Айға үрелгән - нурға күмелгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Берҙәмлектә – көс
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ... оҙатып ҡалды Күк Урал. Башҡортостан, Хәтер

    ... оҙатып ҡалды Күк Урал.Чернухино ҡасабаһында халыҡ менән осрашыу, музейҙа хәтер йомғағын тағатыу һәм дәһшәтле һуғыш йылдарын һынландырыусы һәйкәлдәрҙе күреү, әлбиттә, күңелдәрҙә бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Урындағы халыҡтың ихласлығы, уртаҡ хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлауы һәм йәш быуынға еткереүе һәммәбеҙҙең йөрәгенә үтеп инеп, күңел ҡылдарын тибрәтте. Украиндар ҙа осрашыуға бик шат, бигерәк тә оло быуын вәкилдәре, ветерандар делегациябыҙҙан күҙ яҙлыҡтырманы, оло һағыныу, хөрмәт менән тәбрикләне, күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалды. «Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов кеүек геройҙары булған халыҡтың бөйөк булмауы мөмкин түгел. Баш­ҡорттар – бөйөк халыҡ!» – тиеүҙәре беҙҙе тағы ла ҡанатландырҙы, яңы үрҙәргә дәртләндерҙе.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер боксер – икенсеһенә:
    – Бөгөн метрола бер сиған минән операция өсөн аҡса һораны.
    – Һәм һин бирҙеңме?
    – Бирҙем.
    – Күпме?
    – Бер аҙ... Әммә операция кәрәк буласаҡ!

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Словения Рәсәйҙе үтергә уйлай?.. Яңылыҡтар » Спорт

    Киләһе йылда ЮАР-ҙа буласаҡ футбол буйынса донъя беренселегенә эләгеү өсөн уйында йәрәбә буйынса Рәсәй командаһына Словения командаһы тура килде. Һәм беренсе уйынды Гус Хиддинктың тәрбиәләнеүселәре 14 ноябрҙә үҙ майҙанында уҙғарасаҡ. Ошо хаҡта дәғүәселәр:
    – Беҙгә Франция, йә Португалия футболсылары тура килһә, эштәр бөтөнләй хөрт булыр ине. Ә инде Рәсәйҙе үтергә була. Әлбиттә, уларҙы ла төшөп ҡалғандарҙан һанарға ярамай, әммә беҙ тактика яғынан өҫтөнөрәкбеҙ. Һәм Рәсәйгә ҡаршы нисек уйнарға икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Беренселеккә барырға ла теләгебеҙ ҙур, – тине. Беҙҙекеләр иһә мөмкинлекте 50х50 тип һанай.
    Украинаға Греция футболсылары тура килде.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат «теш»ен күрһәтте Яңылыҡтар » Спорт


    «Салауат Юлаев» хоккейсылары сираттағы ике осрашыуын үҙ майҙанында уҙғарҙы. Хабаровскиҙағы ике уйында урындағы «Амур» менән мәрәйҙәрҙе уртаҡ бүлешкәс, Өфө хоккей һөйөүселәре яҡташтарынан матур, мауыҡтырғыс бәйге көттө. Сөнки беҙгә ҡунаҡҡа билдәле ЦСКА командаһы килде. Тик хәҙер уларҙың әллә ни билдәлелеге лә ҡалманы, буғай. Шул элекке даны менән йөрөйҙәр. Шулай итеп, юлаевсыларға ҡаршы ЦСКА уйынсылары сыҡты. Ә иҫәпте күптәрегеҙ беләлер инде.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәнгә дауа һәр һүҙе Сәләмәтлек

    Йәнгә дауа һәр һүҙе«Һиңә психологка мөрәжәғәт итергә кәрәк...» – тип әйткәндәрен йыш ишетергә мөмкин, әммә күптәрҙең башында: «Мин?! Психологка?! Сирле түгелмен дәһә!», «Ул ни тип ярҙам итә алһын?!», «Сит кешегә минең проблемаларым ни өсөн кәрәк ти?«, «Проблемаларымды үҙем йырып сығырмын әле» тигән уйҙар тыуа. Белгестәрҙең күбеһе билдәләүенсә, психологтың асылда кем икәнен һәм уның эшмәкәрлегенең нимәнән ғибәрәт булыуын белмәгән кешеләр тап шундай фекерҙә булыуы менән яңылыша һәм ваҡытында белгескә мөрәжәғәт итмәйенсә, хаталанып, төҙәтә алмаҫлыҡ аҙымдар ҙа яһап ҡуя.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәт баҙары тере организм кеүек Яңылыҡтар

    2009 йылда Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы профессиональ белем биреү учреждениеларын бөтә ил буйынса 1,7 миллион йәш белгес тамамлаған. Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 11 проценты сентябрь уртаһына тиклем бер ниндәй ҙә эш таба алмаған, урта профессиональ һөнәр алып сығыусыларҙың 9 проценты эшһеҙ, тиелә Мәғариф буйынса федераль агентлыҡтың «Профессиональ мәғариф учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса эштәрҙе ойоштороу тураһында»ғы хатында. Рәсәй Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, «иҡтисад һәм идара итеү» (эшһеҙҙәрҙең 24 проценты), «мәғариф һәм педагогика» (14,3) белгеслектәре буйынса диплом алыусыларға ихтыяж юҡ икән.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫтә, һаман да Әҙәбиәт, Хәтер

    Мин күңелгә инеп ултырған шағирҙы юғалтманым. Гәзит-журнал биттәрендә баҫылған шиғырҙарын ҡалдырмай уҡып барҙым. Уның уҡыусы йөрәгенә, зиһененә үтеп инерҙәй шиғырҙары мине лә ҡәләмгә үрелергә мәжбүр иткәндер. Шулайҙыр. Матурлыҡ, гармония донъяһы кемде генә әсир итмәҫ. Ә мин Мостай Кәрим ижадының Мостай Кәрим... Донъяла шундай исем барлығын беренсе тапҡыр ҡасан белдем әле мин? Эйе, хәтерем яңылышмаһа, 1938 йыл ине, буғай. Юҡ, белеү генә түгел, танышып та алдым уның менән. Танышыу, әлбиттә, уның китабы аша булды. Мине, кескәй генә ауыл малайын, кибет кәштәһендәге тышына мылтыҡ тотҡан һалдаттар һәм матростар төшөрөлгән китап йәлеп итте. Һуғыш тураһындалыр был, тип уны шунда уҡ һатып алдым. Һуғыш тураһында булманы ул – шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр ине. Шиғырҙарын Мостай Кәрим тигән кеше яҙған. Ә сәсмә әҫәрҙәр – Вәли Нафиҡовтыҡы. Һуңынан белеүемсә, ул буласаҡ бөйөк шағир­ҙың «Отряд ҡуҙғалды» тип исемләнгән беренсе йыйынтығы икән. Бынан һуң уның тауышын да ишетергә насип булды.

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Айбар» башҡорт клубы Яңылыҡтар, Иғтибар, Мәҙәниәт, Милли проекттар

    «Айбар»  башҡорт клубыКонгресс-холда башҡорт клубы эшләй башланы. Иҫләйһегеҙме икән, «Йәшлек» гәзитенең 10 ғинуар һанында «Башҡорт клубы. Бойомға ашмаҫ хыялмы?» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Унда башҡорт клубын булдырыу уйы менән янып йөрөгән Алмас Ғафаров менән һөйләшеүҙән һуң тыуған фекерҙәр бирелгәйне. Аллаға шөкөр, был хыялыбыҙ тормошҡа ашып килә. Баш ҡалабыҙҙың «Книжка», «ТТ» клубтарында йыш ҡына башҡорт, татар дискотекалары уҙғара башланылар. Ә башҡорт йәштәренең иң көтөп алған, ҡыуаныслы ваҡиғаһы үткән шәмбелә булды...

    авторы: admin | 22 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru