Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Премьер министр интернетта
» Бала күңеле далала
» Ялған аҡсанан hаҡ булығыҙ!
» Рэсми хроника
» (Йыр):Ҡәйнәләр һәм килендәр
» Ни сыҡһа ла, шул Мәнсүрәнән сы ...



Уларҙың иңендә – кеше яҙмыштары Башҡортостан

Өфө ҡалаһы суд приставтары хеҙмәтенең Ленин районы бүлексәһендә 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Улар араһында оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле юристар ҙа, күптән түгел генә эш башлаған йәш белгестәр ҙә бар. Әммә барыһы ла бер үк эште башҡара – суд ҡарарҙарының үтәлешен тәьмин итә, айырым кешеләр һәм дәүләт файҙаһына бурыстарҙы ҡаплата. Быйыл райондың һәр суд приставы тарафынан 67 эш атҡарылған, был иһә 37 млн һум һалым йыйылған, 100 млн һумдан күберәк бурыстар түләтелгән, тигән һүҙ.
– Финанс көрсөгө осоронда беҙҙең хеҙмәт социаль йүнәлештәге бурыстарға айырым иғтибар бүлә. Быйыл 10 айҙа ғына Ленин районы суд приставтары хеҙмәте тарафынан алимент буйынса 500-ҙән ашыу башҡарыу документы ябылды. Мәшғүллек үҙәктәре аша суд приставтары тарафынан алимент буйынса бурыслы 50-нән ашыу ата-әсә эшкә урынлаштырылды. Бындай бурыстарҙы түләтеүҙе яйға һалыу маҡсатында 7 – 14 көнлөк махсус рейдтар ойошторола. Ошо рейдтар ваҡытында ғына алимент буйынса 300 мең һумдан ашыу бурыс ҡаплатылды, – тип һөйләй Өфө ҡалаһы суд приставтары хеҙмәтенең Ленин районы бүлексәһенең өлкән суд приставы Ришат Әхмәров.
– Беҙҙең эштә тағы бер өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – ойошмаларҙан һәм шәхси предприятиеларҙан эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләтеү, – ти Ришат Рәмил улы. Быйыл бурыслы ойошмаларҙан 10,5 млн һум эш хаҡы буйынса бурыс ҡайтарылған. Иң ҙур бурыс «ИнтегралИнвестстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке – 2009 йылға үҙенең эшселәренә ул 5 млн 511 мең һум күләмендә эш хаҡы түләмәгән.
Бурысын ҡапламаған осраҡта суд приставтары уларҙың мөлкәтенә, банкылағы иҫәбенә, автотранспортына арест һалырға хоҡуҡлы. Быйыл ғына эш хаҡы буйынса бурыстары булған ойошмаларҙың, дөйөм алғанда, 1,5 млн һумлыҡ әйбере тартып алынған. Ике предприятие етәксеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, һигеҙ директорға эш хаҡын ваҡытында түләмәгән осраҡта енәйәти яуаплылыҡ янауы тураһында иҫкәрмә яһалған.
Бер эш тә еңел түгел, суд приставтары хеҙмәте лә уларҙан ныҡлы холоҡ, оло яуаплылыҡ, шәхси бурысыңды намыҫ менән башҡарыуҙы, кешеләргә ҡарата ғәҙел мөнәсәбәт, шәхси мәнфәғәттәреңде ситкә ҡуйып, үҙеңде тулыһынса эшкә бағыш­лауҙы талап итә. Гөлнара Ғәлиханова, Наилә Бураҡаева, Руслан Ғәйнетдинов, Руслан Ғәлиевтар, быны яҡшы аңлап, үҙ эшен еренә еткереп башҡара.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлг& ...
  • Ял иткең килһә, бурысыңды түлә!
  • Алиментсыларға ҡарата талаптар көсәйә
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлг& ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru