Арбам һынды тип, күстәнҡалма, башым ауырта тип, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан юғары технология ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала Яңылыҡтар

    Башҡортостан юғары технология ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала
    Республикабыҙҙың юғары технологиялар ҡулланып эшләүсе предприятиелары грантҡа дәғүә итә

    Һуңғы йылдарҙа нанотехнологиялар темаһы иң актуаль темаларҙың береһенә әйләнде. Уларҙы үҫтереү өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙың төп өҫтөнлөктәре, принциптары һәм йүнәлештәре беренсе тапҡыр 2004 йылдың ноябрендә РФ Хөкүмәте тарафынан хупланған «2010 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһында нанотехнологиялар өлкәһендәге эштәрҙе үҫтереү концепциялары» билдәләнде. Шул ваҡыттан дәүләт Ватан наноиндустрияһын үҫтереүҙең норматив-хоҡуҡи, ойоштороу, финанс һәм кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрендә әүҙем сәйәсәтен тор-мошҡа ашыра башланы.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «ОЛО УРАЛ» ФЕКЕР АЛЫШТЫ Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов Екатеринбург ҡалаһында «Оло Урал» ассоциацияһы советы ултырышында ҡатнашты.
    «Оло Урал» Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иҡтисади бәйләнеш буйынса төбәк-ара ассоциацияһы советы ултырышында Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Н. Винниченко, Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәренең етәкселәре, төбәктәрҙең Дәүләт Йыйылышы спикерҙары, предприятиелар етәкселәре һәм фән йәмәғәтселеге вәкилдәре бар ине.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «ТОРЛАҠ ПРОБЛЕМАҺЫН ХӘЛ ИТЕҮ РЕЦЕБЫ – КҮБЕРӘК ТӨҘӨҮ» Яңылыҡтар

    Мәғлүм булыуынса, республика етәкселеге тарафынан социаль әһәмиәтле тип һаналған торлаҡ төҙөлөшөнә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Төҙөлөш эштәренең күләме менән генә түгел, заманса төҙөлөш материалдары етештереү, яңы тармаҡтарҙы үҙләштереү буйынса ла бөгөн беҙ алдынғылар рәтендә. Төҙөлөш өлкәһендәге алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, заманса төҙөлөш материалдары менән таныштырыу маҡсатында баш ҡалабыҙҙа ошо көндәр-ҙә бер юлы ике күргәҙмә – «Уралстройиндустрия – 2009» форумы һәм «Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө» күргәҙмәләре асылды.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАЛЫҠ-АРА ТӘРТИП ҺАҠСЫҺЫ – ИНТЕРПОЛ Яңылыҡтар

    Баш ҡалала Рәсәй төбәктәре буйынса РФ Эске эштәр министрлығы, эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы Рәсәй Интерполы филиалдары етәкселәренең IV Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте
    Милиция халыҡ, йәмғиәт менән тығыҙ бәйләнештә көндәлек проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнгәс, тәртип һаҡсыларының эшен дә, ашын да күреп беләбеҙ. Күптәребеҙҙә уларға ҡарата кире фекер тыуһа ла, бәләгә тарығанда иң тәүҙә милицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә бына Эске эштәр министрлығы ҡарамағында булған бер бүлекте беҙ фильмдарҙан ғына белһәк тә, уларҙың ниндәй эш менән булышыуы хаҡында аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Һүҙ – Интерпол хаҡында.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Рәсәй менән Америка Президентының өсөнсө мөһим осрашыуы

    Кисә Нью-Йоркта билдәле «Уолдорф-Астория» ҡунаҡханаһында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Америка Президенты Барак Обама осрашты.
    Был уларҙың киң масштаблы һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн өсөнсө тапҡыр осрашыуы. Беренсе осрашыу 1 апрелдә Лондонда булғайны, икенсе тапҡыр июль башында Америка башлығы Мәскәүгә килде.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    РФ Хөкүмәте ҡарары менән ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһының яңы составы раҫланды. Комиссия составына ингән федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, төбәк башлыҡтары, фән һәм мәҙәниәт әһелдәре араһында БР Президенты Мортаза Рәхимов та бар. ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы рәйесе, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Мортаза Рәхимовҡа яҙған хатында Комиссия эшендә ҡатнашырға теләк белдергәне өсөн республикабыҙ башлығына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итеүгә ышаныс белдерҙе.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һүрәттәрендә – балалыҡ сафлығы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Һүрәттәрендә – балалыҡ сафлығы
    Кирилл Дегтярев исемендәге премияның сираттағы лауреаты билдәләнде

    Германия күгендәге авиафажиғәлә һәләк булыусы һәләтле йәш рәссам Кирилл Дегтярев исемендәге премия «Һәләтле балалар» хәйриә фонды тарафынан 2002 йылда булдырыла һәм йыл һайын һынлы сәнғәт өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға тапшырыла. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе республиканың билдәле рәссамдары етәкселегендә эксперт советы баһалай. Уның тәүге лауреаты – Өфө ҡалаһының 2-се балалар художество мәктәбе уҡыусыһы Юлия Шефф.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мең рәхмәт яуһын үҙегеҙгә! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Республика балалар клиник дауаханаһының беренсе хирургия бүлеге табиптарына бөтә Башҡортостан халҡы яратып уҡыған абруйлы гәзитебеҙ аша сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерергә теләйбеҙ. Кеше һаулығы һағында тороп, уларға ысын мәғәнәһендә ғүмер бүләк итеүсе, йәшәүгә өмөт уятыусы изге һөнәр эйәләрен аҡ ҡанатлы фәрештәләргә тиңләргә булыр ине. Бигерәк тә ошо дауаханала эшләүсе табиптар, шәфҡәт туташтары рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡтыр тип уйлайым.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru