Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Әрме – 2008
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҮҘ АҒАСЫҢДЫ УЛТЫРТТЫҢМЫ? Мәғәриф

    Мәсетле районы мәктәптәрендә «Һәр беренсе һәм сығарылыш синыф уҡыусыһына – бер ағас» тип аталған үҙенсәлекле акция бара.
    Сара барышында райондың барлыҡ мәктәптәрендә быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барыусылар ғүмерҙәрендәге тәүге ағасын ултыртһа, ун беренсе синыф уҡыусыларының ҡулы менән айырым аллея булдырылған. Сараны ойоштороусылар фекеренсә, бындай акция ярҙамында балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә, йәш быуын тыуған ауылын төҙөкләндерергә өйрәнә.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел уҡытыу – көн үҙәгендә Мәғәриф

    Тағы бер тапҡыр туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләһе ҡаралды
    Уҡыу йылы башланды, бурыстар ҙа, пландар ҙа билдәләнгән, әммә эш барышында асыҡлыҡ индерәһе һорауҙар, хәл итәһе мәсьәләләр тыуып ҡына тора. Шуға күрә һәр уҡыу йылы башында республика район-ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр буйынса методистарының семинар-кәңәшмәһен үткәреү күптән ҡалыпҡа һалынған. Быйыл ул Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында үтте. Унда республиканың мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, министрлыҡтың милли мәғариф бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Салауат Галин, Мәғариф министрлығы белгестәре ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыры йәшәй йөрәктәрҙә Башҡортостан » Хәтер

    Йыры йәшәй йөрәктәрҙә
    Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай Кәримгә, иҫән булһа, быйыл 90 йәш тулыр ине. Ошо айҡанлы республикабыҙҙа мәшһүр әҙиптең ижадына бағышланған әҙәби марафон иғлан ителде. Дүртөйлө районының Шишмә ауылы китапханаһы, махсус конкурсҡа «Мостай Кәримдең ижад донъяһына сәйәхәт» тип аталған проектын тәҡдим итеп, еңеп сыҡты һәм марафонда ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъяға асыҡ тәҙрә аша Әҙәбиәт

    Донъяға асыҡ тәҙрә аша
    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде
    «Журналистика йәмғиәт менән идара итерлек кимәлгә күтәреләсәк», – ти Таһир ИШКИНИН
    – Һүҙҙе шунан башлайыҡ, һинеңсә нимә ул журналистиканың асылы һәм ижад сере?
    – Төрлө фәнни терминдарҙы ҡулланмайынса ғына уның хаҡында нимәлер әйтеп буламы икән? Иң таралған фекер – «дүртенсе власть». Был, ысынлап та, шулаймы? Әллә журналистар уны үҙ шөғөлдәренең баһаһын арттырыу өсөн уйлап сығарғанмы икән? Беҙгә ул әйтем ситтән килеп ингән бит. Күп булһа егерме-егерме биш йыл элек.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш йылдары йырҙары Яңылыҡтар » Иғтибар

    Пушкалар атҡанда муза тынып тора, тигән классик һүҙҙәрҙе иҫләйһегеҙме? Әммә тормош бының киреһен раҫлай. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән алып Еңеү салютына тиклем йыр фронтовиктың тоғро юлдашы була. Ул алышта ярҙам итә, һалдаттарҙың рухын күтәрә, яҡындарың менән айырылышыу ғазабын баҫа. Фронтта ниндәй йырҙар йырлағандар? Тәүҙә һуғышҡа тиклем ижад ителгән популяр патриотик йырҙарҙы. Тиҙҙән инде яңылары барлыҡҡа килгән.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишей ауылында йәшәүсе тыл ветеранына – 90 йәш! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ишей ауылында йәшәүсе тыл ветеранына – 90 йәш!
    Йәнбикә Хәсәнова тормош һынауҙарына бирешмәгән
    Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланмаған. Заман килтергән нужаларҙан кешеләр хәҙерге кеүек үҙ муйындарына үҙҙәре элмәк һалмаған, киреһенсә, киләсәккә ҙур өмөттәр һәм яҡшы маҡсаттар ҡуйып йәшәгән. Һуғыштың ҡасан да булһа бер бөтөрөнә, халыҡтың еңел тын алып, тыныс тормошта йәшәйәсәгенә ышанған. Яугирҙар менән бер рәттән, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкә тылда ҡалғандар ҙа ҡушылған. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн улар ал-ял белмәй таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем бил бөккән. Эштең иң ауыры ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшкән. Һуғыш балаларҙы иртә ҙурайырға, тормош михнәттәрен ваҡытынан алда татырға мәжбүр иткән.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош күренештәре Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Икегеҙгә лә оҡшамаған»
    Ҡыҙҙарыбыҙ менән ҡала паркында йөрөйбөҙ. Көтмәгәндә ҡатыным менән бергә эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы, республикала ярайһы билдәле ҡатын осраны.
    – Һаумыһығыҙ!
    – Һаумыһығыҙ!
    Апай тытылдығын сыҡты.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телефон таныштырҙы уларҙы ---

    Телефон таныштырҙы уларҙы
    А. – Сәләм, Илнур!
    Р. – Һеҙ яңылыштығыҙ.
    А. – Ой, ғәфү итегеҙ (трубканы һала).
    А. – (тағы ла бер аҙҙан). Сәләм, Илнур!
    Р. – Егет, һеҙ тағы ла яңылыштығыҙ.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru