Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш - бауыр аҫтында.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Ҡолаҡ һал!
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Енәйәт һәм яза ---

    Алимент түләмәһәң...

    Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Туймазы бүлексәһенә алимент түләмәй йөрөгән ир техосмотр үтеүгә тыйыуҙы алыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ул шәхси таксист була һәм, үҙе әйтеүенсә, был уның берҙән-бер килем сығанағы. Суд приставтары тарафынан сығарылған хөкөм иргә үтә лә ауыр тойолған. Ә инде үҙенең бәлиғ булмаған балаһына ике йыл буйы алимент түләмәүен етди сәбәп итеп тә һанамай.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе мини-финал көтә Яңылыҡтар » Спорт

    2010 йылда ЮАР-ҙа буласаҡ футбол буйынса донъя беренселегенә Европанан 13 команда ғына барыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Туғыҙ төркөмдөң еңеүселәре беренселеккә тура юл алһа, үҙ төркөмдәрендә икенсе урын алыу­сылар иһә тағы дүрт путевка өсөн үҙ-ара алышасаҡ. Әлегә был бәхеткә Англия, Испания, Голландия командалары иреште. Шулай уҡ Италия, Сербия һәм Словакия футболсыларының мөмкинлеге ҙур. Ә бына башҡа төркөмдәрҙә көрәш алда буласаҡ. Бигерәк тә беҙҙең төркөмдә, сөнки Рәсәй йыйылма командаһы Уэльста урындағы уйынсыларҙы 3:1 иҫәбенә отҡас, беренсе урында килеүсе Германия менән октябрҙә буласаҡ үҙ-ара осрашыу кемдең кемлеген хәл итәсәк.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ни өсөн кисә лекцияны ҡалдырҙығыҙ?
    – Ауырыным.
    – Йә, ярай, ғәфү итәм. Тик дөрөҫөн әйтегеҙ – ниндәй команда өсөн?

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылда йәшәүҙең үҙ өҫтөнлөгө бар Яңылыҡтар

    Ауылда йәшәүҙең үҙ өҫтөнлөгө бар
    Ауылда йәшәүҙең үҙ өҫтөнлөгө барФәйрүзә һәм Рәзғәт Ғәлимйәновтар бөгөнгө ауыл кешеһенең, заманса ғаиләнең аҫыл өлгөһө тип һаналырға хоҡуҡлы
    Ҡариҙел төбәгенә юл төшкәс, ауылдарҙың береһенә инеп, ундағы демографик хәл-торош менән танышмаҡсы булдыҡ. Был һорауға яуапты урындағы фельдшерҙан да һәйбәтерәк кем белер тип, ошо вазифалағы белгесте эҙләп киттек. Һәм, әйтергә кәрәк, иҫ киткес ғаилә менән таныштыҡ. Береһе – фельдшер, икенсеһе уҡытыусы булып эшләүсе Фәйрүзә һәм Рәзғәт Ғәлимйәновтар бөгөнгө ауыл кешеһенең, заманса ғаиләнең аҫыл өлгөһө тип һаналырға хоҡуҡлы.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЛМАНЫҢ НӘҠ МУЛ САҒЫ Яңылыҡтар

    Баҙарҙа йәшелсә-емештең арзан мәле. Рәт-рәт булып теҙелешеп киткән алма һатыусылар, һөт-ҡаймағын үткәрергә тырышыусылар, кәштәләрҙе әле үк ҡаҙ ите менән тултырыусылар... кем генә юҡ. Миҙгелендә арзан булған ризыҡты һатып алып, танһығың ҡанғансы ашарға мөмкин. Айырыуса алма алыусылар күп, уның бер килограмы уртаса 20 – 30 һум тора. Әлеге мәлдә көнбағыш майы ла баҙарҙағы иң үтемле аҙыҡтарҙан. Уның артынан һуҙылған сиратҡа ҡарағанда, хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа йәшелсә салаттары әҙерләй башлаған да, буғай. Түбәндәге таблицала хаҡтар Өфө Үҙәк баҙары миҫалында 11 сентябргә ҡарата бер килограмға бирелгән.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре нығына

    БР Президенты М. Рәхимов республиканың рәсми делегацияһы башында Силәбе өлкәһенә сәфәре барышында БР Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында 2003 йылдың 25 ноябрендәге килешеүҙе 2009 – 2011 йылдарҙа тормошҡа ашырыу буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзит-журналдарыбыҙҙың бәҫен күтәрәйек Яңылыҡтар

    Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһына әҙерлек алып барыу маҡсатында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡта республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре менән эш кәңәшмәһе үтте. Уны идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев алып барҙы.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ДАУАХАНАҒА – ЯҢЫ РЕАНИМОБИЛЬ Яңылыҡтар

    Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында санитар авиация бүлеге 1936 йылда булдырыла. Ашығыс хеҙмәт йылына республика ҡала һәм райондарынан өс меңдән ашыу саҡырыу ала. Бүлек дауалау учреждениеларына ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы транспортировкалау менән шөғөлләнеп, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған ауы-рыуҙарҙы ҡотҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

    авторы: Альбина | 12 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru