Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Май
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк ---

    1 сентябрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә 2010 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалы директоры Альберт Дүсәлимовтың әйтеүенсә, матбуғат баҫмаларын таратыу хаҡы күтәрелмәйәсәк, былтырғыса ҡаласаҡ.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Пчелка Майя» Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Пчелка Майя»
    Йәмғиәттәге бөтә кешеләрҙе лә тигеҙләгән – ярлыға, байға бүлмәгән, тигеҙ белем алыу, ял итеү, дауаланыу хоҡуғы биргән, эш һәм бер тиң эш хаҡы менән дә, торлаҡ менән дә тәьмин иткән, ғөмүмән, кеше күңеленең бөтөнлөгөн, кешелек дәрәжәһен берҙәй күтәргән совет системаһын өлкән быуын вәкилдәре һәм тиҫтер­ҙәрем һағынып иҫкә алыуын-алабыҙ ҙа ул, тик матур, сағыу, уҡыу, үҫеү өсөн ғәйәт сикһеҙ мөмкинлектәр биргән, етеш, мул йәшәү өсөн күп йәһәттән «ҡулдарҙы сискән» бөгөнгө тормошҡа ҡарайбыҙ ҙа, үкенес ҡатыш ҡыҙығыу менән: «Их, минең йәшлегемә тура килгән булһасы был заман», – тип ҡуябыҙ. Эйе шул, элекке йәшлегем, бөгөнгө аҡылым булһа ине, тигәндәй, нисек йәшәргә белер инек!

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыл хужалығы йәрминкәһенә рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәһе асыла. Йыл әйләнәһенә эшләйәсәк йәрминкә Урал М – 5 юлының Жилин һәм Зинин ауылдары араһында көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем һеҙҙе көтә.
    Унда йыһазландырылған майҙанда автомашиналарҙан ауыл хужалығы, републиканың эшкәртеү сәнәғәте продукциялары һатыуға сығарыла, шулай уҡ йәшелсә-емеш, үҫенте, орлоҡ, баҡса ҡорамалдары, ауыл хужалығы, төҙөлөш материалдары, буралар һатыу ойошторола.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәргә – эш! Яңылыҡтар » Иғтибар

    18 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Менделеев урамында урынлашҡан Балалар ижады үҙәгендә «Йәштәргә – эш!» акцияһы үтә. Уның ойоштороусылары – Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты. Эш эҙләүсе граждандар бында төрлө йүнәлештәр буйынса эш урындары вакансиялары менән таныша аласаҡ.
    С. НИЯЗОВА.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ ---

    Әле шул тиклем бай мәл – баҙар-кибеттәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тулған, рәхәтләнеп витаминлы, тәмле аҙыҡ ашарға, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Эксперттарҙың билдәләүенсә, йәй көндәрендә бөтә аҙыҡ-түлеккә лә тиерлек хаҡтар төшә, ассортимент киңәйә. Һәр хәлдә һөткә, һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың төшөүе күҙгә ташлана. Йәй аҙағына яҡынлашты, төп аҙыҡ-түлек хаҡтарының нисек үҙгәрере ябай һатып алыусы өсөн билдәһеҙ.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Мәскәүҙән рәхмәт хаты

    БР Президенты М. Рәхимов исеменә «Автономия» төбәк татар милли ойошмаһы рәйесе Р. Аҡсуриндан һәм «Һабантуй – 2009» байрамының ойоштороу комитеты рәйесе А. Хөсәйеновтан хат килде. Унда 4 июлдә Мәскәүҙәге «Битца»ла традицион һабантуйҙы үткәреүгә ҙур өлөш индергән һәм әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерелә.
    «Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя чемпионаты юғары кимәлдә үтәсәк Яңылыҡтар

    12–14 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙың «Динамо» стадионында үтәсәк халыҡ-ара спорт турнирында донъя, Европа чемпионаттары еңеүселәре, иң яҡшы янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ҡатнашасаҡ. Быға тиклем ошондай сара Мәскәүҙә, Минскиҙа, Тәһранда, Софияла уҙғарылған. Быйылғы ярышҡа беҙҙең ил ике команда сығара. Рәсәй йыйылма командаһынан тыш, майҙан хужалары булараҡ, республикабыҙ спортсыларына ла сығыш яһау хоҡуғы бирелгән.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Рәсәй газы транзиты өсөн ставканы күтәрҙеләр

    Украина Премьер-министры Юлия Тимошенко Рәсәй газы транзиты өсөн ставканы күтәргән.
    «18 йыл эсендә беренсе тапҡыр хаҡтар шундай кимәлгә етте», – тип билдәләй күрше ил Хөкүмәте башлығы. Уның әйтеүенсә, нефткә хаҡтарға бәйле, ставка 65 – 70 процентҡа артасаҡ. Рәсәй һәм Украина Премьерҙарының күптән түгелге осрашыуынан һуң, Украина күпме Рәсәй газын ҡуллана, шул тиклем түләйәсәк, тип хәл ителә. Тимошенко, Раштыуаға Рәсәй газы менән элекке кеүек хәл ҡабатланмаясаҡ, тип ышандыра.

    авторы: Альбина | 5 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru