Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Дайджест
  • [b]Берҙәмлек һәм рух тәрбиәләне[/b]
  • Ҡарбуз күп!
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ураҙа байрамы менән! ---

    Республиканың бөтә мосолмандарын да изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
    Был бөйөк байрамдың нигеҙен ата-бабаларыбыҙ васыяттарына тоғролоҡ, яҡындарыңа хөрмәт-ихтирам күрһәтеү, мохтаждар тураһында хәстәрлек тәшкил итә. Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул быуындарҙың тарихи күсәгилешлелеген, ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡларға һәм арттырырға ярҙам итә. Был принцип Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереү өсөн мөһим.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАҠТАР «ТЕШЛӘШӘ» БАШЛАҒАН Яңылыҡтар

    Үткән аҙна менән сағыштырғанда, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың уртаса 2 – 10 һумға күтәрелеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, алманың хаҡы 10 һумға уҡ күтәрелһә, баклажан, ҡыяр, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр, ит, ҡаймаҡ та сағыштырмаса ҡиммәтләнгән.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 18 сентябргә ҡарата бер килограмға бирелгән.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат – 2010 Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡәҙерле дуҫтар!

    Киләһе йылдың тәүге яртыһына «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу башланды. Хәбәр итеүебеҙсә, уның хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалды, йәғни 6 айға яҙылыу хаҡы – 352 һум 80 тин, 1 айға – 58 һум 80 тин.
    Баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәр баҫмабыҙға «Уфа-печать» муниципаль унитар предприятиеһы киоскылары аша ла яҙыла ала. Был осраҡта 1 айға яҙылыу хаҡы – 50 һум, ярты йылға – 300 һум.

    Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ижад офоҡтарын киңәйтеп Яңылыҡтар

    Ижад офоҡтарын киңәйтеп
    Өфөлә йәш журналистарҙың VI республика фестивале үтте
    Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Йәштәр йылы, ә республикала Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында Өфөлә алтынсы тапҡыр йәш журналистарҙың республика фестивале үткәрелде. Унда республиканың 35 йәшкә тиклемге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Фестивалгә бөтәһе 50 йәш журналист килде.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәйҙә асылған һәр бишенсе мәктәп – Башҡортостанда Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Благовар, Бүздәк, Саҡмағош райондарында эш сәфәрендә булды.
    Ул Саҡмағош районында «Базы» ауыл хужалығы производство кооперативына ингән Иҫке Боҫҡаҡ һөтсөлөк фермаһында төҙөлөп бөткән быҙау аҙбарын ҡараны, малсылыҡ комплексын үҫтереү перспективалары менән танышты.
    Ферма 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Былтыр бик юғары һауым алыуға өлгәшелгән – йылына һәр һыйырҙан уртаса 6400 литр һөт һауып алынған. Тиҙҙән малдар әҙер ҡураларға ҡайтарыласаҡ. Малсылыҡ фермаһында хәҙер ике һыйыр аҙбары, быҙау аҙбары, башмаҡтар өсөн ике бина һәм һауыу залы бар. Мал аҙыҡ менән тулы күләмдә тәьмин ителәсәк. Был маҡсатта районда мал аҙығы яңы технология буйынса үҫтерелә.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Камиллашыу талап итә әле... Яңылыҡтар

    Камиллашыу талап итә әле...
    Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм мейе ауырыуҙарының артыуына донъя ғалимдары һәр саҡ борсолоу белдерә. Һанап үтелгән сирҙәрҙең, ҡатмарлы булыуҙан тыш, йылдан-йыл «йәшәреүе» лә бөгөнгө заман медицинаһында хәүеф тыуҙыра. Йөрәк өйәнәге, миокард инфаркты кеүек ауырыуҙар йәш-елкенсәкте лә аямай. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, баш мейеһе яман шеше, юғары ҡан баҫымы менән интегеүселәр ҙә яңынан-яңы дауалау алымдары талап итә. Ошо көн-дәрҙә баш ҡалабыҙға әлеге ауырыуҙар буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ошо өлкәлә эшләүсе табиптар, ғалимдар йыйылды. «Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм баш мейеһе сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеүҙә эндоваскуляр хирургия» тип аталған семинар Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Сочиҙа халыҡ-ара форум үтә

    Сочи ҡалаһында Халыҡ-ара инвестиция форумы асылды.
    Ул быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Форумда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин, Хөкүмәт башлығы урынбаҫары Дмитрий Козак, иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина сығыш яһай. Фекер алышыуҙың төп темаһы – Рәсәй үҫешенең инвестиция стратегияһы, Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек, энергоһөҙөмтәлелек һәм һалым системаһын камиллаштырыу. Форумда 20 илдән һәм 50-ләп Рәсәй төбәгенән 8 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге рәсми делегация «Сочи – 2009» VIII халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша. Иртәгә тамамланасаҡ ҙур сарала инвестиция проекттары, яңы асыштар күрһәтеләсәк, Рәсәйҙең инвестиция стратегияһы иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Республикабыҙ вәкилдәре форумды «Башҡортостан – инвестициялар территорияһы» күргәҙмәһе һәм хәүефле зоналарҙан моноҡалаларҙы сығарыу проекты менән сығыш яһарға йыйына.

    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru