Аҙ һөйлә, күп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Дини белем кәрәк
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • БӨТӘҺЕ ЛӘ ЙӘШ БЫУЫН ӨСӨН Мәғәриф

    БӨТӘҺЕ ЛӘ ЙӘШ БЫУЫН ӨСӨН
    Баш ҡаланың 110-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Белем көнө менән бер рәттән, яңы бинаһын да туйланы. Тап ошо көндә мәктәп капиталь ремонттан һуң йәнә балаларҙың шатлыҡлы ауаздарына күмелде. Яңыртылған белем усағын асыу тантанаһына Башҡортостан Республи-каһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡа рәсми кешеләр килде.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БЫЛ ЛИЦЕЙҘА УҠЫРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР БИК КҮП Мәғәриф

    БЫЛ ЛИЦЕЙҘА УҠЫРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР БИК КҮП
    Өфө ҡалаһының Орджони-кидзе районында урынлашҡан 62-се лицей Белем көнөндә ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Матур-сағыу гөлләмәләр тотҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар, уларҙың шат һәм хәстәрлекле ата-әсәләре, уҡытыусылар – барыһының да йөҙөндә байрам кәйефе сағыла. Тантанаға йыйылыусыларҙы белем усағының директоры Наталья Филичкина тәбрикләне. Уның һүҙҙәре буйынса, лицей – бөгөн төплө белем биреүсе һәм ҡаҙаныштары менән ғорурла-нырға хаҡлы уҡыу йорто. Уның күрһәтерлек өлгөлө уңыштары ла бихисап. Уҡыу йомғаҡтарын алғанда, берҙәм дәүләт имтиханында сығарылыш уҡыусылары бик яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Математика буйынса минималь балл – 58, рус теле буйынса 61 балл булған. 49 сығарылыш уҡыу-сыһының 48-е юғары уҡыу йортона ингән.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    «Башнефть» «Лукойл» менән хеҙмәттәшлек итәсәк

    «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акцио-нерҙар йәмғиәте менән «Лукойл» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында базис килешеүе төҙөнө.
    «Лукойл» яғынан документҡа – компания президенты Вагит Алекперов, «Башнефть» яғынан «Система-Инвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Хорошавцев ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Наркоманияға – юҡ! ---

    «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында наркоманияны иҫкәртеү сараларына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Журналистарҙың һорауҙарына 1-се республика наркология диспансерының баш табибы Илдар Байков, наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының профилактикалау өлкәһендә ведомство-ара йоғонто яһау бүлеге начальнигы Галина Кәримова, «Алкоголизмға һәм наркоманияға – юҡ!» Бөтә Рәсәй мәрхәмәтлек фондының Өфө бүлексәһе рәйесе Кирилл Бяков яуап бирҙе.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Президент сәфәре

    Республикабыҙ Президенты кисә Краснокама районында, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында эш сәфәрендә булды.
    Краснокама районында ул «Надежда» СПК-һы баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре барышы менән танышып, хужалыҡ етәкселәренә, ҡырсылыҡ эшен белеп башҡарыу, атап әйткәндә, сәсеүлектәргә минераль ашламаларҙы етерлек күләмдә индереү – хатта насар климат шарттарында ла мул уңыш нигеҙе, тип билдәләне.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    АФИНАЛА ТАҒЫ ШАРТЛАУ

    Грецияның Афина ҡалаһындағы фонд биржаһының бинаһы эргәһендә «һул» радикаль экстремистар автомобилде шартлатҡан.
    Шартлау һөҙөмтәһендә бинаға зыян килгән, бер кеше йәрәхәтләнгән, тиҫтәгә яҡын автомобиль янып, көлгә әйләнгән. Урындағы полицияның мәғлүмәттәре буйынса, Афиналағы фонд биржаһындағы шартлау менән Салоникиҙа билдәһеҙҙәр Хөкүмәт йорттарының береһендә ҡулдан яһалған бомбаны шартлата. Шаһиттарҙың билдәләүенсә, шартлау көслө була, хатта яҡындағы биналарҙың тәҙрәләре ҡойолоп төшә. Был теракттарҙы экстремистар ойоштороуы мөмкин, ти белгестәр. Быға тиклем анархистар бер нисә енәйәтте үҙ өҫтөнә алғайны.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    3 һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡорт дәүләт медицина университетының клиникаларына Дрезден техник университетының медицина факультетынан өс студент практика үтергә килде. Немец студенттары Республика балалар клиник дауаханаһы менән 22-се дауахана бүлексәләрендә эшләйәсәк. Буласаҡ медиктар һөнәр нескәлектәренә Республика балалар клиника дауаханаһынан фән кандидаттары Рәсүл Хәсәнов менән Резида Ғәлимова һәм 22-се дауахананан Тимур Минасов етәкселегендә өйрәнәсәк.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре ойошмалары тарихын ҡасан өйрәнә башларбыҙ? Яңылыҡтар

    Йәштәрҙең ижтимағи-сәйәси хәрәкәткә ылығыуы кешелек донъяһының әүҙем үҫеүе, модернизацияланыуы, азатлыҡҡа һәм хөрриәткә ынтылыуы менән бәйле.
    Йәмғиәт феодаль һәм дини ҡоллоҡтан яйлап сыға барған ыңғайы йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә атай-олатай һәм реакцион руханиҙар хакимлығынан эҙмә-эҙлекле ҡотола бара. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, иҡтисадтың үҫеүе, заманса техника йәштәрҙең күпләп уҡыу йорттарына инеүенә, завод-фабрикаларға эшкә урынлашыуына килтерҙе.

    авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru