Күтәрә белмәгән күп күтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Китап аша туғандарҙы таптыҡ Әҙәбиәт

    Яҡташыбыҙ Зөфәр Ғәли улы Толомғужиндың «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» китабы өсөн Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен ишеткәс, үҙемдең уй-тойғоларымды яҙмайынса булдыра алманым. Ҙур рәхмәт Һеҙгә, Зөфәр Ғәли улы! Үлсәүҙәргә һалып үлсәнмәҫлек оло, изге эш башҡарғанһығыҙ.
    Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта үҙ затын, нәҫел-нәсәбен танымаған, ырыуын, араһын белмәгән, ғаилә бәҫен һаҡламаған кешенән өмөт юҡ. Ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу – һәр зат-ара зыялыларҙың изге бурысы.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕН НЕСКӘ ТОЙОУСЫ ЖУРНАЛИСТ Әҙәбиәт

    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителделәр

    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы Хөкүмәт премияһына дәғүә итеүселәрҙең береһе – Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, «Ватандаш» республика Журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев конкурсҡа Башҡортостан журналистикаһына ҡағылышлы «Башҡорт журналистикаһының әхлаҡи мәҙәниәте традициялары» һәм «Жур-нал журналистикаһы» ки-таптарын тәҡдим итте.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    internatskie.ru Яңылыҡтар » Иғтибар

    Оҙаҡламай асылыуына 65 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатының үҙ сайты бар

    Көндән-көн заманса аралашыу саралары тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә бара. Бер нисә йыл элек кенә кеҫә телефонының нимә икәнен дә белмәһәк, хәҙер унһыҙ көнитмешебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Йәштәр иһә күберәк Интернет аша аралашыуға өҫтөнлөк бирә. Төрлө сайттар аша үҙҙәренә дуҫтар таба, кәрәкле мәғлүмәт ала. Тора-бара уның да барлыҡ йәштәге кешеләр өсөн дә иң уңайлы аралашыу ҡоралына әйләнеүе ихтимал.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Интернет һәм ҡатын-ҡыҙ Яңылыҡтар » Иғтибар

    „Компьютер”, „Интернет”, „программист” тип әйтеү менән беҙ иң элек ир-егеттәрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Сөнки компьютер тигән „арғымаҡ”ты иң элек улар „ауыҙлыҡланы”. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡалышмай – автомобиль менән идара итергә генә түгел, Интернет селтәренә лә тоташырға бик тиҙ өйрәнде. Арабыҙҙа бөтә донъя ауы менән мауығыусылар етерлек. „Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн нимә ул Интернет?” – тигән һорау менән күптәргә мөрәжәғәт итеп, төрлө яуаптар алдым.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә... Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә...
    Журналист һәм яҙыусы Ризван ХАЖИЕВҠА – 70 йәш

    «Барҙым – күрҙем» принцибы менән яҡшы материал яҙыу мөмкин түгел тип, ул һәр профессия нескәлеген үҙ елкәһендә татып ҡарай

    Республикала киң билдәле журналист һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡор­тостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡор-тостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы (1990 – 1995 йылдар) депутаты Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының йәмле Әй йылғаһының текә ярлы бөгөлөн төйәк иткән Һөләймән ауылында донъяға килә. Атаһы Закирхан «Искра» колхозын ойоштороша һәм ат ҡараусыһынан – колхоз, артабан Ләмәҙтамаҡ ауыл советы рәйесенә тиклем күтәрелгән оҫта етәксе, дүрт ауылды берләштергән советтың, бөгөнгәсә әйткәндә, ысын башлығына әйләнә.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЙӨРӘГЕҢДЕ ҺАҠЛА! Сәләмәтлек

    27 сентябрҙә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнде

    Был көн 2001 йылдан Бөтә донъя йөрәк федерацияһы тарафынан йөрәк сирҙәрен иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә. АМИ-ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, йөрәк ауырыу-ҙарына ҡаршы көрәшеү – заман талабы. Сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре, инсульт – иң йыш осраған ауырыуҙарҙан. Сир йыл һайын 17,5 миллион кешенең ғүмерен өҙә. Ул юғары ҡан баҫымынан, ҡанда холестерин менән глюкозаның күбәйеүенән, тәмәке тартыуҙан, йәшелсә-емеште аҙ ашауҙан, һимереүҙән, аҙ хәрәкәтләнеүҙән барлыҡҡа килә.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорау-яуап Сәләмәтлек

    Баламдың күҙ төбө күм-күк. Был сәләмәтлегенә бәйлеме икән?
    Ф. ХАФИЗОВА.
    Мәсетле районы.
    – Тамырҙар күҙ төбөндәге тиренең йоҡа булыуы һөҙөмтәһендә күренеүе лә ихтимал. Ә инде эш та-мырҙарҙа ғына түгел икән, йөрәкте тикшертергә кә-рәк. Сөнки мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуҙан йө-рәккә зыян килеүе ихтимал. Шулай уҡ күҙ төбөндәге күк көсөргәнешлек билдәһе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, күп уҡыуҙан, арыуҙан... Әгәр ҙә инде борсолоу һанап үтелгәндәр менән бәйле булмаһа, баланы кардиологҡа, неврологҡа күрһәтегеҙ.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТОТЛОҒОУ Сәләмәтлек

    Тотлоғоу – киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғәҙәттә, ул бала саҡта хасил була. Телмәр аппараты мускулдары ҡалтырауы һөҙөмтәһендә тотлоҡҡан кеше өҙөп-өҙөп һөйләшә, хәрефтәрҙе «йота», һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Тотлоғоу даими ҙа, ваҡытлыса ла булыуы мөмкин. Мәҫәлән, берәүҙәр кеше араһында тотлоҡһа, икенселәр аудиторияла, дәрес, имтихан мәлендә, телефондан һөйләшкәндә, таныш булмаған кеше менән аралашҡанда, ҡапыл бирелгән һо-рауға яуап биргәндә ҡыйынлыҡ кисерә. Был психологик йәрәхәттәргә килтерә, кешелә кәмселек тойғоһо, кире эмоциялар тыуҙыра. Шунлыҡтан кеше аралашыуҙан баш тарта, һөйләшмәҫкә тырыша. Күптәр шул арҡала үҙенең профессиональ оҫталығын, башҡа һәләтен күрһәтеүҙән баш тарта. Уның күңелен, әгәр ҙә тотлоҡмаһам, тигән хис ялмап ала. Был телмәрҙе генә түгел, психиканы ла ҡаҡшата, тип иҫәпләй логопед Рәмилә Фазылйәнова. Әңгәмәбеҙ ошо сир хаҡында.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru