Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Cит илгә – белем һәм тәжрибә тупларға Яңылыҡтар

    Cит илгә – белем һәм тәжрибә тупларға Cит илгә – белем һәм тәжрибә тупларғаБР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев сит илгә үҙенең белемен камиллаштырырға китеүсе бер төркөм йәштәр менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Республикаға кәрәкле кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреүгә һәм стажировка үткәреүгә 2008 йылдың 9 февралендә Башҡортостан Президенты Указы менән нигеҙ һалына. Шул ваҡытта уҡ 2008 – 2012 йылдарға тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы кадрҙарын әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса республика маҡсатлы программаһы раҫлана. Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 30 млн һум аҡса бүленә. Бөгөн иһә ошо программа сиктәрендә тәүгеләрҙән булып 24 кеше сит илгә уҡырға китергә йыйына. Улар араһында яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр, аспиранттар, инде бер нисә йыл эшләп, тәжрибә туплап

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Власть халыҡҡа эшләргә тейеш Яңылыҡтар

    Республика йортонда уҙғарылған кәңәшмәлә төбәктә башҡарма власть эшенең яуаплылығы, ойошҡанлығы һәм йоғонтололоғо проблемалары күтәрелде. Кәңәшмәне БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы.

    Һәр етәксе үҙенең файҙалы коэффициентын күтәрергә бурыслы

    Дөйөм көс-тырышлыҡта һәр кемдең файҙалы коэффициентын (КПД) күтәреү – Раил Сарбаев бөтәһе алдына ла шундай бурыс ҡуйҙы. Ул, уйлап еткерелмәгән, килешелмәгән йәки ваҡытында хәл ителмәгән мәсьәләләр халыҡ тормошо сифатына кире йоғонто яһай, тип билдәләне.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Техниканың ниндәйе генә юҡ! Яңылыҡтар

    Техниканың ниндәйе генә юҡ!
    Баш ҡаланың Спорт һарайы алдындағы майҙанда бер юлы ике махсуслаштырылған күргәҙмә асылды
    «Автомир – 2009» – 11-се, «Спецтехника» тигәне өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Сараны БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, Башҡорт күргәҙмә компанияһы, «Башҡортостан» күргәҙмә комплексы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған.
    Экспозиция бик бай һәм күп төрлө. Техниканың ниндәйе генә юҡ! Әйткәндәй, ситтән килтерелгәне менән бер рәттән, беҙҙең илдеке, республиканыҡы ла ҙур урын алып тора. Юл-төҙөлөш, тейәгес, йөк автомашиналары, башҡа махсус техника – барыһы ла үҙ тәғәйенләнешендә мөһим эш башҡара. «Иванов маркаһы» йәмғиәте автокрандар тәҡдим итә, Ырымбур, Дмитров, Пермь, Һамар ҡалаларынан килтерелгән техника ла бар, Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары заводы ла үҙ продукцияһын ҡуйған.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика көнөнә әҙерлек башланды ---

    Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Был иҫтәлекле датаға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенә быйыл 19 йыл тула. Үҙаллылыҡ яулау менән республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең яңы осоро башланды тиһәк тә була. Был беҙгә Рәсәйҙең иң көслө төбәктәренең береһенә әйләнергә булышлыҡ итте.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Президент һайлауҙарында ҡатнашыуҙан баш тартмай

    Дмитрий Медведев алдағы Президент һайлауҙарында ҡатнашыу ихтималлығын инҡар итмәй.
    Был хаҡта ул, Премьер-министр Владимир Путин һайлауҙа Дмитрий Медведев менән бер-береһенә конкурент булмаясаҡтары, кемдең президентлыҡҡа дәғүә итәсәге һайлау яҡынлашҡас хәл ителәсәк, тип әйтеүенән һуң бер нисә көн үткәс, белдергән. «Ҡасандыр мин президентлыҡҡа дәғүә итеү тураһында бөтөнләй уйламай инем, әммә яҙмыш шулай ҡушҡан, шунлыҡтан бер нәмәне лә фаразламайым, алда нимә булыры билдәһеҙ», – ти ул.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының төҙөлөүенә 90 йыл тулыу айҡанлы БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың милиция ведомствоһына «КА-226» вертолетын тапшырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Вертолет милиция хеҙмәтенә хәл-ваҡиға урынына тиҙ арала барып етергә, алыҫ райондарҙы патрулләргә һәм ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәр булған ергә барырға мөмкинлек бирәсәк. Һауа судноһы Күмертау вертолет төҙөү заводында йыйылған.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «РӘСӘЙ, АЛҒА!» Сәйәсәт

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илебеҙҙең һәр бер кешеһен Рәсәйҙең үҫеш стратегияһын төҙөүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Был сара ни өсөн кәрәк һәм уның мөһимлеге тураһында ил етәксеһе үҙенең «Рәсәй, алға!» тип аталған программалы мәҡәләһендә сағылдырҙы
    «Баҫылған мәҡәләмдә мин, үҙемдең күҙлектән сығып, илебеҙ алдында торған стратегик мәсьәләләрҙе һәр бер Рәсәй кешеһенә аңлайышлы рәүештә еткерергә тырыштым. Мәҡәлә илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында», – ти Президент һәм билдәләнгән темалар буйынса кемдең әйтер һүҙҙәре бар, барыһын да фекер алышыуға саҡыра. «Һеҙҙең баһаларығыҙ, күрһәтмәләрегеҙ һәм тәҡдимдәрегеҙ Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа әҙерләгән Мөрәжәғәтнамәһендә иҫәпкә алынасаҡ», – тип ышандыра халыҡты ил етәксеһе. Фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе kremlin@gov.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!»
    Легендар командирҙың тыуған яғында – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана уҙҙы
    Илебеҙҙең абруйын, данын күтәреүсе, уны яҡлау, ҡурсалау өсөн йәнен дә аямаған легендар шәхестәребеҙ бик күп. Улар – илебеҙҙең яҡты киләсәге, яҡшы тыныс тормошо һәм тотороҡло үҫеше өсөн көрәшеүсе кешеләр. Шундай легендар шәхестәрҙең береһе – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 110 йыл тулды. Ошо айҡанлы республикала, шәхесте хәтергә алып, төрлө мәҙәни саралар ойошторолдо. Ә күптән түгел арҙаҡлы яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана үтте.

    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru