Ата алмаған атынан күрер, ҡайта килеп, ҡатынынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Ниңә шулай?
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Утҡа ҡаршы уҡтай атылып... Яңылыҡтар

    Утҡа ҡаршы уҡтай атылып...
    Өфөлә янғын һүндереүсе спортсыларҙың донъя чемпионаты тамамланды
    Алдан хәбәр итеүебеҙсә, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың V донъя чемпионаты баш ҡалабыҙҙа өс көн дауамында барҙы. Унда ун бер илдән 124 спортсы ҡатнашты. Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан командаһы ла үҙен лайыҡлы күрһәтә алды. Донъя күләмендә ярыштар уҙғарыу өсөн бөтә талаптарға яуап биргән «Динамо» стадионы көйәрмәндәр менән тулы булды. Ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс тамаша ҡылды улар.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөккә һылтаныу юҡ Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үткән йомала, урындағы ҡайһы бер иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында, Белорет һәм Әбйәлил райондарында булды
    Нәҙекәй сымға – яҡты киләсәк
    Һәр ваҡыттағыса, республика башлығының эш сәфәре бик тығыҙ, тулы булды. Уны төрлө объекттар ҡыҙыҡһындырҙы: Белореттағы сменаһына өс йөҙ кешене ҡабул итергә тейешле балалар поликлиникаһы, Заматинский биҫтәһендә әүҙем төҙөлгән ағас һәм таш йорттар, 25 йыл файҙаланыуға иҫәпләнгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, Әбйәлил районындағы ауыл участка дауаханаһы, урта мәктәп һ.б. Маршрут иһә иң мөһим «сығанаҡ»тан – Белорет металлургия комбинатынан башланды. Президент, илебеҙҙең металлургия тармағында иң ололар-ҙан һаналған предприятиеның бөгөнгө хәл-торошо менән яҡындан танышҡас, 11-се ҡатнаш сым цехында һыуыҡ килеш деформацияланған арматура етештереү линия-һын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МИЛИЦИЯ ҺӘР САҠ ҺАҠТА Башҡортостан » Юбилейҙар

    МИЛИЦИЯ ҺӘР САҠ ҺАҠТА
    Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға – 90 йыл
    Ошо уңайҙан шәмбелә баш ҡаланың В. Ленин исемендәге майҙанында парад үтте. Сарала меңдән ашыу милиция хеҙмәткәре, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, дини конфессиялар вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары, милиция кластары уҡыусылары, социаль приютта тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
    Сарала ҡатнашыусыларҙы Баш­ҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләне. Ул Башҡортостан милицияһының эш йүнәлештәрен юғары баһаланы.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠАЛМЫҠ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ БАШҠОРТОСТАН АША ҮТТЕ Яңылыҡтар

    ҠАЛМЫҠ ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ БАШҠОРТОСТАН АША ҮТТЕ
    Башҡортостанда «Бөйөк ебәк юлы эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара ғилми экспедицияһы Ҡалмыҡ Республикаһының Рәсәй дәүләте составына инеүенә арнала. Силәбе – Башҡортостан – Ырымбур маршрутында барыһы ла планға ярашлы бара. Планлаштырылғанса, экспедиция Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, шулай уҡ Йылайыр, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары аша махсус төҙөлгән маршрут буйынса юлын дауам итте.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Тыуған көнөн – ғәҙәти эш менән

    Кисә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Ярославлдә «Заманса дәүләт һәм глобаль хәүефһеҙлек» тип аталған халыҡ-ара кәңәшмәлә ҡатнашты.
    Уның төп темаһы – «Заманса дәүләт формаһы һәм хәүефһеҙ, тотороҡло донъя төҙөү өсөн ул күрәсәк саралар». Шулай итеп, Рәсәй Президенты үҙенең тыуған көнөн эш менән үткәрҙе. Билдәле булыуынса, кисә уға 44 йәш тулды.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Мәғариф министрлығының шахмат буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм тренер-уҡытыусылары Анапа – 2009 V халыҡ-ара шахмат фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Өфө шахмат федерацияһының башҡарыусы директоры Денис Малин хәбәр итеүенсә, турнирҙа 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһы, спорт мастерлығына кандидат Гор Гляджян халыҡ-ара мастер нормативын үтәгән. Әйткәндәй, үҫмер егет быйыл май айында Дагомыс ҡалаһында үткән шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә чемпион титулын яулай.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республикабыҙ игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған. Яңылыҡтар » Иғтибар

    БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары уңыш йыйып алыуҙы тәүгеләр булып тамамлаусылар иҫәбендә.
    Ә Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Илеш райондары хужалыҡтары – иң күп икмәк үҫтергән төбәктәр.

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Президенты М. Ғ. Рәхимов: «Һәр кем мәлдең яуаплылығын тойһон һәм аңлаһын» Сәйәсәт

    БР Президенты М. Ғ. Рәхимов: «Һәр  кем  мәлдең яуаплылығын тойһон һәм аңлаһын»
    «Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведевтың «Рәсәй, алға!» программа мәҡәләһенә ҡарата фекерен белдерҙе. Бөгөнгө һанда уҡыусыларыбыҙға комментарий тексын тәҡдим итәбеҙ.
    «Ҡасан да булһа көрсөк бөтөр, сеймалға хаҡтар артыр һәм эш урындары барлыҡҡа килер, ә технологиялар үҙенән-үҙе яңырыр, тип артабан да ышанып йәшәү, үҫеү мөмкинме һуң? Юҡ һәм тағы ла бер тапҡыр – юҡ. Быуаттар дауамында бөйөк Рәсәйҙе төҙөгән, фашизмды еңгән халыҡ глобалләштереүҙән килгән «прогрес»ты көтә алмай, көтөргә тейеш түгел. Донъя биржаларындағы сәмле уйындар илде автоматик рәүештә сәскә атыуға килтерер, тип көтә алмай ул һәм көтөргә тейеш тә түгел, Көнбайыш өсөн сеймал ҡушымтаһы булып йәшәү Рәсәй тормошо өсөн лайыҡлы тип ышана алмай, ышанырға тейеш тә түгел. Милләттең аңын томалау, кабинеттарҙа ултырып, уның киләсәге тураһында хәбәр ҡуйыртыу етер!

    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru