Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һәнәре менән оло булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Киров ҡалаһында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота етәкселегендә үткән округ дәүләт власының закондар сығарыу органдары ассоциацияһының XXI ултырышында ҡатнашты.
    Ултырышта дәүләт власының закондар сығарыу органдары етәкселәре, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары, төп федераль инспекторҙар, дәүләт федераль органдарының төбәк органдары вәкилдәре, Киров өлкәһе депутаттары ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШКӘ СЫҒАМ, ӘМӘЛ ЮҠ ТИК БАЛАМА БАҠСА ЮҠ Яңылыҡтар » Иғтибар

    йәки Шәхси балалар баҡсаһы киҫкен мәсьәләне хәл итәме?
    Бер нисә йыл күрешмәгән танышым менән осраҡлы ғына осрашып, донъя хәл-әхүәлдәре тураһында һөйләшеп торҙоҡ. Осрашыуға ай ярымлап ваҡыт үтһә лә, уның сабыйын балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай илаулап йөрөүенә әле булһа эс боша. Көрсөккә бәйле ире ҡыҫҡартыуға эләккән, әле эш эҙләй, ҡасан урынлашыры билдәһеҙ. Үҙе эшкә сығыр ине, ике йәше яңы тулып үткән балаға ҡайҙа ти инде балалар баҡсаһы...

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән Башҡортостан » Юбилейҙар

    Яҙыр ҡәләменең осо донъя йәмен, ғәмен йөкмәгән
    Әҙиптең юбилейы айҡанлы ойошторолған республика әҙәби марафоны Илеш ерендә дауам итте
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарарына ярашлы, республикабыҙ китапханалары араһында уҙғарылған «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы» тип аталған марафонда Илеш районының үҙәк китапханаһы тәҡдим иткән конкурс эштәре «Уңышлы сценарий» исеменә лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ергә берегеп, иген икмәһәк беҙ, Белмәҫ инек икмәк тәмен дә Яңылыҡтар

    Ергә берегеп, иген икмәһәк беҙ, Белмәҫ инек икмәк тәмен дә
    Һәр эштең, һәр һөнәрҙең үҙ нескәлеге бар. Кеше ниндәй генә һөнәр һайламаһын, уңышҡа үҙенең тырышлығы аша ғына килә. Ә хеҙмәте менән һөйөндөргәндәр араһында йәштәрҙе лә күреү күңелдә һөйөнөс уята. Уларға дан да, хөрмәт тә ҙурҙан. Ергә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү бурысын, борон-борондан килгән игенсе һөнәрен ата-бабаһынан ҡабул итеп алған Радмир Мөхәмәтдинов – ана шундайҙарҙан.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ойошмалары ла ситтә ҡалманы Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһының 273 йыллығы айҡанлы уҙғарылған саралар унда йәшәүселәрҙең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡаланың тыуған көнөнә бер кем дә битараф ҡалманы, тиһәк тә, хата булмаҫ. Өлкәнең башҡорт йәмәғәт ойошмалары быйыл да ошо ҙур сарала әүҙем ҡатнашты.
    Өлкәбеҙҙең Башҡорт йәштәре иттифағы ҡалабыҙҙың Ленин проспектында үткән байрамда ҡатнашты. Меңәрләгән кешене берләштергән сағыу колонналар эсендә ҡулдарына ойошма эмблемаһы менән флагтар тотҡан йәштәр төркөмө халыҡ иғтибарын йәлеп итте.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте ---

    «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
    Ә еңеүселәр декабрҙә уҙғарыласаҡ гала-концертта билдәләнәсәк
    Ҡыҙ күңеле – шундай саф, хыялый донъя. Ул бейеклеккә, зәңгәр күккә ынтыла, ҡулдарын елпеп, осоп китергә теләй. Хистәренең сафлығы, күңеленең матурлығы өсөн фәрештәләр уның иңенә ҡанат ҡуя. Бер ынтылыш – һәм хыялый ҡыҙ күк киңлектәрен байҡай.
    Салауат районының «Ян­ғантау» шифаханаһы һылыуы Эльвина Низамованың иң юғары баһа – 40 балл йыйған бейеүе «Ҡыҙ күңеле – тауис ҡош» тип атала. Үҙенең бейеүе менән жюри ағзаларын да хыял донъяһына сумырға мәжбүр итте ул. Телевизор ҡараусы-ларға иһә ҡыҙ иң күп смс-тауыш йыйыусы бейеүҙәрҙең береһе – «Киленсәк» бейеүе аша таныш.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп ---

    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде

    Зөфәр Толомғужиндың «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» хеҙмәте – беҙҙең хәҙерге заман өсөн, бигерәк тә йәштәр өсөн бик кәрәкле, актуаль әҫәр.
    Автор был хеҙмәттә илебеҙгә, телебеҙгә, хәҙерге йәш быуынға ҡағылышлы бик күп проблеманы күтәреп сыға. Халҡыбыҙҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, көндән-көн битарафлана барыуы, үҙ теленә, иленә булған вайымһыҙ ҡарашы борсой авторҙы. Бигерәк тә миңә яҙыусының исемдәргә ҡағылышлы проблеманы күтәреүе оҡшаны. Ысынлап та, йәш ғаиләләрҙә хәҙер яңы тыуған балаға башҡорттарға һәм, ғөмүмән, мосолмандарға хас булмаған мәғәнәһеҙ сит ил исемдәре ҡушыу киң таралды.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтынай БУРИНА: «БОРОН-БОРОН ЗАМАНДА...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Алтынай БУРИНА: «БОРОН-БОРОН ЗАМАНДА...»
    ЙӘКИ «...ТӘГӘРӘП КИТТЕ ЙОМҒАҒЫМ»
    Бөгөнгө ҡунағыбыҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш. Теле асылған мәлдән спектаклдәрҙә уйнаған, кинола төшкән, республика «Cәсәндәр» конкурсында еңеү яулаған, «Һылыуҡай – 2004» гүзәллек бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булған, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 250 йыллығын байрам иткән оло йыйындағы театрлаштырылған тамашала Әминә ролен башҡарып тамашасының һөйөүен яулаусы Алтынай ИБРАҺИМОВА, хәҙер инде БУРИНА булыр ул. Хәйер, былар – Алтынайҙың барыбыҙға ла мәғлүм уңыштары. Ә беҙгә билдәле булмағандары... Йә, әйтегеҙ, башҡорт ҡыҙҙарынан кем барып Америка һынлы Америкала төшөрөлгән фильмда ҡатнашҡан әле?..
    Ғөмүмән, һәр кемдең уңышы егәрлелегенә, булдыҡлылығына бәйле. Был йәһәттән Алтынайға һоҡланмау мөмкин түгел. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар бүлеген, Мәскәүҙә С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематографистар институтын, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаған замандашыбыҙ бар өлкәләге белемен дөрөҫ файҙаланып ижад итә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.

    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru