Иләк менән һыу ташымайҙар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көләйек! Сәләмәтлек

    Көлөү – иң яҡшы дауалау һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараларының береһе. Йыш көлөүсе кешеләрҙең иммун системаһында киҙеү вирусына ҡаршы тороусы матдәләр бүленеп сыға. Һәм был берҙән-бер дәлил түгел! 10 минут көлөү 10 – 20-гә ҡан баҫымын төшөрә.

    Көн һайын 15 минут көлөү йылына ике килограмм самаһы кәүҙә ауырлығын кәметергә ярҙам итә.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Октябрь (Ҡарасай) ---

    Юбилейҙар

    1 – шағир, яҙыусы, драматург, публицист, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғәзим ШАФИҠОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1939 – 2009).
    4 – БР-ҙың халыҡ артисы, А. Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты Риф СӘЙФУЛ-ЛИНҒА – 60 йәш (1949).
    5 – шағир, журналист Бәҙрүш МОҠАМАЙҘЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1909 –1944).
    14 – шағир Рәйес ТҮЛӘКТЕҢ тыуыуына – 50 йыл (1959 – 2007).

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш һәм йөрәк ауырыуҙары хаҡында Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик хәйерсе ике бер туған йәшәгән. Улар бер-береһен шул тиклем яратҡан һәм шуға үҙҙәрен бәхетле итеп тойоп, бер төптән уйлап эш иткән. Һәр ваҡыт бергә булғандар: шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, байрамда ла.
    Шулай бер ваҡыт туғандарҙың береһе бик күп аҡса таба. Шунан был:

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Тыуған көнөгөҙҙө әйтегеҙ?
    – 18 июль.
    - Йылы?
    - Йыл һайын.

    авторы: Альбина | 29 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика туристары байрамға йыйыла Яңылыҡтар » Спорт

    Баш ҡаланың Иван Якутов исемендәге паркында бөгөн республика спорт-туризм байрамы уҙғарыла. Һәр ҡунаҡ бында йәненә оҡшаған сараны тамаша ҡыла аласаҡ, тип вәғәҙә итә ойоштороусылар. Балалар өсөн дә конкурстар, ҡыҙыҡлы уйындар була. Тыуған яҡҡа арналған викторина, турист йыры конкурсы, автотуризмды үҙ итеүселәргә трофи-рейдта ҡатнашыусы автомобилдәр күргәҙмәһе ойошторола.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Туризм – минең йәшәү рәүешем», – Яңылыҡтар » Спорт

    «Туризм – минең йәшәү рәүешем», –
    Иртәгә – Бөтә донъя туризм көнө

    «Туризм – минең йәшәү рәүешем», – ти оҙаҡ йылдар дауамында сәйәхәткә сығыусы Олег Ибраһимов
    Кешеләр араһында төрлө һөнәр эйәләре булған кеүек, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары менән айырылып торғандары ла бихисап. Һәр кемдең үҙенә хас шөғөлө була. Бына Өфө ҡалаһында йәшәүсе Олег Ибраһимов иһә туризм менән «ауырый». Уны профессиональ турист тиергә лә була.
    Барыһы ла 80-се йылдар башында егет Өфө дәүләт авиация техник университетының (ул саҡта институт) IV курсында уҡыған саҡта башлана. Был мәлдә ҡыш көнө йәштәр, барыһы ла тәүге тапҡыр, Урал тауҙарына походҡа юллана. Бер нисә төркөм төрлө яҡта йөрөп, Үрге Әүжәндә осраша. Һигеҙ көнгә һуҙылған сәйәхәт Олегтың күңелендә иң көслө тәьҫораттар ҡалдыра. Ул хатта бөгөн дә аҙнанан ашыу ҡоро ризыҡ, шөкәрә менән туҡ-ланғандан һуң йомшаҡ икмәк тәмен, еҫен нисек ҡабул иткәнен дә хәтерендә тота. Тап шул саҡтан туризм-ға ғашиҡ була һәм йыл да ҡайҙалыр бармай ҡалмай. Инде утыҙ йылға яҡын йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн тәбиғәттә була.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт премиялары тапшырылды Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

    Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге премиялары һәм дәүләт премияһы лауреаты исеме түбәндәгеләргә бирелде:
    Әнәс Баһмановҡа – техник фәндәр кандидаты, «Энергетика ресурстары транспорты проблемалары институты» дәүләт унитар предприятиеһының бүлек мөдире, Станислав Бажайкинға – техник фәндәр докторы, «Энергетика ресурстары транспорты проблемалары институ-ты»ның 1-се үҙәге директоры, Валерий Михайловҡа – «Энергетика ресурстары транспорты проблемалары институты» проектының баш инженеры, Владимир Ключниковҡа – «Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү-технологик комплексы директоры, Ирек Манаповҡа – «Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы»ның баш инженеры, «Нефть транспорты өсөн ЦНСн 315-126... 630 УХЛ 1(4) насостары серияһын етештереүҙе ойоштороу һәм үҙләштереү» эше өсөн;

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Республика башлығы – халыҡ-ара сарала

    БР Президенты М. Рәхи-мов Мәскәүҙә «Рәсәй һәм Ислам донъяһы: тотороҡлоҡ хаҡына партнерлыҡ» халыҡ-ара конференция-һында ҡатнашты.
    Форум Рәсәйҙең мосолман донъяһы илдәре менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлеген киңәйтеү маҡсатында үткәрелде. Рәсәй Мөфтөйҙәре советы рәйесе Рауил Ғәйнетдиндең доклады Рәсәй менән мосолман илдәре араһындағы мөнәсәбәттәргә һәм донъяуи һәм дини власть институттарының конструктив диалогын артабан үҫтереү кәрәклегенә арналды.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru