Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд ...
» Интернет гүзәле һинең тауышыңды кө ...
» Көлкөлиум
» Ветерандар рәхмәт әйтә
» Ун төрлө ғәмәл
» Төрки-башҡорт



Оҙатып ҡалды күк Урал... Башҡортостан, Хәтер
Шайморатов майҙаны

Петровское ҡалаһында украиндар менән берлектә Башҡорт атлылары скверын асыу ҡала өсөн ҙур ваҡиға булды тип әйтергә кәрәк. Шулай булмай ни! Скверҙа ағас ултыртыуҙа ҡала мәктәбе уҡыусылары ҡатнашҡан, йәмәғәт ойошмалары, ветерандар советы ла ярҙамға килгән. Берҙәм эш бәрәкәтле, тиҙәр, шуға ла барыбыҙ өсөн был урындың яуҙа һәләк булған Миңлеғәле Шаймора­товтың һәм ул етәкселек иткән башҡорт атлыларының изге рухын һаҡлаусы буласағына шик юҡ.
112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тыуған иленә аҙаҡҡаса тоғро булыуын һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәүен иҫбатланы – командирлыҡ оҫталығы, ахырҙа, ҡаны менән. Батырҙарса һәләк булғандан һуң да уға һаманғаса төрлө сәбәптәр арҡаһында дәүләтебеҙҙең юғары наградаһы – Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәүе генә үкенес. Әммә милләтебеҙ өсөн ул ысын батыр, Салауатыбыҙ кеүек милли герой! Данлыҡлы генералыбыҙ менән ғорурланырға һәм уның рухында киләсәк быуынды тәрбиәләргә хаҡыбыҙ бар, тимәк. Уртаҡ тарих менән бәйле булған украин халҡының да был һүҙҙәрҙе йөпләүе күңелдәге фекеребеҙҙе тағы ла нығытты, ышаныс өҫтәне.
Оҙатып ҡалды күк Урал...Тарихи сығанаҡтар буйынса, бер үҙенән 78 Советтар Союзы Геройы биргән милли дивизияның нисек тә бәҫен төшөрөргә һәм уның беренсе командирына үлгәндән һуң да Герой исемен бирҙермәҫкә тырышалар һәм сталинизм заманында һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандарҙың шик аҫтына алыныуынан – хатта һатлыҡ йәнлеккә тиңләнеүенән мәкерле файҙаланып, рейд ваҡытында батырҙарса һәләк булған генерал М. Шайморатов тураһында, ул үлмәгән, ә фашистарға әсир төшкән, тип ялған хәбәр тараталар. 1948 йылда 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек етәксеһе урынбаҫары, гвардия подполковнигы Сабир Ҡадиров хәстәрлеге һәм БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының ярҙамы менән Украинаға, генерал Шайморатовтың һәләк булған урынына һөлдәһен табыу буйынса сәфәр ойошторола. Комиссия составына Шайморатовты яҡындан белгән – БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты Сабир Ҡадиров, суд-медицина экспертизаһы профессоры Кузнецов, матбуғат баҫмаһынан элекке гвардия майор Кәлимулла Ғәбитов һәм ТАСС фотокорреспонденты Лотфулла Яҡупов инә. Мәскәүҙәге архив материалдарын өйрәнеп, генерал Шайморатовтың һәләк булыуы сетереклектәрен, күмелгән урынын һәм ҡалдыҡтарын таныу буйынса алып барылған эштәрҙән һуң комиссия түбәндәге йомғаҡты яһай.
112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М. Шай­моратов 1943 йылдың 23 февралендә 8 – 9 сәғәттәр арауығында Дебальцево районынан сыҡҡанда Штеревка ауылынан 1 саҡрым алыҫлыҡтағы балкала (тәрән йырын) һәләк була. Немецтар уны билдәһеҙ генерал-майор булараҡ тәүге тапҡыр февраль аҙағында таба һәм Петровский исемендәге завод эшселәре тарафынан Романов ҡаяһына ҡаршы күмдерәләр. Донбасты азат иткәндән һуң генералдың һөлдәһе 1943 йылдың октябрендә Штеревка­ның түбәнге баҡсаларына күсерелеп күмелә. Шайморатовтың шәхесен билдәләгәндән һуң, уның ҡалдыҡтарын Сабир Ҡадиров рәйеслегендәге республика дәүләт комиссияһы Петровский исемендәге заводтың ихатаһында хөрмәтләп ерләй.
Генералдың һөлдәһе ятҡан урын Петровское ҡалаһында Шайморатов майҙаны тип йөрөтөлә. Майҙанда ошо ерҙәрҙә Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булған геройҙарға арнап һалдат һындары төшөрөлгән ике һәйкәл ҡуйылған. Делегациябыҙҙың унда барып, әруахтарға баш эйеүе һәм доға ҡылыуы – мөҡәддәс изге бурыс. Шайморатов майҙанында һалдат һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһынан һуң «Төньяҡ амур­ҙары» хәрби-тарихи клубы ағзаһы, отставкалағы милиция полковнигы, диндар Әмир Дәүләтшин үлгәндәр рухына доға ҡылды.
Шайморатовтың рухы беҙҙең арала булып, сәйәхәтебеҙҙең башынан аҙағына тиклем оҙатып йөрөнө кеүек. Бына әле лә доға ҡылып бөтөүгә, күк йөҙө тишелеп, ямғыр һибәләй башланы. Арабыҙҙағылар кеүек үк, тәбиғәт тә илай шикелле...

Штеревка
Генерал-майор Шаймора­товтың һәләк булған урынына барыу өсөн ямғырҙың көсәйеүе беҙгә, геройыбыҙҙың рухы менән сыныҡҡан башҡорттар өсөн, бер ниндәй кәртә була алманы. Петровское ҡалаһынан алыҫ булмаған Штеревка ауылынан бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан балка янына, тау башына менеп барыуыбыҙ. Әйтерһең дә, рейдҡа инеп барабыҙ, әммә һуғыш осорондағы дәһшәтле рейд беҙҙекенән күпкә ауырыраҡ, ҡатмарлыраҡ булыуын һәр кем аңлай. Шуға ла батҡаҡтан, тайғаҡтан, ямғыр-ел тимәй, алға атлаған һайын, йөрәктәр йышыраҡ тибә, гүйә Шайморатовтың үҙе менән осрашырға ашҡынабыҙ. Күптәребеҙ лысма еүешләнеп бөтһә лә, зарланманы, ошо мәлдә иңгә төшкән һынауҙы үтеү беҙҙең өсөн, ысынлап та, мөһим ине. Кәйефтәр көр, күңелдәр тулҡынланыу тойғоһон кисерә. Алты тиҫтәнән ашыу йыл элек тап ошо ерҙәрҙә бик ҡаты алыш була, ә беҙ – уның туҙанына ҡағылыусылар. Беҙ баҫып торған ерҙә, ҡайҙалыр ер һәм ваҡыт ҡатламы аҫтында – Бөйөк Ватан һуғышы эҙҙәре, яралы һалдаттар, гөрһөлдәгән пулеметтар, сыңлаған ҡылыстар...
– Ҡалҡыулыҡтың башында, генерал Шайморатовтың һәләк булған урынына йүнәлеш биргәндәй, яҫы таштарҙан юл түшәлгән. Уны ошо ауылда йәшәүсе Владимир Тищенко исемле кеше һалған. Уның буйынса генералдың һәләк булған урынын табыу бик уңайлы, – ти «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов. Баҡтиһәң, Владимир Тищенко һуғыш осоронда Стәрлетамаҡҡа эвакуациялана, ә һуғыштан һуң тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайта һәм башҡорттарҙың арҙаҡлы улы һәләк булған урынға ошондай һуҡмаҡ һала. Беҙҙең менән осрашыуҙы ашҡынып көткән бабайыбыҙ, һуңынан асыҡланыуынса, тап ошо көндәрҙә арабыҙҙан китеп барған...
Бына ул – генерал-майор Шайморатовтың һуңғы төйәгенә әйләнгән ҡәһәрле балка. Ҡалҡыулыҡ башынан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп тора. Бына ни өсөн был юғарылыҡ немецтар өсөн бик мөһим позиция һанала, һәм унда дошмандың көстәре лә ныҡлы оборонала ята. Ғәрәсәтле һуғышта бик күп башҡорт атлылары башын һала, шул иҫәптән ҡалҡыулыҡ башына еткәндә Миңлеғәле Шайморатов та һәләк була.
Күҙ алдына дәһшәтле 1943 йылдың 23 февраль иртәһе килеп баҫты. Бына ул, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларының йөҙөк ҡашы, генерал-майор Шайморатовтың ҡурҡыу белмәҫ, башҡорттарҙы алға өндәүсе атлы һыны баҫып тора төҫлө.
Балкаға төшкән урында ҡаяташҡа «Здесь 23/II 1943 года героически погиб генерал-майор М. М. Шаймуратов» тигән яҙыу уйылған. Был яҙыуҙың тарихы республикабыҙҙың икенсе бер шәхесе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән бәйле булыуы тағы ла иғтибарға лайыҡ. 1948 йылда мәктәп уҡыусыларынан 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырҙарса һәләк булған генерал Шайморатовтың үлгән ерен һәм уның ҡәберен табып билдәләү өсөн Башҡорт атлы дивизияһы эҙенән сәйәхәткә сығырға кескәй генә бер экспедиция ойошторола. Экспедиция составында 10-сы синыф уҡыусыһы Рәми ҙә була. Башҡорт кавалерия дивизияһында политрук булып хеҙмәт иткән Кәлимулла Ғәбитов уҡыусылар делегацияһын етәкләп Украинаға сәйәхәткә сыға. Ошо сәйәхәттә Рәми Ғарипов дуҫы Рифғәт менән Романовка балкаһы ташына ошо яҙыуҙы уйып ҡалдыра.
«Здесь» һәм «23. II. 1943 г» тигәнде – мин , «героически»ҙе Рифғәт яҙҙы. Мин тағы «погиб генерал»ды өҫтәнем. Ләкин күп тә үтмәне, беҙҙең тешәүестәр үтмәҫләнде. Беҙ бер генә тешәүес менән алмашлап яҙырға тотондоҡ. Мин сүкегәндә Рифғәт ҡая башына ултырып ошо шиғырҙы яҙҙы:
ЮЙЫЛМАҪ ЭҘ
Ташҡа уйып, ҡая күкрәгенә
Шайморатов исеме яҙылған.
Йылдар үтер
Бәлки, ошо ҡая
Емерелер яҙғы һыуҙарҙан.
Уның данын мәңге юя алмаҫ
Көслө ямғыр, ыжғыр
елдәр ҙә...»
– тиелә «Киләсәккә юл ярам» тигән исем менән баҫылған Башҡортостандың халыҡ шағирының көндәлегендә. Үҫмер балалар яҙыуҙы икенсе көнгә генә тамамлай һәм, иҫтәлек булһын тип, ҡоралдарын ҡаяның аҫтына йәшерә. Был тарихи ҡомартҡы­лар­ҙы табыу һәм уларға ҡағылыу теләге беҙҙә лә уянманы түгел, ләкин тарих үҙендә сер, хазина йомоп ҡалғанда ғына тарих була ала, тигән фекер менән беҙ яҙыу­ҙы уйған тешәүестәрҙе эҙләү ниәтенән кире ҡайттыҡ.
Яҙыуҙың ситенә делегациябыҙ килер алдынан ғына «Төньяҡ амур­ҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов эшләгән таҡтаташ беркетелгән. һәләк булған генералыбыҙ һәм яугирҙар рухына бағышлап, Әмир Заһретдин улы доға ҡылғандан һуң журналист, республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитов 1943 йылдың февраль иртәһендә ошо ерҙәргә ҡағылышлы тарих биттәрен ҡайтанан асып һалды.
Владимир Тищенко һалған таш һуҡмаҡты артабан дауам итеүгә беҙ ҙә үҙебеҙҙең өлөштө индер­ҙек, йәһәтләп кенә яҫы таштар менән ҡаяға табан юлды түшәй һалдыҡ. Батырыбыҙҙың һәләк булған урынына ямғыр аҫтында барып, оло ихтирам күрһәтеүебеҙгә украиндарҙың һоҡланыуының сиге булманы. Был улар­ҙың һүҙҙәрендә лә, күҙҙәрендә лә сағыла ине.

Вадим ХӘБИРОВ.
Өфө – Украина.
АВТОР фотолары.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 29 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «ДАНЛЫ АТЛЫЛАР ЮЛЫНАН»
  • Украиндар рәхмәт белдерә
  • Оҙатып ҡалды Күк Урал...
  • Оҙатып ҡалды күк Урал
  • 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һ ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru