Республиканың бөтә мосолмандарын да изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Был бөйөк байрамдың нигеҙен ата-бабаларыбыҙ васыяттарына тоғролоҡ, яҡындарыңа хөрмәт-ихтирам күрһәтеү, мохтаждар тураһында хәстәрлек тәшкил итә. Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул быуындарҙың тарихи күсәгилешлелеген, ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡларға һәм арттырырға ярҙам итә. Был принцип Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереү өсөн мөһим. Башҡортостанда дин тотоусыларҙың проблемаларына һәм ихтыяждарына аңлы мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Беҙ артабан да үҙебеҙ йәшәгән төбәк һәм бөтә ил яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйле традицион конфессияларҙы дауам иттереүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итәсәкбеҙ. Республика-быҙҙың күп милләтле һәм күп конфессиялы өлгөһө һәм ошо байрамды үткәреү ныҡлы тарихи, мәҙәни һәм рухи традициялар нигеҙендә генә сәскә атыусы йәмғиәт, ҡеүәтле дәүләт төҙөп булыуын раҫлай. Был байрам көндәрендә барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек һәм бәхет, һәр башланғысығыҙҙа ла уңыштар юлдаш булыуын теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ. |