Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Яңылыҡтар
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Йондоҙнамә
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк шағир рухына бағышлап Әҙәбиәт

    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителделәр
    «Йылдар ҡатламы аша тапты рухы тынғылыҡ» исемле әҙәби-публицистик очеркты эске бер тетрәнеү кисермәйенсә уҡып булмай. Тәжрибәле журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Юлдаш» район гәзитенең баш мөхәррире Хәмит Нәбиевтың китабы башҡорт халҡының легендар улы, бөйөк шағир, мәғрифәтсе Шәйехзада Бабичтың данлыҡлы һәм фажиғәле тормош юлын яҡтыртыуға, уның ижадына бағышланған.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киң фекерләүсе һәм ҡыйыу журналист Әҙәбиәт

    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителделәр
    Үкенескә күрә, бик күп сәбәптәр арҡаһында беҙҙең республика матбуғаты биттәрендә сәйәси темаға бағышланған мәҡәләләр бик һирәк күренә. Бының төп сәбәбен дә төҫмөрләргә мөмкин: һуңғы ваҡыттарҙа, дөрөҫөн әйткәндә, һүҙ азатлығы ныҡ сикләнде һәм был сикләүҙәр арҡаһында беҙҙең республика гәзиттәре биттәрендә сетерекле сәйәси мәҡәләләр бөтөнләй күренмәй башланы.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гимназияның үҙ премияһы бар Мәғәриф

    Гимназияның үҙ премияһы бар
    Гимназияның үҙ премияһы бар
    Гимназияның үҙ премияһы барГимназияның үҙ премияһы бар
    йәғни Баш ҡаланың 39-сы гимназия уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа нисек еңеү яулай?

    Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһы уҡыусыларының олимпиадаларҙа, район, ҡала, төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында яулаған еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Йыл һайын тиҫтәләгән уҡыусы ил күләмендәге, хатта халыҡ-ара абруйлы конкурс-тарҙа, фән олимпиадаларында призлы урынға лайыҡ була. Бының сере ябай: гимназияла баланың бәләкәй генә уңышын да күреп үҫтерә, яңы ҡаҙаныш-тарға ҡанатландыра беләләр.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атай рухы Башҡортостан » Хәтер

    Был донъяла һәр кемдең үҙ атаһы, әсәһе бар. Ғәзиз дә, ҡәҙерле лә, изге лә улар беҙгә. Һине яҡты донъяға тыуҙырған, тормош бүләк иткән кешеләрҙең һәр ваҡыт йәнәшә, эргәлә булыуы оло бәхет икәнлеген күптәр аңламай.
    Сентябрь айы. Атайым көнө-төнө колхоз эшендә, ҡыҙған ураҡ мәле, буш ваҡыты бик юҡ. Әсәйем мәктәптә эшләп йөрөй, Вил ҡустым башланғыс синыфта уҡый. Ә минең башта уҡыу ҡайғыһы юҡ тип әйтерлек. Сөнки атайым бик шәп бүләк эшләмәксе миңә.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Дауылдар булып туҙындым, Туламаны Ер шары» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Рамай ҠАҺИР
    Шәжәрә

    Беҙҙең ырыу – шундай көслө,
    Имән кеүек шәжәрә!
    Һәр яҙ һайын бөрөләнә,
    Һәр яҙ һайын йәшәрә.
    Ныҡлы уның тамырҙары:

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәжрибә Яңылыҡтар

    Ынйы сәскәләрен күргәнегеҙ барҙыр. Улар кескәй генә ап-аҡ моң тамсыларына оҡшаш. Һаҡ ҡына ҡағылыу менән сыңлап китер кеүектәр. Ынйылар – матурлыҡ, сафлыҡ һәм ихласлыҡ билгеһе. Альвина Мөхәмәтйәнова ижад иткән хикәйәләр ҙә ошо ынйылар кеүек.
    Альвина – Ҡоншаҡ районы Тәхәлем урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы, әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолаҡ һал! Яңылыҡтар

    Әгәр алтын әйберҙәр тоноҡланһа, уларҙы нишатыр спирты һалынған һыуҙа (бер стакан һыуға алты тамсы) йыуығыҙ, сайҡатығыҙ һәм ҡоротҡансы һөртөгөҙ.
    Алтын йүгертелгән әйбер-ҙәрҙе скипидарға йәки этил спиртына манылған мамыҡ киҫәге менән ышҡыйҙар. Шулай уҡ киҫелгән һуған һәм таҙа фланель сепрәк менән һөртөп тә ялтыратырға мөмкин.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *
    – Ҡәҙерлем, – ти ире, – бөгөн мин шул тиклем насар йоҡланым.
    – Беләм, – ти ҡатыны. – Һин бик ныҡ борғоландың, хатта төшөңдә һөйләштең дә.
    – Шулаймы? Һәм нимә һөйләнем инде?
    – Эй, хәтерләмәйем дә...
    – Эйе, әсәйем дөрөҫ әйткән! Һин бер ҡасан да минең нимә һөйләгәнде тыңламайһың! – тигән ире, асыуланып.

    авторы: Альбина | 26 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru