Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙекеләр Ҡытайҙа ла уҡый Яңылыҡтар » Иғтибар

     Беҙҙекеләр Ҡытайҙа ла уҡый
    Светлана Һатлыҡова был илдә бишенсе йыл белемен арттыра
    Уҡыйым тигән йәштәргә хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре беҙҙең уҡыу йорттары менән генә сикләнеп ҡалмай, сит илдәргә лә сығып китә. Америка, Германия, Англия, Төркиә, Һиндостан, Фәләстан... Европа илдәрендә белем алыу һәр саҡ абруйлы һаналған, ә бына Ҡытай кеүек илдә уҡыу бер ҙә генә лә үҙенә арбамай кеүек ине. Әммә Ҡытайҙы барып күреп, унда йәшәп, урындағы халыҡ менән аралашып, өҫтәүенә, илдең юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыған кешеләр бөтөнләй икенсе фекерҙә икән.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡаланың хеҙмәтсән йәштәре конкурсы Яңылыҡтар » Конкурстар

    «2006 – 2010 йылдарға Башҡортостандың баш ҡалаһы йәштәре» ҡала комплекслы программаһын бойомға ашырыу маҡсатында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты баш ҡала йәштәре араһында «Иң яҡшыларҙан-яҡшы» конкурсын үткәрә.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Рәсәй Президенты ҡотланы

    РФ Президенты Дмитрий Медведев изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете уңайынан Рәсәй мосолмандарын ҡотланы. Ил етәксеһенең ҡотлауын Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уҡып ишеттерҙе.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берлектәге эш берегә Яңылыҡтар

    БР Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге, ҡайһы бер территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ҡала һәм район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашып, һайлау кампанияһына әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында һүҙ алып барҙы.
    Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов киң мәғлүмәт сараларын һайлау комиссияларының стратегик партнерҙары тип атаны.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Американың ҡарарын күптәр хуплай

    Иртәгә Нью-Йоркта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Америка Президенты Барак Обама осрашасаҡ.
    Осрашыу ике яҡлы мөнәсәбәттәр өсөн уңайлы шарттарҙа үтә. Америка лидерының Польша һәм Чехияла ракетаға ҡаршы обо-рона системаһы элементтарын урынлаштырыуҙан баш тартыу ниәте буласаҡ саммитҡа ысын бүләк булды. Дмитрий Медведев Америка телевидениеһына биргән интервьюһында: «Ракетаға ҡаршы оборона мәсьәләһе менән ике-өс илгә айырым-айырым шөғөлләнеү ярамай, был мәсьәләне хәл итеүгә һөйләшеп, бергәләп тотоноу кәрәк», – тип белдергән. Рәсәй һәм Америка лидерҙарына Көнбайыш Европа илдәренең етәкселәре лә ҡушылған. Франция Президенты Николя Саркози Американың был аҙымын «Бөтә йәһәттән дә бик яҡшы ҡарар» тип баһалай.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Киров ҡалаһында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота етәкселегендә үткән округ дәүләт власының закондар сығарыу органдары ассоциацияһының XXI ултырышында ҡатнашты.
    Ултырышта дәүләт власының закондар сығарыу органдары етәкселәре, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары, төп федераль инспекторҙар, дәүләт федераль органдарының төбәк органдары вәкилдәре, Киров өлкәһе депутаттары ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШКӘ СЫҒАМ, ӘМӘЛ ЮҠ ТИК БАЛАМА БАҠСА ЮҠ Яңылыҡтар » Иғтибар

    йәки Шәхси балалар баҡсаһы киҫкен мәсьәләне хәл итәме?
    Бер нисә йыл күрешмәгән танышым менән осраҡлы ғына осрашып, донъя хәл-әхүәлдәре тураһында һөйләшеп торҙоҡ. Осрашыуға ай ярымлап ваҡыт үтһә лә, уның сабыйын балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай илаулап йөрөүенә әле булһа эс боша. Көрсөккә бәйле ире ҡыҫҡартыуға эләккән, әле эш эҙләй, ҡасан урынлашыры билдәһеҙ. Үҙе эшкә сығыр ине, ике йәше яңы тулып үткән балаға ҡайҙа ти инде балалар баҡсаһы...

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән Башҡортостан » Юбилейҙар

    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән
    Әҙиптең юбилейы айҡанлы ойошторолған республика әҙәби марафоны Илеш ерендә дауам итте
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарарына ярашлы, республикабыҙ китапханалары араһында уҙғарылған «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы» тип аталған марафонда Илеш районының үҙәк китапханаһы тәҡдим иткән конкурс эштәре «Уңышлы сценарий» исеменә лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru