Ата алмаған атынан күрер, ҡайта килеп, ҡатынынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Илдә булмаған ат
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре! Мәғәриф

    Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!
    Республикабыҙҙа уҡытыусы һөнәре иң хөрмәтле һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булһын, уҡытыусы хеҙмәте лайыҡлы баһаланһын, белем биреү учреждениеларына йәш уҡытыусылар килһен өсөн барыһы ла эшләнә.
    «Башҡортостан Республикаһының педагогик кадр­ҙары» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Йыл һайын педагогик оҫталыҡ конкурстары үтә, еңеүселәргә республика Президенты премиялары тапшырыла. Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыу­сыларына гранттар бирелә. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем булдырылды. Уҡытыусыларға эш хаҡы түләүҙең ғәмәлдәге яңы системаһы уларҙың хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, уңышлы һәм ижади эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе матди яҡтан дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужалар «һыйлыраҡ» шул Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» хоккейсылары сираттағы осрашыуҙарын үҙендәгегә ҡарағанда уңышлы башлап ебәрҙе. Башта улар Ҡаҙағстандың «Барыҫ» хоккейсыларында ҡунаҡта булды. Ғөмүмән, хужалар КХЛ чемпионатында уртаса команданан һанала. Уҙған миҙгелдә улар плей-оффҡа ла эләгеп ҡалғайны. Быйылғы беренселекте лә уртаса башлап ебәрҙеләр.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КӘЗӘ ҺӨТӨ ҠИММӘТ Яңылыҡтар

    Әле баш ҡалабыҙҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй башланы. Халыҡ унда ҡышҡылыҡҡа етерлек йәшелсә, ит алып ҡалырға тырыша. Йәрминкәләр эшләгән көндәрҙә Өфө баҙарҙарында әллә ни йәнлелек тә һиҙелмәй төҫлө.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡ-түлеккә баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында 2 октябргә ҡарата бирелгән. Ҡарағыҙ, сағыштырығыҙ һәм үҙегеҙ үҫтергән, етештергән йәшелсә-емеш, ит-һөт һатҡанда баҙар хаҡтарынан әллә ни кәметмәҫкә тырышығыҙ!

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ябайлығы менән бөйөк уҡытыусы Мәғәриф

    5 октябрь—Уҡытыусылар көнө
    Ябайлығы менән бөйөк уҡытыусы
    Ябайлығы менән бөйөк уҡытыусы

    Тышта төҫтәргә бай сағыу көҙ айы. Ошондай матур миҙгелдә кешелек донъяһы иң изге, иң күркәм байрам-дарҙың береһе – Уҡытыусылар көнөн билдәләй. Был байрам һәр кем өсөн ҡәҙерле һәм яҡын.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәләүез ҡалаһында Республика советының күсмә ултырышы үтте Яңылыҡтар

    Шулай ук кисә Бишбүләк, Миәкә, Мәләүез, Стәрлебаш райондарында яңы дауаханалар асылды
    Мәләүез ҡалаһында Республика советының күсмә ултырышы үтте
    Кисә Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш райондарында һәм Мәләүез ҡалаһында Республика Советының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған күсмә ултырыш үтте. Унда республика халҡының һаулығын һаҡлау өсөн тейешле шарттар булдырыуҙың стратегик бурыс булып тороуы билдәләнеп, мөһим мәсьәләләргә иғтибар бүленде.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды ---

    Республиканың билдәле шәхестәре менән аралашыу бик йәнле барҙы

    Башҡорт йәштәре иттифағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә «Көс структуралары баҫымының көсәйеүенә бәйле Башҡортостандағы хәл» темаһына «Майҙан» дискуссия клубына йыйылды.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    1 октябрҙән 10 һумлыҡ яңы тәңкә әйләнешкә инә, ә ҡағыҙ «унлыҡ»тар 2012 йылға тиклем ҡулланылыштан алынасаҡ. Яңы биметаллик (еҙ менән ҡапланған ҡорос) тәңкә 5,63 грамм ауырлыҡта, диаметры – 22, ҡалынлығы 2,2 миллиметр. Уның формаһы һары төҫлө дискыны хәтерләтә, тәңкә материалы ферромагнит сифатҡа эйә.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАЛЫҠ ТА, КИТАП ТА МӘҢГЕЛЕК Башҡортостан » Юбилейҙар

    ХАЛЫҠ ТА, КИТАП ТА МӘҢГЕЛЕК
    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә – 90 йыл

    Элек нәшриәт ай буйына 20 мең һумлыҡ баҫма продукция һатһа, бөгөн – бер көндә

    1919 йылдың көҙөндә РКП(б)-ның I Бөтә башҡорт конференцияһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан дәүләт нәшриәте төҙөргә кәрәк, тигән резолюция ҡабул ителә. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Конференция һайлау үҙәгенә мосолман телендә әҙәби нәшриәт ойоштороу эшен йөкмәтә». Күп тә үтмәй, ҡалала әллә ни ҙур булмаған нәшриәт ойошторола.

    авторы: Альбина | 3 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru