
Бүздәк районында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе, БР Федераль почта элемтәһе хеҙмәте идаралығы һәм Бүздәк районы хакимиәте тарафынан ойошторолған Матбуғат байрамы Республикала тәүгә үткәрелгән матбуғат сараһында Бүздәк, Баҡалы, Благовар, Шаран, Илеш, Кушнаренко, Дүртөйлө, Саҡмағош район хакимиәттәре вәкилдәре, республика баҫмалары, БР Журналистар союзының төньяҡ-көнбайыш ижад берләшмәһенә ҡараған ҡалалар, берләшкән һәм район гәзиттәре етәкселәре, һигеҙ райондың ауыл хакимиәттәре, мәктәптәр, балалар баҡсалары, почта бүлексәләре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнашыуы матбуғатҡа ҡарата иғтибарҙың артыуын күрһәтте.
Бүздәк район мәҙәниәт йортона ысын байрамға килеп ингән кеүек булды. Киң фойела республиканың һәр баҫмаһы һәм Бүздәк район гәзите үҙ экспозицияларын ойошторған. Сарала ҡатнашыусылар өсөн һәр баҫманың реклама материалдары – гәзит-журналдар үҙҙәре, буклеттар, проспекттар, календарҙар, сувенирҙар матур бүләккә әйләнде. Әйтәйек, быйылғы «Йәшлек» гәзитенең бөтөн бер төпләмәһе, 2010 йылға эшләнгән стена һәм кеҫә календарҙары «һә!» тигәнсе йөҙәрләгән ҡулға таралды, хатта өҫтәлебеҙҙең күҙ асып йомған арала бушап ҡалыуына үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ.
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойошторған яңы китаптар күргәҙмәһе күптәр өсөн мөғжизәгә әйләнде. Китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыу йорттары етәкселәре өр-яңы китаптар янынан бик оҙаҡ китә алманы. Күренеп тора: күптәр «Китап»тың заманса продукцияһын тәүгә күрә һәм, бер аҙ ғәжәпкә ҡалып, текләп тора. Йәнәһе, үҙебеҙҙә лә шундай матур, сағыу итеп биҙәлгән китаптар сығаралар икән!
«Почтовик» магазины гәзиттәр, журналдар һәм башҡа баҫма продукция тәҡдим итте. Бүздәк почтамты хеҙмәткәрҙәре иһә килгән халыҡты 20 процент ташлама менән гәзит-журналдарға яҙҙырҙы.
БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, экспозиция менән танышып, бындай байрамды йышыраҡ ойоштороу кәрәклеген билдәләне: ысынлап та, был сара республикабыҙҙың мәғлүмәти потенциалын тулыһынса асып һалды. Етәксенең һығымтаһы – йыл аҙағына тиклем башҡа төбәктәрҙә лә халыҡты үҙенә күпләп йәлеп иткән, гәзит-журналдар уҡыусыларының ҡыҙыҡһыныуын, иғтибарын уятҡан ошондай уҡ саралар үткәреләсәк.
Бүздәк ере халыҡ таланттарына бай икән. Мәҙәниәт йортонан тирә-яҡҡа һәүәҫкәр артистарҙың йыр-моңо яңғырап, үҙенә ылыҡтырып торҙо. Ҡунаҡтарға райондың социаль-иҡтисади хәл-торошон сағылдырған йөкмәткеле фильм күрһәтелде. Байрамды асып, урындағы район хакимиәте башлығы Радик Хазиев ҡунаҡтарҙы Бүздәк ерендә күреүҙәренә шат булыуын белдерҙе һәм район тормошо тураһында һөйләп үтте.
БР Федераль почта элемтәһе хеҙмәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Тәлғәт Гәрәевтың, республика гәзиттәре һәм журналдары мөхәррирҙәренең сығышы сараның етди һәм төптән уйланылып ойошторолоуын иҫбатланы. Эйе, гәзит-журналдар менән халыҡтың тере аралашыуы үҙ-ара аңлашыу, уртаҡ тел табыу, бер-береңә кәрәк булыуҙы аңлауға булышлыҡ итә. Был сара нәҡ ошоно иҫбатланы ла инде.
Республика һәм йәштәр баҫмалары вәкилдәре район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында, хеҙмәт коллективтарында осрашыуҙар үткәрҙе, гәзит-журналдар уҡыусылары һорауҙарына асыҡ яуап бирҙе һәм ауыл халҡында үҙҙәренең баҫмаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.
Матбуғат байрамы, төбәк тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнеп, халыҡ менән эш итеүҙең дөрөҫ ысулы һайланғанлығын күрһәтте.
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Ф. АБДУЛЛИН фотолары.