«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова ҡайһы бер киң таралған ауырыуҙарға, эпидемиологик хәл-ваҡиғаларға байҡау яһаны. Был сирҙәргә айырым туҡталһаҡ, түбәндәге мәғлүмәттәр күҙалланыр.
Республикабыҙҙа ла, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, онкологик ауырыуҙарҙың үҫеш тенденцияһы күҙәтелә. Һандар телендә алһаҡ, 100 мең кешегә 277,9 сирле тура килә. Рәсәйҙә был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – 345,3 кеше. Айырыуса, үпкә рагы киң таралған, артабан – күкрәк, өсөнсө урында тиреләге яман шеш килә. Белгестәр билдәләүенсә, күкрәктәге яман шеш иң аҙғын ауырыуҙар иҫәбендә. Донъя буйынса алһаҡ, йыл һайын миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙҙа әлеге сир асыҡлана. Рәсәйҙә иһә бер йыл эсендә яҡынса 45 мең гүзәл затҡа әлеге ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла. Сирҙе тәүге стадияла уҡ асыҡлау алымы – тикшереү үтеү. Белгестәр 40 – 49 йәшлек ҡатындарға әлеге диагностиканы ике йылға бер тапҡыр үтергә, ә 50 йәштән олораҡтарға йыл һайын тикшерелергә кәңәш итә. Башҡортостанда был йәһәттән, ҡайҙа барып күренәйем икән, тип борсолаһы юҡ. Һәр район дауаханаһы тиерлек тейешле ҡорамал менән йыһазландырылған, күсмә маммография кабинеттары ла уңышлы эшләй. Әйтәйек, йылдың тәүге яртыһында ғына Бишбүләк, Миәкә, Шишмә һәм башҡа райондарҙа 2,5 мең гүзәл зат тикшереү үткән.
*** Ә бына быйыл геморрагик биҙгәк менән сирләүселәр аҙайған. Йылдың туғыҙ айында 2245 сирле теркәлгән, ауырыуҙан алты кеше вафат булған. Сысҡан биҙгәген аҙҙырмаҫҡа биләмәләрҙе үҙ ваҡытында зарарһыҙландырыу ғына булышлыҡ итә ала, тип иҫәпләй белгестәр. Мәҫәлән, былтыр 40 мең гектарҙан ашыу ер зарарһыҙландырылһа, быйыл 20 мең гектар майҙан эшкәртелгән. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта йыл һайын 4,5 миллион һум аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта, барлыҡ муниципалитеттар ҙа был йүнәлештә ойошҡанлыҡ күрһәтә, тип әйтеп булмай. Ә бына Өфөнө был йәһәттән барлыҡ район-ҡалаларға ла өлгө итеп күрһәтерлек. Баш ҡала йыл һайын әлеге ниәттә 4,1 миллион һум аҡса бүлә икән.
*** «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимованың билдәләүенсә, быйыл республикабыҙҙа талпан энцефалиты менән зарарланыусылар артҡан. Былтыр сирләү осрағы 14 кешелә асыҡланһа, быйыл туғыҙ айҙа 75 кеше зарарланған, бер үлем осрағы теркәлгән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында тикшерелгән талпандарҙың ете процентынан ашыуында энцефалит вирусы табылған. Ваҡытында махсус медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндә генә был сирҙән имен-һау ҡотолорға мөмкин. Үкенескә күрә, талпан энцефалитын тулыһынса бөтөрөү әлегә мөмкин түгел, шулай ҙа ауырыуҙы кәметергә була, ти Нәсимә Әхмәтсафа ҡыҙы. Бының өсөн санитария эштәрен көсәйтеү, вакциналауҙы арттырыу шарт. Өс этапта үткәрелгән вакцинаны көҙҙән үк башларға кәрәк. Махсус программа сиктәрендә быйыл вакциналау өсөн өс миллион һум аҡса бүленгән. Уға ярашлы, йыл һайын 30 мең кешегә профессиональ эшмәкәрлегенә бәйле прививка яһала. Был сиргә ҡарата көрәш саралары артабан көсәйтеләсәк кенә, атап әйткәндә, вакциналау арттырыласаҡ, талпанлы райондарға иғтибар арттырыласаҡ.
*** Республикабыҙҙа ҡотороҡ сиренең дә артыуы күҙәтелә. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, былтыр ошо сирҙән 103 баш мал үлгән. Ҡотороҡ 102 ауыл пунктында, 36 районда һәм ике ҡалала теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, 2004 йыл менән сағыштырғанда, былтырғы күрһәткестәр кәмеүгә табан бара. Ул мәлдә 305 осраҡ теркәлгән, ә инде сир 242 ауыл пунктында, 46 районда һәм алты ҡалала теркәлгән. Быйыл туғыҙ айҙа 244 осраҡ теркәлгән. Йыл һайын был сирҙән Рәсәйҙә егермеләгән кеше вафат була. Башҡортостанда гидрофобияның һуңғы осрағы 2004 йылда Шаран районында булғайны. Былтыр ярҙам һорап 12 мөрәжәғәт итеүсе булһа, быйыл – 9725 кеше. Бөгөн донъяла, зыян күреүселәрҙе иммунлаштырыуҙан тыш, гидрофобияны иҫкәртеү юлдары бар. Ошо маҡсатта байтаҡ сығым бүленә. Йыл һайын 8 – 9 мең кеше дауалау ала. Үлемесле ауырыуҙы тик уртаҡ көс – коммуналь, ветеринар һәм медицина хеҙмәттәренең берҙәм эш итеүе менән генә еңеп була.
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА. |