Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иртән бер хаҡ, кисен - икенсе Башҡортостан, Иҡтисад

    Баҙарҙа хаҡтар аҙнаһына ғына түгел, көнөнә лә бер нисә тапҡыр үҙгәрергә һәләтле. Шуға ла иртән 300 һум торған тауыҡтың йәкшәмбе кис 150 һум ғына тороуы ла бик мөмкин. Ә беҙ Үҙәк баҙарҙа ялдар башланып ҡына торғанда, көндөң тәүге яртыһында йөрөйбөҙ, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәт күренһә лә аптырарға түгел. Бынан тыш, баҙарҙа һатыулашыу кәрәк, билдәләнгән хаҡта туҡталып ҡалыу дөрөҫ түгел.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа 23 октябргә ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! Тура бәйләнеш! Яңылыҡтар

    Социаль мәсьәләләр, атап әйткәндә, ғаилә институтын нығытыу, статусын яҡлау, аҙ тәьмин ителгән, ишле бала тәрбиәләүселәр хаҡында хәстәрлек күреү дәүләтебеҙҙең даими иғтибар үҙәгендә. Гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙы ошондай һөйөнөслө лә, ҡайһы саҡта билдәле мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырған проб­лемалар буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Һеҙҙең һорауҙарға БР Хөкүмәте Аппаратының хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш» 27 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем үтәсәк.
    Шылтыратығыҙ! Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347) 2-73-46-38.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамың менән, шофер! Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Унда: «Ил һәм Башҡортостан тормошоноң бөтә яҡтарын үҫтереүҙә автомобиль транспортының роле баһалап бөтөргөһөҙ. Уның ышаныслы эше бөтә йөктәрҙең яртыһынан ашыуын ташыуҙы тәьмин итә һәм күп осраҡта иҡтисадтың, социаль өлкәнең тотороҡлоғон билдәләй. Шәхси автомобиль паркы әүҙем үҫеүенә ҡарамаҫтан, ҡала һәм ҡала-ара йәмәғәт транспорты булараҡ, автобустар маршруты әлегә тиклем мөһим урында тора. Һеҙ көнөнә 700 меңдән ашыу пассажирҙы ташыйһығыҙ. Республиканың дәүләт автотранспорт предприятиеһы тарафынан ғына ла меңләгән автобус маршруты хеҙмәтләндерелә.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    «АвтоВАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2,5 мең эшсеһе , алдан пенсияға сығырға теләк белдереп, ғариза яҙған.
    Әле үк ялға сығыусылар 1 ноябрҙән һуң эштән сығыусыларға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк компенсация аласаҡ.
    Эш шунда: завод етәкселеге 1 ноябргә тиклем үҙ теләге менән эштән китергә теләүсе пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәренә йыллыҡ уртаса эш хаҡының егерме процентын түләргә вәғәҙә итә. Етмәһә, был егерме процент хеҙмәткәрҙәрҙең һәр бер эшләгән йылына ҡабатланасаҡ. 1 ноябрҙән һуң эштән китергә теләүселәргә компенсация – ун процент, ә артабан ни бары биш процент күләмендә түләнәсәк.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Коллегаларыбыҙға – афарин! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлекте яҡтыртыу буйынса журналистар араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
    Унда Өфө, Белорет, Туймазы, Нефтекама ҡалалары һәм Яңауыл районынан барлығы 15 автор материалы һынау тотҡайны. «Йәшлек» гәзите лә был конкурста ҡатнашты һәм республика гәзит-журналдары араһындағы номинацияла хәбәрсебеҙ Рәшиҙә Мәхийәнова 3-сө урынға лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ! Еңеүсе исемен «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Татьяна Круглова алды.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов армия генералы, билдәле хәрби начальник Владимир Лобов менән осрашты. Беҙҙең республикала тыуып үҫкән шәхес менән һөйләшеүҙә һүҙ Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошо, һәр яҡлап үҫеше хаҡында барҙы. Призывниктар менән дә осрашҡан В. Лобов әрме хеҙмәте үткән республика егеттәренең яҡшы иҫәптә булыуын белдерҙе.
    Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе Башҡортостан төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте. Унда ҡатнашыусы 400 делегат партия программаһының яңы редацияһын, Уставына индереләсәк үҙгәрештәр­ҙе һәм өҫтәмәләрҙе ҡараны. Иҡтисади көрсөк шарттарында төбәк һәм урындағы бүлексәләр эшмәкәрлеге тураһында ла фекер алышты.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдын­ғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
    – Беҙ үҙ хеҙмәте һәм һәләте менән республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе, Башҡортостаныбыҙҙың сәнәғәт, фән һәм мәҙәниәт потенциалы үҫешенә булышлыҡ итеүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләйбеҙ, – тине Мортаза Рәхимов тантанала.
    Һәр ваҡыттағыса был юлы ла Президент ҡулынан сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары, сауҙа хеҙмәткәрҙәре, муниципаль райондар етәкселәре ҙур наградалар алды.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Владимир Путин Башҡортостан үҫешен ыңғай баһаланы Яңылыҡтар, Башҡортостан

    20 октябрҙә Калуга ҡалаһында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.
    Ултырышты РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин үткәрҙе. Уның баһалауынса, 2008 йылда ил субъекттарының күпселегендә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешелгән.
    Владимир Путин мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрен, иҡтисадты үҫтереү, тулайым төбәк продуктын арттырыуҙы төбәктәрҙең «төп яуаплылыҡ зоналары» тип билдәләне. Шулай уҡ ошо иҫәпкә эш урындарын һаҡлап ҡалыу һәм яңыларын булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу ҙа инә. Ил Хөкүмәте етәксеһе фекеренсә, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең яңы системаһы бик әкрен ғәмәлгә индерелә. Мәғариф учреждениеларын йән башына финанслауға күсеүҙе башламаған субъекттар ҙа бар.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru