Рәсәй менән Америка Президентының өсөнсө мөһим осрашыуы
Кисә Нью-Йоркта билдәле «Уолдорф-Астория» ҡунаҡханаһында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Америка Президенты Барак Обама осрашты. Был уларҙың киң масштаблы һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн өсөнсө тапҡыр осрашыуы. Беренсе осрашыу 1 апрелдә Лондонда булғайны, икенсе тапҡыр июль башында Америка башлығы Мәскәүгә килде. Әлеге һөйләшеүҙең төп темаһы – СНВ – 2 (стратегик һөжүм ҡоралдары) килешеүе төҙөү буйынса һөйләшеүҙәрҙең барышы. Дмитрий Медведев эш сәфәре алдынан, Мәскәү менән Вашингтондың стратегик һөжүм ҡоралдарын йыл аҙағына тиклем ҡыҫҡартыу тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе тамамлау өсөн мөмкинлектәре етерлек, тип белдергән. Осрашыуҙа ике ил башлығы тағы бер мөһим тема – ракетаға ҡаршы оборона мәсьәләһен дә ҡараясаҡ.
Кешелектең төп проблемалары
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Пан Ги Мун замандың төп проблемаларына аҙыҡ-түлек, финанс һәм энергетик көрсөктө, пандемияны, климаттың үҙгәреүен һәм донъяны ядро ҡоралынан ҡотҡарыу ихтыяжын индергән. Был хаҡта уның мөрәжәғәтендә әйтелә. Мөрәжәғәт менән Пан Ги Мун БМО-ның Генераль ассамблеяһы сиктәрендә дөйөм сәйәси дискуссияны асыуҙа сығыш яһаны. Генераль ассамблеяның 64-се сессияһы кисә Нью-Йоркта асылды.
Бюджет дефицитынан нисек сығырға?
«Дәүләт үҙендәге «Роснефть» компанияһы акцияларының 75 процентын һатыуы мөмкин, – ти беренсе вице-премьер Игорь Шувалов Bloomberg TV-ға биргән интервьюһында һәм быны, – шундай ваҡыт етте, хосусилаштырыуға ҡайтыуыбыҙ ихтимал», – тип аңлата. Бындай мөмкинлекте финанс министры Алексей Кудрин да раҫлай. Министр әйтеүенсә, дәүләт мөлкәтен һатыуҙан 2010 йылда 7 млрд һум килем алыу планлаштырылған. Хөкүмәт 2010 йылда 2,9 трлн һум кимәлендә күҙалланған бюджет дефицитын ҡапларға тырыша. 2011 йылға иһә дефицит 1,9 трлн һумға етәсәк, ә 2012 йылда – 1,6 трлн. һумға. 1,7 трлн һум дефицитты Финанс министрлығы Резерв фондынан ҡапламаҡсы.
Диңгеҙ тулҡындарында
Красноярск крайының төньяғында, Норильск ҡалаһынан 80 саҡрым алыҫлыҡта, штормға эләгеп, ҙур булмаған теплоход батҡан. Судноның бортында барлығы 12 кеше булған, бишеһен ҡотҡарғандар, етеһе хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Уларҙы эҙләү өсөн ҡотҡарыу операцияһы ойошторолған. Фажиғәгә юлыҡҡан теплоход шәхси эшҡыуарҙыҡы булған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне. |