|
 |
|
Ат ярышы кеүек үк үҙенсәлекле, сағыу һәм дәртле спорт төрө юҡтыр. Ысынлап та, йылҡылдап торған саптарҙарға ҡарау үҙе бер тамаша. Баштарын юғары сөйөп елеп үткән аттарҙың алдан килгәндәре генә түгел, башҡалары ла күҙҙең яуын алып, матур бер күренеш тыуҙыра. Баш ҡалабыҙҙағы Таһир Күсимов исемендеге халыҡ-ара «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан ойошторолған ҙур ат ярышы, ямғыр яуыуына, көндөң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, бик шәп үтте. Башта пониҙарҙа балалар ярышты. Тамашасылар араһында тәүҙә үк «Дедал» ҡушаматлы ат хаҡында һөйләүселәр ишетелә ине. Ысынлап та, тап ошо ат финишҡа беренсе булып килде. Иң шәп һыбайлы туғыҙ йәшлек малай ҙа ат спортында осраҡлы ғына түгел икән. Ул Ринат Хөснөтдиновтың улы – Артур. Белгестәр был малайға ҙур өмөт бағлай.
|
|
|
|
Сараның маҡсаты – Башҡортостан төбәктәрендә йәштәр хәрәкәте эше үҫешенә йомғаҡ яһау, 2010 йылға пландар билдәләү. Форумға ҡала-райондарҙың йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре, урындарҙағы координация советы ағзалары, Республика йәштәр хәрәкәте составына ингән балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне. Әйткәндәй, беренсе форум 2008 йылдың июнендә үтеп, унда ВЛКСМ ветерандары, йәштәр һәм үҫмерҙәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Сара сиктәрендә байтаҡ проект ҡабул ителде, үҫеш мәсьәләләре ҡаралды. Икенсе форум да эшлекле һөйләшеүҙәрҙе үҙ эсенә алды. |
|
|
|
Ике таныш ҡатын осраша: – Әҡлимә, хәлдәрең нисек? Кейәүгә сыҡҡанһың тип ишеттем. Иреңә тәүге әҙерләп ашатҡан ашың оҡшанымы һуң? – Ул тиклем үк булманы. Әммә табип, бер-ике аҙнанан уны дауахананан сығарасаҡбыҙ, ти. |
|
|
|
 – Бөгөн «Салауат Юлаев»ты лайыҡлы еңеүе менән ҡотлағы килә. Беҙ урыны менән генә хоккей уйынына оҡшаған мәлдәр менән генә күңелебеҙҙе йыуата алабыҙ. Ә ҡалғанында өфөләр беҙгә хоккей уйнау буйынса мастер-класс күрһәтте. Дәғүәсенән күпте өйрәнергә кәрәк. Өфөләр бөтөнләй бит уйнарға ирек бирмәне. Юҡ, булманы түгел, булды беҙҙең дә мәлдәр. Тик дәғүәсе ҡапҡабыҙға дүртенсе шайбаны индергәс, тәрбиәләнеүселәрем уйнамаҫ булды. Бына шулай тип һығымта яһаны хужаларҙың баш тренеры. Һүҙ юҡ. Дөрөҫ фекер. Эйе, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре был осрашыуҙа, атлап йөрөп кенә, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ, оҫталығы арҡаһында ете тапҡыр уңышҡа өлгәште. Уйында бөтөнләй көсөргәнеш булманы. Күнекмәгә сыҡҡан һымаҡ ҡына, төртөшмәй, йығылмай ғына беҙҙекеләр үҙенә кәрәкле еңеүҙе яуланы. Береһенән-береһе матур голдарҙы Игорь Григоренко, Александр Радулов, Сергей Зиновьев, Патрик Торесен, Кирилл Кольцов һәм ике тапҡыр Дмитрий Калинин индерҙе. Афарин! |
|
|
|
Сәскәләргә күмелгән гөл-баҡса, Бар тирә-яҡ йәннәттәге кеүек, Ошо хозурлыҡтың уртаһында Илап тора малай башын эйеп… |
|
|
|
4 – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. 5 – Хәрби разведчиктар көнө. 7 – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. – Башҡортостан Республикаһының М. Нестеров исемендәге Художество музейы ойошторолоуға – 90 йыл (1919). 10 – Милиция көнө. |
|
|
|
2009 йылдың 8 сентябрендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Суд приставы көнөн булдырыу тураһындағы 1019-сы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, беҙҙең илдә Суд приставтары федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы – Суд приставы көнө булдырылды. Ул хәҙер йыл һайын 1 ноябрҙә билдәләнәсәк. 1865 йылдың 1 ноябрендә (элеккесә 19 октябрҙә) Рәсәйҙә суд приставтарының статусы асыҡлана. Был көндә император Александр II Санкт-Петербург һәм Мәскәү суд палаталарының уларҙың ведомствоһына ҡараған һәм округ судтары менән уставтарҙы алып барыу сиратын билдәләүсе положениены раҫлай, суд приставтары тәғәйенләнә, шарттар һәм эш хаҡы күләме раҫлана. Ошоноң нигеҙендә 1 ноябрҙе Суд приставы көнө итеп байрам итеү тәҡдиме индерелә.
|
|
|
|
|
|