Легендар командирҙың тыуған яғында – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана уҙҙы Илебеҙҙең абруйын, данын күтәреүсе, уны яҡлау, ҡурсалау өсөн йәнен дә аямаған легендар шәхестәребеҙ бик күп. Улар – илебеҙҙең яҡты киләсәге, яҡшы тыныс тормошо һәм тотороҡло үҫеше өсөн көрәшеүсе кешеләр. Шундай легендар шәхестәрҙең береһе – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 110 йыл тулды. Ошо айҡанлы республикала, шәхесте хәтергә алып, төрлө мәҙәни саралар ойошторолдо. Ә күптән түгел арҙаҡлы яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана үтте. Миңлеғәле Шайморатов 43 йәшкә тиклем генә йәшәһә лә, ниндәй данлы юл үтергә яҙған уға. Ябай ауыл балаһы үҙенең тәбиғи таланты, энергияһы һәм эшһөйәрлеге менән арҙаҡлы хәрби етәксе кимәленә етә. Ул ни бары ике синыф ҡына белем ала һәм, әсәһе үлеп ҡалғас, 14 йәшендә ҡалаға сығып китә. Ҡалала Өфө пароходлығының «Урал» пароходында матрос булып эшләй башлай. Граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында була һәм унан һуң Шайморатов үҙен хәрби хеҙмәткә арнарға ҡарар итә. Ҡаҙан ҡалаһында кавалерия мәктәбен тамамлап, Тамбовта квалификацияһын үҫтергәс, ул ВЦИК исемендәге Кремль хәрби училищеһы эскадронының командиры итеп тәғәйенләнә. Билдәле яҙыусы Константин Симоновтың хәтерләүенсә, Шай-моратов совет хөкүмәте заданиелары буйынса ярты донъяны гиҙеп сыға. Буласаҡ генерал ҡаҙаҡ, уйғыр, төрөк телдәренән башҡа инглиз һәм ҡытай телдәрен дә үҙләштерә. 1934 – 1935 йылдарҙа ул – Төркиәлә хәрби атташе, 1936 – 1937 йылдарҙа – Ҡытайҙағы Гоминьдан хөкүмәте ҡарамағындағы хәрби комитеттың советнигы, 1938 – 1940 йылдарҙа – Ҡытайҙа хәрби атташе. Һуңғы осорҙа Шайморатов Мао Цзедундың хәрби советнигы булған, тигән фе-керҙе лә ишетергә мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылда Шайморатов Ҡыҙыл Армия Генераль штабының бүлек етәксеһе ярҙамсыһы һәм Кремлде һаҡлау буйынса бүлек командиры итеп тәғәйенләнә һәм оҙаҡламай фронтҡа – генерал Доваторҙың корпусы составына ебәрелә. 1941 йылда башҡорт халҡы СССР-ҙың Дәүләт комитетына Башҡортостан ерендә кавалерия дивизияһын төҙөргә рөхсәт биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәс, Оборона наркомының бойороғо менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының етәксеһе итеп полковник Шайморатов тәғәйенләнә. Дошманға ҡаршы һуғышта ҡаһарманлығы өсөн дивизиянан 78 яугир Советтар Союзы Геройы һәм 5 хәрби Дан орденының тулы кавалеры исемен ала. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армияның ҡоро ер ғәскәрҙәре араһында Башҡорт кавалерия дивизияһы илебеҙгә иң күп геройҙарҙы биреүсе була. Шайморатовтың үлеме бик фажиғәле. Әммә уның Ватаны өсөн биргән ғүмере хөрмәткә лайыҡ һәм сикһеҙ ғорурланырлыҡ. Утты үҙенә йәлеп итеп, ул һәләк була, әммә үҙҙәрен уратып алған немецтарҙың позицияларын асыҡларға ярҙам итеп, йөҙәрләгән һалдатын һаҡлап ҡала. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың данлы хәрби юлы тураһында шәхестең тыуған яғында – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында бәйән ителде. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте Хәрби дан республика музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы ярҙамында Өфө, Һамар, Екатеринбургтан килгән хәрби-тарихи реконструкциялау клубтары генералдың яҡташтарына ҡыҙыҡлы тамашалар күрһәтте. «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе тапҡыр һуғышҡа инеүе. 1942 йыл, сентябрь» тип аталған хәрби-тарихи реконструкция ауылдың бер яҡ ситендә бихисап халыҡты тамашаға йыйҙы. Тамашасыларға һуғыштан ике фрагмент күрһәтелде. Реконструкцияла ҡатнашыусылар элек булған хәл-ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тап килтереп кәүҙәләндерергә тырышты. Хәрбиҙәрҙең формалары, кәрәк-яраҡтары халыҡҡа тағы бер ҡат тарихҡа сумырға һәм ҙур һуғыш картинаһын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирҙе. – Беҙҙең өсөн тарихҡа йәштәрҙе ылыҡтырыу, иғтибарҙарын йүнәлтеү – бик мөһим, – ти реконструкцияла ҡатнашыусы, «190-сы Очаков пехота полкы» штабы етәксеһе Виталий Кривов. – Беҙ тарих менән уйнамайбыҙ һәм ысынбарлыҡтан айырылырға йыйынмайбыҙ. Бындай реконструкция халыҡҡа, айырыуса бөгөнгө йәштәргә һуғыштың ни тиклем ауыр булыуын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ата-бабаларыбыҙ ямғыр тимәй, эҫе көн тимәй алға – дошманға ҡаршы һуғышҡа барған. Реконструкцияларға ҡарап, киләсәк быуын Еңеүҙең нисек яуланыуын һәм уның ҡәҙерен аңларға тейеш. Әйткәндәй, бында күрһәтелгән реконструкция – икенсеһе. Беренсеһе генерал Шайморатовтың һәләк булыуының 65 йыллығына арнап күрһәтелгәйне. Ауыл мәҙәниәт йортоноң фойеһында Хәрби дан республика музейы ойошторған «Ағиҙелдән алып Эльбаға тиклем» фотокүргәҙмәһе һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың «Легендаға тиң ғүмер» китаптар күргәҙмәһе урын алғайны. Тантаналы сараларҙа ҡатнашыусы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев генерал Шайморатовтың ҡаһарманлығын юғары баһаланы һәм, Башҡортостан тарихы, әлеге йәш-тәрҙе тәрбиәләү өсөн уның әһәмиәте ҙур, тип билдәләне. – Генерал Шайморатовты Рәсәйҙә һәм элекке СССР республикаларында ла легенда тип йөрөтәләр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ныҡлы дисциплина һәм көслө рухлы яугирҙары менән айырылып торған. Уның сафынан 78 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың һәр кешеһендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бөгөн беҙ үткәнебеҙгә тағы ла һаҡсылыраҡ ҡарарға, уны үҙгәртергә тыры-шыусыларға ҡаршы торорға әҙер булырға тейешбеҙ, – тине ул. Тантанала ҡатнашыусылар Миң-леғәле Шайморатовтың бюсына сәскәләр һалды, Геройҙың ауыл мәктәбендә ойошторолған музейында булды. Ҡаһарман яугирҙың исемен йөрөтөүсе музей 1972 йылда 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары инициативаһы менән асыла. Унда уникаль экспонаттар бик күп, шулар араһында Шайморатовтың яҡындарына яҙған хаттары. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар музей бинаһы эргәһенә ағастар аллеяһы ултыртты. Ауылдың үҙешмәкәр артистары тамашасылар иғтибарына легендар геройҙың тормошон һүрәтләүсе театрлаштырылған музыкаль шоу тәҡдим итте. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Ирек Сафин һуғыш ветерандарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тантанала генералға туған тейешле полковник Әсхәт Ғәҙелшин Шайморатовтарҙың шәжәрәһе менән таныштырҙы. Киң ҡарашлы, энергиялы һәм талантлы генерал Шайморатов – республикабыҙҙың данын күтәреүсе шәхестәрҙең береһе. Уның ҡаһарманлығын йәштәр, киләсәк быуын белергә, хөрмәт итергә, уның рухында тәрбиәләнергә тейеш, тигән фекерҙә тантана «Шайморатов генерал» йыры менән тамамланды.
Тимерғәле АМАНОВ. Фәнис ХӘСӘНОВ фотолары. |