Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Айсберг
» Атың булһа, ил таный
» Иң шәптәренә – грант
» Дайджест
» Йәшенле йәшлек
» Ташҡын әллә ни көслө булмаясаҡ



«Европаны хайран иттек» Мәҙәниәт
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Италия, Францияла уңышлы сығыш яһаны
Республика һәм баш ҡала кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙы, байрамдарҙы «Мираҫ» муниципаль учреждениеһының фольклор бейеү ансамбле ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һәм илһамланып ижад иткән был ансамблдең уңыштары менән сәнғәт һөйөүселәр гел ҡыҙыҡһынып тора.
Төрлө милләт – башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари һәм башҡа халыҡтарҙың тарихын, йолаларын өйрәнеп, дәртле бейеүҙәр һалып, моңло йырҙары аша тамашасы күңелен яуларға өлгәшкән ансамбль уңышлы эшләүен дауам итә. Халҡыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәрен тамашасыларға еткереү өсөн уның етәкселеге лә күп көс һала, билдәле ар-тистарҙың бер коллективта эшләүе лә оло мәртәбә өҫтәй.
«Мираҫ» – бейеү ансамбле генә түгел, ә вокал һәм хорҙы, халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын бергә туплаған ижади коллектив. Уларҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сю-жетҡа, темаға ҡоролған, әҫәрҙәр бер-береһенә үрелеп, байытылып, матур театрлаштырылған тамашаны тыуҙыра.
Ансамбль май айында Һамар ҡалаһында уҙғарылған халыҡ ижады фестивалендә ҡат-нашҡайны. «Мираҫ»ты ошо сараның ҡунағы итеп Волга дәүләт хоры саҡырҙы. Улар һамарҙарға бай концерт программаһы бүләк итте. Әйткәндәй, «Мираҫ» Башҡор-тостан, Рәсәй тамашасыһын ғына һоҡландырмай, ә Европа тамашасыларының да һөйөүен яулаған. Йәйге ял осоронда коллектив Италия, Францияла уҙғарылған Бөтә донъя халыҡ ижады фестивалендә лә ҡатнашты. Ошо сара һәм Европаға сәфәр тәьҫораттары менән ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфирә Иҡсанова уртаҡлашты.
– Нәфирә Нәзметдин ҡыҙы, сит илдән, фестивалдән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?
– Кәйефтәребеҙ шәп, күңелдәребеҙ тик йылы хистәргә сорналған. Халыҡ ижады фестивале бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Бында донъяның ун биш иленән төрлө ижад коллективтары йы-йылғайны. Сара бер ай дауам итте. Италия, Франция ҡалаларында, саф һауала ла өс меңлек тамашасыны һыйҙырған иҫ киткес сәхнәләрҙә сығыш яһаныҡ. Фестиваль ҡунаҡтары ҡала байрамдарында ла ҡатнашты. Беҙ ҙә Италияның Кори ҡалаһында уҙған аш-һыу байрамында әүҙем ҡатнаштыҡ, итальяндарҙы йыр-моң, бейеү менән сәләмләнек.
– Сит ил тамашасыһы һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Ниндәй сығыштарҙы айырыуса йылы ҡабул иттеләр?
– Сит ил тамашасыһы мәҙәнилеге, ябайлығы менән оҡшаны. Һәр ҡалала беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар, сығыштарҙы дәррәү алҡыштар менән, аяғүрә баҫып оҙаттылар. «Өфө! Өфө!» – тип сәләмләп, шатлыҡ хистәрен белдерҙеләр. Баш-ҡорт сәнғәтенә сит ил тамашасыһының битараф булмауы беҙҙә ғорурлыҡ хисе уятты. Бигерәк тә фонограммаһыҙ, «тере тауыш» менән башҡарылған башҡорт халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп тыңланылар, хатта күҙ йәштәрен тыя алмаусылар булды. Концерт тамамланғас та беҙҙең янға килеп, рәхмәт белдерҙеләр, милли кейем-дәрҙе, ҡурайҙы тотоп-тотоп ҡаранылар. Чили егете Игнасионың ҡурайҙа өйрәнергә теләге бик көслө ине һәм ул ҡурайсыбыҙ Илшат Солтангә-рәев ярҙамы менән бер-ике көй ҙә өйрәнеп алды. Беҙ уға иҫтәлеккә милли уйын ҡоралыбыҙҙы бүләк иттек. Киң мәғлүмәт саралары фестиваль барышын әүҙем яҡтыртты, һәр концерттан һуң әңгәмәләр ойошторҙо. Радиоға башҡорт йырҙарын яҙҙырып та алдылар. Беҙҙең «Мираҫ» ансамбле менән сит ил продюсерҙары ла ҡыҙыҡһынды, репертуарыбыҙҙың бай, үҙенсәлекле булыуын билдәләне.
Ҡайҙа ғына барһаҡ та, Өфөнән икәнебеҙҙе белеү менән Рудольф Нуриев исемен телгә алалар, уның тураһында һораша башлайҙар.
– Италия, Францияның ҡайһы ҡалаларында булдығыҙ?
– Бик күп ерҙә булдыҡ, хатта уларҙың исем-атамаларын хәтерҙә ҡалдырыу ҙа ауыр ине. Һәр береһе ҡабатланмаҫ матурлығы, иҫтәлекле урындары менән күңелде арбаны. Фестиваль үҙе 17 июлдә Италияның Ауозони ҡалаһынан старт алып, 17 августа Францияның Конфолане ҡалаһында тантаналы рәүештә ябылды. Лемож ҡалаһында ике бүлектән торған концертыбыҙҙы күрһәттек. Француздар бик ҡәнәғәт ҡалды. Король һарайҙарындағы осрашыуҙар, Рим ҡалаһына, Ватиканға, Колизеоға сәйәхәт, кино сәнғәтенә арналған донъялағы иң ҙур «Футураскоп» исемле паркта булыу, Атлантик океанды күреү күңелдәребеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ кисерештәр өҫтәне. Һәр ерҙә беҙҙе йылы мөнәсәбәт, яҡты ҡараш оҙатып йөрөнө.
– Ниндәй ижади коллективтар менән таныштығыҙ?
– Чили, Америка, Малайзия, Перу, Белоруссиянан килгән коллективтар менән бер ҡунаҡханала йәшәнек, аралаштыҡ, дуҫлаштыҡ, уларҙың мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһындыҡ. Әлбиттә, һәр илдең сәнғәте үҙенсәлекле, шуны үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү рухи багажыбыҙҙы тулыландырҙы.
– Бөтә донъя халыҡ ижады фестиваленең әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
– Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул дуҫлыҡ, теләктәшлек байрамына ғына түгел, ә сәнғәт форумына әйләнде. Сит ил халҡын республикабыҙ мәҙәниәте менән таныштырыу оло баһаға лайыҡ. Европа тамашасыһын хайран итерлек сәнғәтебеҙ булыуына инанып, ғорурланып ҡайттыҡ.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә Европа илдәренә сәйәхәткә юлла-нырға мөмкинлек биреүҙәре, матди һәм рухи ярҙам күрһәткәндәре өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенә, уның мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығына, ансамблебеҙ етәксеһе Валерий Степановҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерге килә. Республикабыҙҙа кинәнеп ижад итер өсөн бөтә шарттар булдырылған, киләсәктә лә «Мираҫ» һынатмаҫ, яңы үрҙәр яулар, тип ышанабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Яңы ижад миҙгелендә ҙур уңыштар юлдаш булһын.

Зөлфиә БАГАЕВА әңгәмәләште.
 (голосов: 0)
авторы: Альбина | 3 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Моңландырҙың,
  • Сығыш яһай «Мираҫ»тар – күреп ҡалығы ...
  • Әҙәби марафон дауам итә
  • Рәхим итегеҙ Өфөгә,
  • Йөрәктәр артабан да бергә типһен
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru