
Гәзит биттәрендә теге йә был шофер, йәиһә тотош бер автотранспорт предприятиеһы хаҡында мәҡәләләр йышайһа, тимәк, һис шикһеҙ октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе, автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө яҡынлашҡан була. Ошо традицияға әҙерәк кенә яңылыҡ индереү маҡсаты менән бөгөн түгел, ә кисә, йәғни электән шофер икмәген кимереүселәр хаҡында яҙырға булдым. Әлбиттә, һүҙ яҡташтарым – баймаҡтар хаҡында.
Баймаҡ автотранспорт предприятиеһында бынан егерме йыл элек Азат Йыһаншиндың шофер булып эшләп алғанлығы ҡолағыма салынғас та, теүәл мәғлүмәттәрҙе актерҙың үҙенән һорап асыҡларға булдым. Дөрөҫөн әйткәндә, ышанманым был хәбәргә.
Шылтыратыуымдың сәбәбен ишеткәс, Азат Йыһаншин шундай шат йылмайып ебәрҙе, буғай, хатта ки был йылмайыуҙы телефон аша ла һиҙеп була ине.
– Эйе, булды минең тормошомда бындай ваҡыт. 1989 йылда водитель таныҡлығы алғас, Баймаҡ автотранспорт предприятиеһына шофер булып эшкә урынлаштым, бер йыл самаһы эшләп алдым. Йәшмен, бөтә категорияларым да бар – ниңә эшләмәҫкә?
– Ниндәй машина йөрөттөгөҙ? Шофер сағығыҙҙағы берәй ҡыҙыҡлы ваҡиға хаҡында уртаҡлашырһығыҙ, бәлки?
– Үҙемә тәғәйен генә беркетелгән машинам булманы. Ниндәйҙе бирәләр, рейсҡа шуның менән сыға инем: ғәҙәттә, «ГАЗ – 53» йөк машинаһы була торғайны. «Летчик» тип йөрөтәләр, буғай, бындай даими машинаһыҙ водителдәрҙе.
Ҡыҙыҡлы хәлдәр тип ни, Сибай – Баймаҡ юлында артҡы тәгәрмәсемдең береһе ысҡынып китеп, үҙемде уҙып китте. Бара биргәс, моғайын, был минекелер ул, тип туҡтаһам, тап шулай булып сыҡты. Кире ҡуйып алдым.
Тағы ла бер мәл ауылдар буйлап Баймаҡ һыра заводы продукцияһын таратырға наряд алдым. Ике рейс яһап тормаҫ өсөн кузовҡа шешәләрҙе лыҡа тултырғансы тейәнем. Шоссенан ауылға боролоп төшкән юлдың бигерәк текәлеген абайлағансы, төшөп тә киттем. «Газон»дың бер яҡтағы тәгәрмәстәре ерҙән айырыла биреп, айырыла биреп ҡуя, шешәләрҙең шалтырап ватылғаны ишетелә; рулде йән-фарман тегеләй-былай борғослап, саҡ тигеҙләп алдым машинаны. Машинанан сығып ҡараһам, һыра йәшниктәре урындарынан шылып, ватылыштырған, етмәһә, будканың кронштейндарын емергәндәр. Шундайыраҡ ваҡиғалар булып тора инде ул йөк машинаһында эшләгән шоферҙар менән.
– Шофер эше оҡшай торғайнымы?
– Атайым да ул саҡта Баймаҡ АТП-һында эшләй ине, мин дә үҙемде киләсәктә ҙур-ҙур йөк машиналарын йөрөтөүсе итеп күҙ алдына килтерә инем. Әммә тора-бара сәнғәт донъяһы үҙенә ылыҡтырып алды, һәм мин, эштән сығып, Өфө тарафтарына юл алдым. Автомобилселәр көнөнә килгәндә инде, байрамдары айҡанлы бөтә водителдәрҙе лә ҡотлайым, хәүефһеҙ рейстар теләйем. Тәгәрмәстәрегеҙҙе ҡарап йөрөгөҙ, тиемме икән.
Бына ошондай бәләкәй генә әңгәмә булды Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе Азат Нәзир улы Йыһаншин менән. Бер генә нәмәне әйтеп тороуҙы кәрәк тип тапманы әңгәмәсем – шул ваҡытта уҡ уға коллегалары, Баймаҡ шоферҙары, һин бит водитель булып эшләй торған кеше түгел, тип әйтә торған булған икән. Бигерәк тә белеп әйткән бит баймаҡтар, шулай бит?
И. ҠАНСУРИН.