Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Өс һөйләм менән
  • Янылыктар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балдан татлы балам Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    – Эң-ң-ңә-ә-ә, эң-ң-ңә-ә-ә...
    Сабый илаған тауышҡа Динә һиҫкәнеп уянып китте: бәй, ултырған көйө йоҡлап киткән икән. Төнө буйы бер бала карауатынан икенсеһенә йүгереп, асыҡҡандарына шешәнән ҡатнаш һөт имеҙеп, еүешләнгәндәренең йүргәктәрен алмаштырып, илағандарын бәүетеп шул тиклем арманһыҙ була, хатта үҙенең өс айы ла тулмаған ҡыҙы янына барып урарға ла форсаты ҡалмай тиерлек уның. Бөгөн иһә ике айлыҡ ҡына Айҙар уға бөтөнләй серем итергә лә бирмәне, әллә эсе ауыртты, әллә башҡа берәй ере – бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы. Төнө буйы ҡулынан төшөрмәне уны Динә. «Телгенәң булһа, әйтер инең дә бит, сабыйҡай, юҡ бит. Нимә генә булды һиңә, ҡалайтып ҡына ярҙам итәйем һуң?» – тип, ул үҙе лә, баланы йәлләп, илаулап алды. Таңға табан ғына тынысланды малай, шуға ла Динәне лә йоҡо баҫҡан.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Патронатлыҡ еле бесәйҙәргә лә ҡағылған Яңылыҡтар

    Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым Римма менән Дамир Бикмөхәмәтовтарға гел юл ыңғайы һуғылып, хәл-әхүәлдәрен белеп китергә тырышам. Был юлы ла улар беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды, өҫтәл әҙерләй һалды. Гөр килеп һөйләшеп, сәй эсәбеҙ, ә өҫтәл аҫтында йомғаҡ кеүек кенә үтә лә матур бесәй балаһы беҙҙең аяҡтар менән уйнай. Уға ҡарап, ауыҙ үҙенән-үҙе йырыла. Бесәй балаһынан күҙ ала алмауымды күргәс, ҡоҙағый, көлөп:
    – Беҙ патронат ғаилә хәҙер, – тип, күңелгә ҡуҙ һалды.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөү ни генә эшләтмәй! Яңылыҡтар

    Күмертау ҡалаһында мөхәббәткә бәйле мажаралы хәл була

    Ғашиҡ ир, һөйгәненә бысаҡ менән янап, уны үҙ ауылына алып китергә теләй. Тик милиция ярҙамында ғына, унда ла бик күп көс түгеп, был иҫәүәнде аҡылға ултырталар.
    Күмертау ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына 52 йәшлек ҡатынға берәүҙең бысаҡ менән янауы тураһында шылтыраталар. Ваҡиға урынына оператив төркөм менән ҡала милицияһы етәкселеге лә килә. Подъезда уларҙы ҡатындың ҡыҙы менән кейәүе көтә. Баҡһаң, әсәләренә күптән ғашиҡ булып йөрөгән Илнур, уны ҡурҡытып, көслөк менән үҙ ауылына алып ҡайтмаҡсы икән. Ярай әле ҡатын бәләгә тарыуы хаҡында ҡыҙына шылтыратып өлгөрә.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡанһыҙ ҡыланһаң... Яңылыҡтар

    Этте имгәткән өсөн яза бар

    Был иҫеректәрҙән теләһә нимә көтөргә була. Ана, күршеләге Силәбе өлкәһендә эсеүҙән күҙе тонған берәү тик торғандан этен имгәткәнсе туҡмап ташлаған. Эш шуның менән бөттө, тиһегеҙме? Юҡ шул. 25 йәшлек ир-егет РФ Енәйәт кодексының 245-се «Бәләкәй балалар алдында хулиганлыҡ ҡылыу ниәтенән хайуандарҙы имгәтеүгә килтергән ҡанһыҙ мөнәсәбәт» статъяһының тәүге пункты буйынса хөкөм ителде.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спортҡа иғтибар арта Яңылыҡтар » Спорт

    Спорт менән даими шөғөлләнмәһә лә, кеше уның һәр төрөн ҡыҙыҡлы тип таба, бигерәк тә спортсыларҙың уңыштары, ҡаҙаныштарына битараф түгел. Ошо теманы яҡтыртҡан тапшырыуҙарҙы ҡарап, мәҡәләләрҙе уҡып баралар. Халыҡтың был тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуын тағы ла нисегерәк күтәрергә? «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында спорт темаһын яҡтыртыусы республика журналистары кәңәшмә үткәреп, шул һорауға яуап эҙләне.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң мөһиме – һөҙөмтә Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһы хоккейсылары, ниһайәт, көйәрмәндәрен ҡыуандырып, быйылғы миҙгелдең тәүге уйынын үҙ боҙонда үткәрҙе. Беҙгә ҡунаҡҡа алыҫ Хабаровскиҙың «Амур» командаһы килде. «Амур»ҙы һәр ваҡыт аутсайдер итеп белһәк тә, улар өфөләр өсөн элек-электән уңайһыҙ дәғүәсе булып һанала. Ә быйылғы чемпионатты ҡунаҡтар яҡшы ғына башлап ебәрҙе. Беҙгә тиклем «Амур» егеттәре өс осрашыуҙа ике еңеү яулап, уртансылар рәтендә килде. Шуға ла уйын ике яҡ өсөн дә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы ине.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхеттән башҡа бәхетле булыу Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бер ауылда ҡараңғы сырайлы, иҫ киткес күңелһеҙ, һәр ваҡыт нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереп, бөтәһенә лә насар кәйеф килтереүсе ҡарт йәшәгән. Һәр ваҡыт ҡот осҡос ҡиәфәттәге был кешенең теле лә бик әсе булған. Насар һүҙҙәренән ауылдаштары тамам йонсоп бөткән. Шуға уны урап үтер булғандар, сөнки насар энергияһы үҙҙәренә йоғор тип ҡурҡҡандар. Ҡарт бөтәһенә лә бә-хетһеҙлек килтергән кеүек тойолған.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелле ял итергә «Ритайым»ға килегеҙ! Яңылыҡтар

    Баш ҡала йәштәре һәр шәмбене көтөп ала
    Тәҙрәнән йылмайып ҡояш баға. Уның йылы нурҙары наҙлап биттән, сәстән иркәләй. Тәбиғәт ошондай салт аяҙ, йылы көндәре менән ҡыуандырып торғанда, нисек түҙеп өйҙә ултырмаҡ кәрәк? Күңел үҙенән-үҙе тышҡа тартыла. Аяҡтар, ғәҙәттәгесә, үҙҙәренән-үҙҙәре Салауат Юлаев майҙанына атлай. Майҙандан ишетелгән йыр-моң, кешеләрҙең геүләшеүе аҙымдарҙы тағы ла йәһәтләтә. Бөгөн унда «Ритайым!» – Өфө ҡалаһы уҡыу йорттары студенттары араһында уҙғарылған марафон. Йыр һәм бейеүҙәр, күңелле уйындар кискә тиклем майҙанды шаулатасаҡ, тигән һүҙ. Дуҫ-иштәрҙе күрергә, яңы таныштар табырға, күңел асып, ял итергә бынамын тигән сара.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru