Ҡалған эш - төштән кире.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Дәрестә
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Сергей Васильев менән осрашты. Һөйләшеү барышында Федераль һәм төбәк дәүләт теркәүе хеҙмәттәре араһында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү өлкәһендә документтар әйләнеше системаһын камиллаштырыу саралары ҡаралды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан Республикаһы менән Федераль теркәү хеҙмәте араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдимен хупланы, яҡтар фекеренсә, документ граждандарҙың кәрәкле мәғлүмәт алыу процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығында – яңы етәксе Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығында – яңы етәксеӨфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы вазифаһына 43 йәшлек Илгиз Садиҡов тәғәйенләнде. Яңы вазифаһын милиция полковнигы 23 октябрҙә үтәй башланы, быға тиклем өс йыл буйына ул Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән.
    Илгиз Камил улы Садиҡов 1966 йылдың 9 октябрендә Учалы ҡалаһында тыуған. 1990 йылда — Һарытау юғары хәрби химик һаҡлау инженер училищеһын, 2006 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының юридик факультетын тамамлаған.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ай күрҙе, ҡояш алды Шиғырҙар, Юбилейҙар

    Ай күрҙе, ҡояш алдыШиғриәткә йондоҙҙай атылып килеп ингән, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы тип баһаланған, ижад эше менән 5 – 6 йыл самаһы ғына шөғөлләнеп, яҙмыш тарафынан 23 йәшендә генә ижад итеүҙән туҡталып ҡалған райондашыбыҙ – Төрөмбәт ауылы егете Рәшит Назаровтың балалыҡ һәм йәшлек йылдары хаҡындағы белгән-күргәндәремде, хәтирәләремде гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен. Тыуып үҫкән Мораҙым ауылында ете йыллыҡ ҡына мәктәп булғанлыҡтан, 1956 – 57 уҡыу йылында миңә күрше Төрөмбәт ауылы мәктәбендә уҡыуымды артабан дауам итергә тура килде.
    Яҙлы-көҙлө йөрөп уҡыйбыҙ. Көндәр һалҡынайтып, ҡыш еткәс, фатирҙарға урынлашабыҙ. Миңә фатир эҙләп йөрөргә түгел: әсәйем менән бер туған Фатима апайым һәм Сәйетбаттал еҙнә бар. Уларҙа урынлашам.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәү берәгәйле булһын ине Башҡортостан, Сәйәсәт, Мәғәриф

    Бүздәк районында берҙән-бер башҡорт ауылы һәм шул ауылда райондағы берҙән-бер башҡорт урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар, тигән һүҙҙәр был яҡтарҙа тәүгә булған кеше өсөн ситенерәк яңғырай. Диңгеҙ уртаһындағы утрауҙағы кеүек йәшәп ятҡан Бүздәк башҡорттарының күңел торошо, үҙ-үҙҙәрен тойошо нисегерәк икән? Ысын башҡорт рухының тәрәнлеген тойомлап булырмы? Халҡым бөгөн милли рух, тел тип янғанда, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ солғанышында ҡал­ған Ҡаңны-Төркәй балаларында ниндәй рухиәт тәрбиәләнә икән? Ошо ҡыҙыҡһыныу алып килде лә инде беҙҙе мәктәпкә.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сираттағы матбуғат байрамы Мәләүездә үтте Яңылыҡтар, Мәҙәниәт, Башҡортостан

    Сираттағы матбуғат байрамы Мәләүездә үттеСараға көньяҡ төбәктәге туғыҙ район хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, почта хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар килгәйне.
    Фойела республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре үҙҙәренең гәзит-журналдарын күргәҙмәгә теҙеп һалды, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Күргәҙмәлә һәр баҫма үҙенең эш йүнәлеше, тематикаһы менән таныштырҙы. Сараның төп өлөшө эшлекле фекер алышыу булды.
    – Байрамдың Мәләүез ерендә үтеүе юҡҡа түгел, сөнки республика матбуғат баҫмаларын күпләп алдырып уҡыусылар тап ошо яҡтарҙа йәшәй һәм эшләй, – тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Батыр» – исеменә күрә есеме Яңылыҡтар, Сәләмәтлек, Иҡтисад

    Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙағы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында гел яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Уның тынғыһыҙ етәксеһе Урал Харисов төрлө спорт сараларын ойоштороп уҙғарғанда, үҫеп килеүсе быуынды һауыҡтырыуға ғына түгел, уларҙы тәрбиәләүгә лә ҙур әһәмиәт бирә. Уның ҡулы аҫтында эшләгән тырыш тренер­ҙар Ирек Мусин, Руслан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Дим Вәлиевтың тәрбиәләнеүселәре шуға ла спортта юғары уңыштарға өлгәшә, уҡыуҙа ла һынатмай, тәртип боҙоусылар рәтендә лә йөрөмәй. Яңыраҡ берҙәмдәр, егәрлеләр коллективы тағы ла бер еңеү яуланы. Беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй «Арена» милли конкурсының һөҙөмтәләре буйынса, Өфөнөң «Биатлон» һәм Асҡарҙың «Батыр» комплекстары Рәсәйҙең спорт һәм ял өсөн иң өлгөлө ҡоролмалары тип танылды.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә» Яңылыҡтар

    Ысындан да, һүҙле, йырлы, моңло инде ул был яҡтар!.. Теге донъяның һис кем күрмәгән ожмахы менән һаташып йәшәмәгеҙ – ул ошонда, иркен яландар, сауҡалыҡтар, йүкәлектәр, тонйораған күлдәр, шәмдәй шыршылар араһында. Ошонда тыуған бер лаҡап хәтергә килә. Имештер, Хоҙай кешеләргә ер-һыу өләшә башлағас, башҡорт, әллә баҙнатһыҙланып, әллә оялсанлығынан, бәлки, бүтән сәбәптәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына һуңлаған. Тартыныуын еңеп, Мәүләгә өндәшһә, бар ер-һыу таратылып та бөткән икән. Ни хәл ҡылып ҡарарға? Ҡәүем хәтлем ҡәүемде бер ниһеҙ ҡалдырып булмай ҙа инде. Һәм Хоҙай башҡорттарға үҙенә тип ҡалдырылған ер-һыуҙы бирергә ҡарар иткән.
    Ысынлап ышаныуҙарынса, баш­ҡорт ерҙәре шуға күрә лә тауҙарға һәм урмандарға, йылға-күлдәргә бай.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әллә теләй, әллә юҡ Яңылыҡтар

    Рәсәй – бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәгән иң мөһим, ҙур илдәрҙең береһе.
    Билдәле булыуынса, ул был ойошмаға инеү өсөн 16 йыл буйына даими тырышты. 2004 йылда Рәсәй Европа Союзы менән сауҙа итеү тураһында килешеү ҙә төҙөгәйне. Алдан күҙаллауҙар буйынса, был килешеү глобаль ойошмаға инеүгә нигеҙ булырға тейеш ине.
    Әммә хәҙер Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы етәкселеге: «Рәсәйҙең беҙгә ҡушылырға ниәте юҡ», – тип хафалана башлаған. Илебеҙ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин былтыр Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия сауҙа ойошмаһына тик бергәләп һәм таможня союзы ғына булараҡ инәсәк, тип хәбәр итте. Ойошманың Генераль директоры Паскаль Лами әйтеүенсә, Путиндың был теләге ойошманың уставына бөтөнләй тап килмәй, өҫтәмә документтар ҡабул итеүҙе талап итә.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru