Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Хужабикәгә кәңәш
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Профсоюз берләштерҙе ---

    Профсоюз берләштерҙе
    25 сентябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округы йәштәренең III профсоюз форумы асылды

    Cарала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән барлығы 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында студенттар ҙа, эшсе йәштәр ҙә бар. Форумдың төп маҡсаты – буласаҡ профсоюз лидерҙарын әҙерләү, тәжрибә уртаҡлашыу. Әлегә тиклем бындай форумдар Ҡаҙан һәм Пермь ҡалаларында үткән.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәрҙе хәстәрләп Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһының 320 меңдән ашыу йәш ағзаһы булған профсоюздары йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бирә. Был мәсьәләнең әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, өс йылға бер тапҡыр (2003 – 2006 – 2009) махсус социологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Унда профсоюздарға йәштәрҙең ҡарашы, ошо хәрәкәттә уларҙың үҙ-үҙен нисек тотоуы, проблемалары һәм профсоюздың шул проблемаларҙы нисек хәл итә алыуы асыҡлана.
    2003 йылда уҙған БР профсоюздар федерацияһы советы пленумы тотош йәштәр темаһына арналғайны.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Һалымсыларҙың: «Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла», – тигән өндәүен күп граждандар ғәмәлдә әүҙем ҡуллана. Шуға ла Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тәжрибә үткәрә. Һәр кем 15 авгус-тан 15 октябргә тиклем 8-904-73-61-001 номерына 12 һандан торған ИНН-ы менән SMS-хәбәр ебәреп, һалым түләүҙәре буйынса бурысын асыҡлай ала.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БОЛГАРИЯ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК НЫҒЫЙ Яңылыҡтар

    БОЛГАРИЯ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК НЫҒЫЙ
    Өфөгә өс көнлөк визит менән Болгария Республикаһының рәсми делегацияһы килде. Болгарияның дәүләт власы органдары етәкселәре, ҡала башлыҡтары, ғалимдар һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен Башҡортостан менән таныштырыу өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне.
    Ҡунаҡтарҙың сәфәре Болгария менән Башҡортостан араһында иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә йүнәлтелде.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алдан һайлауҙар башланды Яңылыҡтар

    Республика территорияһында 18 сентябрҙән 29-ына тиклем территориаль һайлау комиссияларында ваҡытынан алда һайлауҙар үтә. Участка һайлау комиссияларында ул 30 сентябрҙә башланасаҡ. 23 сентябргә ҡарата 158 кеше үҙ тауышын биргән дә инде. Улар, башлыса, студенттар һәм вахта ысулы менән эшләүселәр. Тауыш биреүселәрҙең иң күбеһе – Белорет һәм Илеш райондарының территориаль һайлау комиссияларында.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БР Конституция суды рәйесе тәғәйенләнде Яңылыҡтар

    Дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 17-се ултырышында БР Президенты тарафынан БР Конституция суды рәйесе вазифаһына күрһәтелгән кандидатура хупланды – Люция Ғүмәрова БР Конституция суды рәйесе итеп тәғәйенләнде.
    Люция Шаһибал ҡыҙы Ғүмәрова 1959 йылдың 1 ғинуарында Хәйбулла райо-нында тыуған. Хоҡуҡ белгесе һөнәре буйынса БДУ-ны тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты, БДУ доценты. 1996 йылдан – БР Конституция суды судьяһы. 2008 йылда ҡайтанан республиканың Конституция суды судьяһы вәкәләттәренә эйә була. Илдус Әҙеһәмов-тың отставкаға китеүенә бәйле, БР Конституция суды рәйесе вазифаһын башҡара.
    Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА ---

    ЙӘКИ МЕДИЦИНА СОВЕТЫНА ӨМӨТ ҘУР

    Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш райондарында һәм Мәләүез ҡалаһында үтәсәк һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышына бер аҙна ваҡыт ҡалды. Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған сара «Халыҡ сәләмәтлеге – Башҡортостан байлығы» девизы аҫтында уҙғарыла.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана ---

    Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителделәр

    Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
    «Шул тәүге аҙымға йөрьәт итеп баҫаһы ғына ҡала», – ти Тамара ЮЛДАШЕВА
    «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағирә, һәләтле журналист Тамара Юлдашеваның (Тамара Искәндәриә) ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошобоҙҙоң көнүҙәк мәсьәләләре менән һуғарылған мәҡәләләре республикабыҙҙың ниндәй генә баҫмаһында донъя күрмәй. Уның яҙғандарында халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә, замандаштарыбыҙ образы ла сағыла, сәйәсәт, иҡтисад, социаль тормош, мәҙәниәт һәм мәғариф проблемалары ла күтәрелә. Бынан тыш, ул дүрт шиғырҙар йыйынтығы авторы ла.
    Тамара Юлдашева менән әңгәмәбеҙ журналистың үҙе һәм журналистика хаҡында.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru