙыҡ ала һәм ишек янынан күңелле тауыш менән: “Кәләш, ирең эшкә китте!” – тип өндәшә. Беҙ балалар менән ғаилә башлығыбыҙҙы үбеп, ҡосаҡлап, хушлашып ҡалабыҙ. Һуңынан тәҙрәнән уның машинала ҡуҙғалып киткәнен ҡарап торабыҙ, бер-беребеҙгә ҡул болғайбыҙ, имен-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Тормош иптәшем Айрат Шәрипов – шахтер. Донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәр­ҙең береһен үҙ иткән. Шуғалыр ҙа һәр сменанан уның ҡайтып инеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, саҡ ҡына һуңлаһа ла үҙебеҙгә урын тапмайбыҙ. Күҙгә килеп күренһә инде – донъябыҙ түңәрәк.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәтер юйылһа, хәтәр тыуа Башҡортостан » Хәтер

    1939 йылдың 1 сентябрендә Икенсе донъя һуғышы ҡупты
    Бөгөн, илебеҙ мәктәптәренең һәр береһендә Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтә. Был ғәҙел һәм иманлы сара. Ихаталарҙы, синыф бүлмәләрен күтәреп алырҙай булып геүләшеп йөрөгән балаларыбыҙ мөғәллимдәрҙең, ил ағалары һәм ағинәләребеҙҙең һәр һүҙен тын да алмай тыңлай. Ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ололар телендә – Ватан, намыҫ, батырлыҡ, тоғролоҡ кеүек изге төшөнсәләр. Изгелек әлегә өҫтөн сыға торғанда иһә илебеҙ ҙә йәшәр.

    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru