Ирҙең һүҙе эш булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Наркоманияға – юҡ!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • "Тимер ат"ындың Яңылыҡтар

    "Тимер ат"ындыңҮҙ һаулығын хәстәрләгән һәр кеше йыл һайын медицина тикшереүен үтеп торған кеүек, «тимер ат» та бындай тикшереүгә мохтаж. Тимер тимер инде, тиһәң дә, ул да иҫкерә, уның да үҙенә күрә сыҙамлығы бар. Автомобилде ҡарамайынса, ваҡытында эшлектән сыҡҡан шыйыҡсаларын, деталдәрен алмаштырмайынса, капот аҫтына оҙаҡ күҙ һалмай йөрөһәң, «дуҫың»дың «сырхап» китеүе ихтимал. Уның юлда ваҡытһыҙ сафтан сығыуы күңелһеҙ эҙемтәләр менән тамамланыуы ла бар. Шуға ла, иң яҡшыһы, «тимер дуҫ»ыңды тәрбиәләп, техник тикшереү үтеп тороу зарур. Күптәр быны бик етди ҡабул итмәй, уның әһәмиәтенә лә артыҡ иғтибар бирмәй. Әммә был үҙенә күрә иҫкәртеү сараһы бик күп бәләнән һаҡлай ала икән. Техник тикшереү үткәндә ниндәй документтар әҙерләргә һәм диагностиканы нисек үтергә?

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғым һуйыр мәл етә Яңылыҡтар

    Һатыусылар әйтеүенсә, көндәр һалҡынайыу менән баҙарҙа ит алыусылар ҡырҡа артып китә. Ә бына йәшелсә-емеш алыусылар нисектер кәмей төшә. Шуға ла тап ошо осорҙа – ауылда мал һуйырға иртәрәк, әммә һалҡынса булған мәлдә иттең хаҡы ла арта икән.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа 16 октябргә ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алимент түләмәйһеңме? Шинель кей! Яңылыҡтар

    Һуңғы йылдарҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең эше күҙгә күренеп йәнләнде. Үҙ «клиент»тарына – бурыслыларға ҡарата яңынан-яңы йоғонтоло саралар ҡуллана башланылар. Мөлкәтте тартып алыу йәки сит илгә сығыуҙы тыйыу менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Ә бына июлдә суд приставтары, үҙ бурыстарын түләмәүселәргә ил эсендә лә ирекле йөрөү тыйыласаҡ, тип белдергәйне. Хәҙер килеп, хәрби комиссариаттарҙа ла бурыслылар тураһындағы мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһына башлағандар – Ленинград өлкәһенең Тосно районы Федераль суд приставтары хеҙмәте бүлеге шундай башланғыс күрһәткән.
    Суд приставтарының быға тиклем дә алимент түләмәүселәргә ҡарата иғтибары ҙур ине – граждандарҙың был категорияһын улар әхлаҡһыҙҙар һәм тәртип боҙоусылар тип һанай. Шуға күрә лә яңы инициатива нәҡ уларға төбәлгән.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүәккәлләгән – таш ярған Башҡортостан, Иҡтисад

    Тәүәккәлләгән – таш ярғанРеспубликабыҙҙа финанс көрсөгөнә ҡаршы көрәштә эшһеҙлекте кәметеү төп маҡсат итеп ҡуйылды. Был йәһәттән беҙҙә төрлө маҡсатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Миҫалға 2009 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район программаһының үтәлешен генә алайыҡ. Уға ярашлы, үҙ эшен асырға теләүселәргә субсидия ҡаралған. Ошо программа сиктәрендә өс кеше субсидия алып, үҙ эшен асҡан да инде. Шундай тәүәккәлдәрҙең береһе – район үҙәгендә беренселәрҙән булып йорт хайуан­дарын дауалау, тәрбиәләү кәрәк-яраҡтарын тәҡдим ­итеүсе ”Айболит” магазинын асыусы Эльза Рәлиф ҡыҙы Туҡтағолова менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
    Бәләкәйҙән йорт хайуандары менән ҡыҙыҡһынған, уларҙы тәрбиәләргә яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инә.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! Тура бәйләнеш! Яңылыҡтар

    Социаль мәсьәләләр, атап әйткәндә, ғаилә институтын нығытыу, статусын яҡлау, аҙ тәьмин ителгән, ишле бала тәрбиәләүселәр хаҡында хәстәрлек күреү дәүләтебеҙҙең даими иғтибар үҙәгендә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ошондай һөйөнөслө лә, ҡайһы саҡта билдәле мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырған проблемалар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Һеҙҙең һорауҙарға БР Хөкүмәте Аппаратының хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш» 27 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем үтәсәк.
    Шылтыратығыҙ! Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347) 2-73-46-38.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Бруней-Даруссалама солтаны Хассанал Болкиах рәсми сәфәр менән Мәскәүгә килде.
    Кисә ул Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, Хөкүмәт Премьер-министры Владимир Путин менән осрашты.
    Осрашыуҙа һүҙ күберәк хәрби техника һәм нефть-газ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында барҙы. Шулай уҡ Брунейҙа Рәсәй илселеген асыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
    Бруней солтаны Мәскәүгә ниндәйҙер мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн генә килмәгән, ул илебеҙ баш ҡалаһының мәҙәни үҙәктәрен дә ҡарап сыҡҡан. Әйткәндәй, Хассанал Болкиах – хакимлыҡ итеүселәр араһында донъяла иң байҙарҙың береһе. Уның мөлкәте 20 миллиард доллар менән иҫәпләнә.
    Ҡыҫҡаһы, ике ил араһында хәрби хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ һалынды. Тиҙ арала килешеүҙәр төҙөлөр, тип ышанғы килә.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Арҙаҡлы шәхес – беҙҙең күңелдәрҙә Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика әҙәби марафоны тамамланды.
    Билдәле шәхестең ижад һәм ғүмер юлын яҡтыртыуға йүнәлтелгән сарала барлығы 77 китапхана ҡатнашырға теләк белдергәйне, комиссия 12 иң һәйбәт проектты һайлап алды. Улар – Өфө, Баймаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларының үҙәк китапханалары, Бәләбәй, Илеш, Шишмә райондары, Бөрйән районының Байназар, Ауырғазының Аҫаубаш ауылдары, баш ҡаланың 6-сы, Мәләүездең 4-се китапханалары. «Мин түгелмен ерҙең ҡунағы» тип исемләнгән марафон 16 июндә шағирҙың тыуған яғы Шишмә райо­нының Келәш ауылында старт алды ла үрҙә телгә алынған китапханалар аша үтте. Әйтергә кәрәк, китапхана хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта ҙур эш башҡарҙы. Төрлө йүнәлештәге конкурстар, әҙәби-музыкаль кисәләр, осрашыуҙар ойошторолоп, тағы ла бер тапҡыр арҙаҡлы шәхестең исеме ололап телгә алынды, уның тураһында хәтирәләр иҫләнде.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәби сараларға рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында, мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 75 йыл тулыуға арналған төрлө әҙәби саралар уҙа. Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында ла ҙур әҙәбиәт байрамы үтәсәк.
    Яҙыусылар союзы юбилейына бағышланған тантаналы кисә
    24 октябрҙә Өфө ҡалаһында Конгресс-холда була. Унда инеү - саҡырыу билеттары менән.
    Белешмәләрҙе 273-30-47 телефоны буйынса, саҡырыу билеттарын Коммунистик урамындағы 34-се йортта алырға мөмкин.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru