Йоҡо ялҡауҙы ярата.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Суғамаҡ башында
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәскәләр утрауында Яңылыҡтар

    Сәскәләр утрауында
    Илүсә Әсҡәт ҡыҙы георгиндарҙың ғына йөҙгә яҡын төрөн үҫтерә
    Асҡын районы үҙәгенең Тыныслыҡ урамындағы 33-сө йорт ихатаһына үтеү менән күҙ яуын алырлыҡ сәскә диңгеҙе ҡаршы ала – үҙеңде матурлыҡ ҡосағына килеп ингәндәй хис итәһең. Ниндәй генә сәскә, еләк-емеш ҡыуаҡтары үҫмәй бында! Ә әйләнә-тирәләге бөхтәлеккә, тәртипкә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел: сәскәләрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ултыр-тылған түтәлдәр, уталған, кәрәк ерендә йомшартылған, йәшелсәләргә бай баҡса, төҙөк, матур итеп буялған йорт-ҡура.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшегеҙ уң, килемегеҙ мул булһын, ауыл эшсәндәре! Яңылыҡтар

    Эшегеҙ уң, килемегеҙ мул булһын, ауыл эшсәндәре!
    Өфө ҡалаһының Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәһе асылды
    Башҡортостаныбыҙҙа көн дә тиерлек асылған өр-яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль-мәҙәни үҙәктәр һәм башҡалар тураһында яҙып ҡына өлгөр! Баш ҡалабыҙҙа һәм уның тирәләй, республикабыҙҙың башҡа мөйөштәрендә көн һайын булмаһа ла, көн аша сафҡа индерелә барған объекттар уның нәҡ уртаһында ҡайнағандарҙың ғына түгел, ә ситтән генә күҙәтеүселәрҙең дә күңелен күтәреп, үҙебеҙ йәшәгән төбәк өсөн ҡыуанып, етәкселәребеҙҙең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуына тағы ла бер тапҡыр инанаһың.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Мәскәү ҡунағы юғары баһаланы

    Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Беляев 6 сентябрҙә Өфөгә килде.
    Ул Мәләүез районында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының беренсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашты. Мәскәү делегацияһы, ҡош-ҡорт аҫрау һәм ит эшкәртеү биналарында булып, комплекстың эше менән танышты, уның етәкселеге менән күркә ите етештереүҙә файҙаланылған технологияларҙы тикшерҙе.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Көрсөк ҡасан бөтөр?

    РФ финанс министры Рәсәй иҡтисады торошо тураһында бәйән иткән.
    Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың аҙағына Рәсәй көрсөккә тиклемге кимәлгә етәсәк, ә быйылғы йылдың өсөнсө кварталы ил иҡтисады өсөн рецессиянан сығыу осоро буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта министр, иҡтисад тотороҡло үҫеш юлына сыҡты, киҫкен түбән төшөүҙәр булмаясаҡ, тип күҙалларға иртәрәк әле, тип билдәләй.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығын Почет грамотаһы менән наградланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был наградаға төбәк ведомствоһы «Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең финанс-иҡтисади хәле тураһында отчет төҙөү буйынса юғары һөҙөмтәле эше, бухгалтер һөнәренең абруйын һәм статусын күтәреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» лайыҡ булды. Марий Эл Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы менән Алтай крайының Баш ауыл хужалығы идаралығы икенсе урында билдәләнһә, өсөнсөлә – Ырымбур өлкәһенең Ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте министрлығы һәм Пенза өлкәһенең Ауыл хужалығы министрлығы.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аһ, был юртаҡтар! Яңылыҡтар » Спорт

    Аһ, был юртаҡтар!
    Уҙған ял көндәрендә Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында Бөтә Рәсәй Орлов юртаҡтары фестивале, Урта һәм Ҡара диңгеҙ буйы илдәренең атта иң яҡшы йөрөүселәре чемпионаты үтте
    Бәйге тамашасылары өсөн мауыҡ-тырғыс уҙыштар әҙерләнгәйне. Килгән ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың Президенты Мортаза Рәхимов та тәбрикләне.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек ---

    Бының өсөн саҡ ҡына иғтибар һәм теләк кәрәк
    1993 йылда Ҡөрьәндең тәүге тәржемәһе донъя күрҙе. Баҫманың фәнни һәм дөйөм мөхәррире Фәнил Нафиҡ улы Байышев Балаҡатай районының ҙур булмаған Монас ауылында тыуып үҫә. Ул үҙ ваҡытында республикала берҙән-бер көнсығыш телдәре белгесе була. 1983 – 1987 йылдарҙа Йәмән Республикаһында Премьер-министр консультанттары һәм кәңәшселәре төркөмөндә тәржемәсе булып та эшләп өлгөрә. Ғәрәп телен бик яҡшы белгән тарих фәндәре кандидаты Фәнил Нафиҡ улы изге китабыбыҙ Ҡөрьәнде тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итте. Бының өсөн уға, үлгәндән һуң, 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ла бирелде.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәжәрә байрамы туғандар һанын арттырҙы Яңылыҡтар

    Белорет районының Бирҙеғол ауылы боронғо башҡорт ауылдарынан һанала

    Бында ата-бабаларыбыҙ кә-септәре һис онотолмай һаҡлана. Септә һуғыу, һалабаш һалыу, үҙ ысулдары менән кирбес эшләү, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ – халыҡ һәммәһе менән яҡшы таныш. Күптән түгел ауылыбыҙҙа гөрләп Шәжәрә байрамы уҙғарылды.

    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru