Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Бәхетле инәй
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәтте нығытыу буйынса 165 сара үткәрелгән. Уларға төрлө конференция, музыкаль ижад конкурс-фестивалдәре инә. Йыл һайын ойошторолоп килгән «Туғанлыҡ» төрки телле халыҡтар фестивале, башҡорт-татарҙарҙан тыш, чечендар, тажиктар, дағстандар, әзербайжандар һ.б. берҙәм ҡатнашҡан «Науруз» байрамы ла ошо иҫәптә.
    Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән сит ил граждандары һаны, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 22 мең кешегә кәмерәк. Бөгөн республикала 32374 сит ил кешеһе иҫәпләнә. Беҙгә килеүселәр һаны һиҙелерлек әҙәйгән, ә шул уҡ ваҡытта төбәктән ситкә китеүселәр һаны артҡан.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һауығыр өсөн тормошто яратығыҙ! Сәләмәтлек

    Ауырырға Хоҙай ҡушмаһын, тип, булған һаулығыңа шөкөранә итерһең, бөгөнгө геройыбыҙҙың башынан үткәндәрен тыңлап. Әммә үҙен йәлләүҙе һис кенә лә үҙһенмәй ул. «Мине йәлләмәгеҙ, әгәр ҙә инде һуң булып, табиптар операция эшләүҙән баш тартһа, ысынлап та, йәлләткес, хатта ҡурҡыныс булыр ине. Ә мине фәрештәләрем үҙҙәре ҡотҡарҙы. Ҡатмарлы операция кисереп, ауырыу­ҙың нимә икәнен дә оноттом», – ти ул үҙе был хаҡта. Шуға күрә ауырыуға бирешмәйенсә, һауығырға көс табып, ҡатмарлы сирҙе еңгән ҡатын кисергәндәр, бәлки, сиргә һабышҡан, һауығыуға өмөтөн юғалтҡан кешеләргә йыуаныс булыр, күңелдәренә ышаныс

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йоҡоғоҙ тәмле булһын! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Йоҡоһоҙлоҡ, йоҡламай таң аттырыу... Был турала күпме хисле шиғыр, музыкаль альбомдар ижад ителгән. Ә бына татлы йоҡоға талырға теләп тә, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн был бер ҙә романтика түгел, ә оло проблема. Айырыуса, көҙгө айҙарҙа йоҡоһоҙлоҡ интектерә. Ә насар йоҡлау, йоҡо туймауы, иммунитетты ҡаҡшатыу менән бер рәттән, төрлө хроник сирҙәрҙе киҫкенләштерә.
    Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кешегә үҙен яҡшы тойоу өсөн уртаса һигеҙ сәғәт йоҡо кәрәк. Шулай ҙа йәште, нервы системаһын һәм йәшәү рәүешен иҫәпкә алып, йоҡоға талап төрлөсә лә булырға мөмкин. Керпек тә ҡаҡмай таң аттырған, ете төн уртаһында ла күҙҙәрендә йоҡоноң әҫәре лә булмаған, йә биш минут һайын уяныуҙы фәнни телдә инсомния тип йөрөтәләр. Ул нисек барлыҡҡа килә һуң?

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Поездағы ваҡиға Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Поезд ҡуҙғалып китте. Плацкарт вагонға билет алғас, аҫҡы урынға эләгеүемә ҡыуанысымдың сиге булманы. Тәҙрә янындағы урын ике кешелек кенә булғас, миңә, уйҙарыма сумып, уның аша ҡарап барыу уңайлы ине. Юл оҙон – бер тәүлектән генә Мәскәүгә барып етәсәкмен.
    УЙҘАРЫМДЫ рәткә һалайым, тип тышҡа баҡтым. Тик, киреһенсә, улар тарҡалды ла китте. Беҙҙең Башҡортостандың тәбиғәте һоҡланғыс шул. Ана, көмөштәй ялтырап, күл ята; ҡарҙан әрселеп бөтмәгән тау битләүҙәре йәйелгән, ҡарағай, ҡарағас, шыршы ағастары тәҙрә эргәһенән «йүгереп үтә». Ә алыҫтағы ҡайындар, әйтерһең дә, мәктәпкә йыйылған уҡыу­сылар. Өҫтәренә аҡлы-ҡаралы кейем кейгәндәр ҙә, ҡулдарын болғай-болғай нимәлер һөйләйҙәр.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тик яҡшылыҡты ғына Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик күпте белгән аҡыл эйәһе танышына:
    – Беҙ ултырған ошо бүлмәне яҡшылап ҡара һәм күк төҫтәге әйбер­ҙәрҙе иҫеңдә ҡалдырырға тырыш, – ти. Ә бүлмәлә күк төҫтәге әйбер­ҙәр бик күп була. Шулай ҙа ир уларҙы тиҙ иҫендә ҡалдыра. Ә аҡыл эйәһе уға:
    – Хәҙер күҙҙәреңде йом да зәңгәр төҫтәге бөтә әйберҙе һана! – ти.
    Теге аптырап ҡала һәм, асыуланып: «Мин бит һинең ҡушыуың буйынса тик күк төҫтәге әйберҙәргә генә иғтибар иттем, ә башҡа төҫтәргә ҡараманым», – ти.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге йорттан нурҙар бөркөлә Яңылыҡтар

    Изге йорттан нурҙар бөркөләБР Яҙыусылар союзы урынлашҡан бина Өфөнөң иҫтәлекле урындарының береһе һанала. Был йорт – дәүләт һағына алынған архитектура ҡомартҡыһы ла. Элек ул Өфө байҙарының береһенеке булған, һуңынан бында коммуналь торлаҡ урынлаш­ҡан, ә ҡайтанан планлаштырылғандан һуң йорт әҙәбиәтселәр ҡарамағына тапшырылған.
    Ҙур ижади берләшмәнең юбилейы уҙған Конгресс-холл ысын мәғәнәһендә яҙыусылар йыйынын хәтерләтә ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәш быуын ижадсыларынан алып оло йәштәге әҙиптәрҙең осрашып һөйләшеү үҙәгенә әүерелде был мөһабәт бина.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем кемлеген күрһәт Яңылыҡтар » Спорт

    УҘҒАН турҙа «Салауат Юлаев» хоккейсылары Санкт-Петербургта үҙ дивизионы лидерҙарының береһе – урындағы СКА командаһы менән осрашты. Уйын бик көсөргәнешле үтте. Сөнки, нисек кенә булмаһын, ике команда ла, көслө, тәжрибәле уйынсылар менән тулыланып, Гагарин кубогына төп дәғүәселәр булып һанала. Тағы килеп, быға тиклем улар­ҙың икеһе лә төп ваҡытта өсәр тапҡыр еңелеп, был йәһәттән дә күрһәткестәре тигеҙ була. Һәм бына ошо осрашыуҙа кемдең нимәгә торошло икәне иҫбатланды ла инде. Дөйөмләштереп әйткәндә, өфөләр дәғүәсенән күпкә көслөрәк күренде. Голдары ла урынлы булды. Быны уйындан һуң СКА хоккейсылары үҙҙәре лә раҫланы. Шулай итеп, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, Көнбайыш конференцияһы лидерын 5:3 иҫәбенә отоп, дүртенсе уйында рәттән матур еңеү яуланы.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған туғанға... дошман?! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Аптырарлыҡ хәлдәр була тормошта: ҡайһы саҡ атайға – ул, ағайға ҡусты дошманға әйләнә. Улай ғына ла түгел, хатта үҙ-ара һуғыш, бер-береңде ҡаты яралау осраҡтары байтаҡ. Ошондай бер ваҡиға Стәрлетамаҡта ла теркәлә. Ағалы-ҡустылы йәш егеттәрҙең ыҙғышы береһе өсөн дауаханала тамамлана.
    Витя кесе йәштән үк ғауғасыл, ғәҙәти тел менән әйткәндә, хулиган булып үҫә. Малайҙар араһындағы бер генә ыҙғыш-һуғыш та унһыҙ үтмәй, ә бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә ул даими «ҡунаҡ» була. Шуға ла 2006 йылда Витяға шартлы срок бирелеүенә берәү ҙә аптырамай. Киләһе йылда, сираттағы уғрылығында тотолоп, ул рәшәткә артына эләгә.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru