Йоҡосан егеткә дәрт булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ярғанат Яңылыҡтар » Иғтибар

    Йәнлектәр донъяһы
    Белгестәр был йән эйәһен ҡул-ҡанат төркөмөнә ҡаратып ‘‘осоусы сысҡан‘‘ тип нарыҡлай. Беҙҙең илдә уның 39 төрө йәшәһә, Башҡортостанда 12-һе осрай. Шуларҙың һигеҙе республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән (‘‘Животный мир Башкортостана‘‘, Уфа, Китап, 1995). Бигерәк тә ‘‘төнгө мыйыҡлы‘‘, ‘‘ҡоро ҡолаҡсын‘‘, ‘‘киске ҡыҙый‘‘, ‘‘ҡоро‘‘ һымаҡтары киң таралған.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡурай-шоу» миҙгел аса Яңылыҡтар

    26 сентябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 71-се ижад миҙгеле «Ҡурай-шоу» программаһы менән асыла
    Ҡурай – халыҡтың милли йөҙөн сағылдырған, уның мәҙәниәтен күҙалларға ярҙам иткән ябай ҙа, серле лә музыка ҡоралы. Башҡорт сәнғәтендә оҫта ҡурайсыларҙың күп булыуы, йәштәр араһында республика кимәлендә конкурс-фестивалдәр уҙғарылып тороуы – яҡшы күренеш. Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең арҙаҡлы ҡурайсылары менән данлы.

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Иртәнсәк ҡатыны ирен уята:
    – Тор инде, иртәнге ашҡа бутҡа күптән әҙер.
    – Ә нимәнән?
    – Билмәндән!

    авторы: Альбина | 24 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр Ҡытайҙа ла уҡый Яңылыҡтар » Иғтибар

     Беҙҙекеләр Ҡытайҙа ла уҡый
    Светлана Һатлыҡова был илдә бишенсе йыл белемен арттыра
    Уҡыйым тигән йәштәргә хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре беҙҙең уҡыу йорттары менән генә сикләнеп ҡалмай, сит илдәргә лә сығып китә. Америка, Германия, Англия, Төркиә, Һиндостан, Фәләстан... Европа илдәрендә белем алыу һәр саҡ абруйлы һаналған, ә бына Ҡытай кеүек илдә уҡыу бер ҙә генә лә үҙенә арбамай кеүек ине. Әммә Ҡытайҙы барып күреп, унда йәшәп, урындағы халыҡ менән аралашып, өҫтәүенә, илдең юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыған кешеләр бөтөнләй икенсе фекерҙә икән.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡаланың хеҙмәтсән йәштәре конкурсы Яңылыҡтар » Конкурстар

    «2006 – 2010 йылдарға Башҡортостандың баш ҡалаһы йәштәре» ҡала комплекслы программаһын бойомға ашырыу маҡсатында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты баш ҡала йәштәре араһында «Иң яҡшыларҙан-яҡшы» конкурсын үткәрә.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Рәсәй Президенты ҡотланы

    РФ Президенты Дмитрий Медведев изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете уңайынан Рәсәй мосолмандарын ҡотланы. Ил етәксеһенең ҡотлауын Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уҡып ишеттерҙе.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берлектәге эш берегә Яңылыҡтар

    БР Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге, ҡайһы бер территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ҡала һәм район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашып, һайлау кампанияһына әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында һүҙ алып барҙы.
    Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов киң мәғлүмәт сараларын һайлау комиссияларының стратегик партнерҙары тип атаны.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Американың ҡарарын күптәр хуплай

    Иртәгә Нью-Йоркта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Америка Президенты Барак Обама осрашасаҡ.
    Осрашыу ике яҡлы мөнәсәбәттәр өсөн уңайлы шарттарҙа үтә. Америка лидерының Польша һәм Чехияла ракетаға ҡаршы обо-рона системаһы элементтарын урынлаштырыуҙан баш тартыу ниәте буласаҡ саммитҡа ысын бүләк булды. Дмитрий Медведев Америка телевидениеһына биргән интервьюһында: «Ракетаға ҡаршы оборона мәсьәләһе менән ике-өс илгә айырым-айырым шөғөлләнеү ярамай, был мәсьәләне хәл итеүгә һөйләшеп, бергәләп тотоноу кәрәк», – тип белдергән. Рәсәй һәм Америка лидерҙарына Көнбайыш Европа илдәренең етәкселәре лә ҡушылған. Франция Президенты Николя Саркози Американың был аҙымын «Бөтә йәһәттән дә бик яҡшы ҡарар» тип баһалай.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru