Иренмәһәң, оҫта булырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Һынамыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туған тел аша – илгә һөйөү Мәғәриф

    Туған тел аша – илгә һөйөү
    Иң яҡшы тел уҡытыусылары бүләкләнде

    Белем биреү учреждениеларында тел уҡытыусыларына мөһим бурыс йөкмәтелгән. Улар балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй, халҡыбыҙҙың тамырҙарын өйрәтә, мәҙәниәте, йолалары менән таныштыра. Уҡытыусылар көнөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә иң яҡшы тел уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала республиканың ҡала һәм райондарынан 50 уҡытыусы-телсе ҡатнашты. Уларға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Быйыл премияның күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан – уҡытыусылар 30 мең урынына 50 мең һум күләмендә премия алды.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Октябрь байрамдарында нисек ял итәбеҙ? Яңылыҡтар

    Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» БР Законына ярашлы, республика территорияһында 11 октябрь – Республика көнө – Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө байрам көнө тип иҫәпләнә. 2009 йылда Республика көнө йәкшәмбегә тура килә. «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар һәм башҡа даталар тураһында» БР Законының 1-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, байрам ял көнөнә тура килеү сәбәпле, ял көнө байрамдан һуңғы көнгә күсерелә. Тимәк, 11 октябр­ҙәге ял көнө дүшәмбегә, 12 октябргә, күсерелә.
    Шулай итеп, республикабыҙҙа биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көнөнә бәйле 10, 11, 12 октябрь ял көндәре тип һанала.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газға хаҡ күтәрелде Яңылыҡтар

    1 октябрҙән илдә тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтары күтәрелә. Быйыл «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тарифтар инде дүртенсе тапҡыр арттырыла.
    Иҫәпкә алыу приборҙары булғанда бер кубометр газ ҡулланыу 2 һум 48 тингә төшәсәк. Торлаҡ биналарын йылытыуға файҙаланылған газ – 1 һум 81 тин, ә аш-һыу әҙерләүгә һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү булмағанда һыу йылытыу) 3 һум 80 тин торасаҡ.
    Элек хаҡтар 2,37, 1,74 һәм 3,62 һум ине.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Театр фестивале Мостай Кәримдең юбилейына арнала Яңылыҡтар

    Театр фестивале Мостай Кәримдең  юбилейына арнала
    Баш ҡалабыҙҙа 14 октябрҙән 20-һенә тиклем башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале үтәсәк. Унда республика театрҙары бөйөк әҙиптең әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр күрһәтәсәк.
    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль көндәрендә өфөләргә 16 театраль-музыкаль тамаша тәҡдим ителәсәк. Улар араһында милли театр сәнғәте классикаһына әйләнгән спектаклдәр – «Ай тотолған төндә», «Ташлама утты, Прометей» трагедиялары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» драмаһы, «Театр яҙы – 2009» республика фестивалендә иң яҡшы тип танылған «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» драмаһы һәм башҡалар бар.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Армияға көҙгө саҡырыу башланды Яңылыҡтар

    1 октябрҙә Рәсәй армияһына көҙгө саҡырыу башланды. РФ Оборона министрлығы разнарядкаһына ярашлы, Башҡортостан Ҡораллы Көстәргә 11 меңдән ашыу кеше ебәрергә тейеш. Был һандан Ҡоро ер ғәскәрҙәренә – 4700 самаһы, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә – 1200, Хәрби-һауа көстәренә – 1100, Һауа-десант ғәскәрҙәренә – 300, Хәрби-диңгеҙ флотына – 200, РФ Оборона министрлығының башҡа ғәскәрҙәренә һәм көстәренә – 1800, Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәрби частарына 1800 самаһы кеше талап ителә.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыр һәм ныҡышмалы хеҙмәт емеше татлы Яңылыҡтар

    Мортаза Рәхимов күренекле башҡорт ғалимдарына дәүләт премиялары тапшырҙы

    Кисә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл был абруйлы наградаға ун алдынғы ғилми хеҙмәткәр һәм производство новаторы лайыҡ булды. Республиканың төп байрамы алдынан уларға юғары бүләктәрҙе Президент Мортаза Рәхимов тапшырҙы.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һайлауҙар уңышлы үткән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында уның рәйесе Рәмил Мәжитов республикала 4 октябрҙә үткән һайлауҙарҙың яҡынса һөҙөмтәһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
    Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау республиканың 31 муниципаль районында үтте. Улар иҫәбенә Бөрө һәм Белорет ҡала биләмәләре советы депутаттарын һайлау, 15 муниципаль район советына һәм 67 ауыл биләмәһе советы, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе советы депутаттарын өҫтәмә һайлау, бер муниципаль районда ауыл биләмәһе советы депутатын ҡайтанан һайлау ҙа инде.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухлы йәштәр байрамы Яңылыҡтар

    «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Республика көнөнә, Йәштәрҙең башлан­ғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнап «Йәштәр – республикабыҙ киләсәге» тигән сара ойошторҙо. Кисә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтте.
    Сәхнәләге тәүге сығыштан уҡ байрамдың ниндәй буласағы төҫмөрләнгәйне инде. Төрлө моң бәйгеләре лауреаты Марсель Сәйетовтың ҡурайҙа һыҙҙырыуын йәштәр алҡышлап ҡаршыланы.

    авторы: Альбина | 6 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru