Изге ниәт менән башланған эштең ахыры хәйерле булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йәшәрткән «Йәшлек» өсөн рәхм ...
» Һағыналыр әле мине тауҙар
» Телебеҙҙе йәшәйештә ҡулланырғ ...
» Янылыктар
» Телеңде йоторлоҡ
» Онотмай кесе быуын, ололай батыр рухын



ДҮРТӨЙЛӨЛӘР БЕРЕНСЕ! Яңылыҡтар » Иғтибар
Дүртөйлө районы ауыл хужалығы етештереүселәре беренселәрҙән булып иген һу-ғыуҙы тамамланы. Уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашыу маҡсатында райондың ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Нияз Әлзәм улы Сәйфуллинға шылтыраттыҡ.
Баш агрономдың билдәләүенсә, район игенселәре 35 мең 100 гектар майҙандан 81 мең тонна иген йыйып алған. Гектарынан уртаса уңыш 26 центнер самаһы тәшкил иткән. Айырыуса Вәлиев, Ленин исемендәге, «Рәсәй», «Шишмә», Киров исемендәге, «Победа» хужалыҡтары мул уңыш алыуға ирешкән.
– Ҡоролоҡ, уттай ҡыҙыу эш мәлендә туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар кәйефте бер аҙ ҡырып та ҡуйғайны, шөкөр, эште атҡарып сыҡтыҡ, көтөлгән уңышты йыйып ала алдыҡ, – ти Нияз Әлзәм улы, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп.
Шулай уҡ бөгөн районда ужым культураларын сәсеү ҙә тамамланған. Хужалыҡтар 15 мең гектарҙа арыш, ҡышҡы бойҙай сәскән. Әлеге көндә ер һөрөү эштәре бара.
Әйткәндәй, ураҡ кампанияһы тамамланыу уңайынан дүртөйлөләргә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев ҡотлау хаты ебәргән.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
 (голосов: 1)
авторы: Альбина | 10 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Баҫыуҙарҙа эш ҡыҙа
  • Икмәк – барыһына ла баш
  • Эш ҡыҙа
  • Һәр минуттың ҡәҙерен белеп
  • Янылыктар
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru