Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Электр транспортында яңы тарифтар индерелә Башҡортостан, Иҡтисад

    1 декабрҙән Өфөлә электр транспорты менән файҙаланыуға яңы тарифтар индереләсәк. Ҡала советы депутаттары кисә ошондай ҡарар ҡабул итте.
    Йәғни трамвайҙа йәки троллейбуста йөрөү хаҡы бер айҙан туғыҙ һум торасаҡ, пластик карта буйынса йөрөү – һигеҙ һум, ә багаж хаҡы – алты һум. Тарифтарҙы үҙгәртеү буйынса сара электр транспорты эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн күрелә. Волга буйы федераль округындағы башҡа ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда, Өфөлә электр транспортында йөрөү хаҡы иң түбәне булып ҡала. Мәҫәлән, Ырымбурҙа – 10, Пензала, Ульяновскиҙа — 8, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа – 9 һум, Ҡаҙанда – 10, Һамарҙа һәм Пермдә – 12 һум. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙҙән тарифтарҙы 15 һумға тиклем күтәрергә йыйыналар.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Әсәлек даны” миҙалы – тағы ла 60 әсәгә Яңылыҡтар, Башҡортостан

    “Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла күп балалы 60 әсә бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаларын уларға БР Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тапшырҙы.
    Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән күп балалы әсәләр араһында берәүһе генә булманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, бының сәбәбе ҙур ихтирамға лайыҡ – Баҡалы районынан Людмила Пигина ғаиләһендә түҙем­һеҙлек менән ошо көндәрҙә тыуасаҡ алтынсы баланы көтәләр.
    Республика йортонда күп балалы әсәләр һикһәненсе тапҡыр йыйыла һәм 4000-дән ашыу әсә был миҙал менән бүләкләнгән.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кәрәкле мәғлүмәтте Интернет аша ла алырға була Яңылыҡтар, Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев Рәсәйҙең федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе С. Васильев менән осрашыуҙа бөгөн иң тәү нәүбәттә хәл ителергә тейешле мәсьәләне – күсемһеҙ мөлкәт өлкәһендәге документтар әйләнеше процедураһын камиллаштырыу проблемаһына баҫым яһаны.
    Башҡортостан Республикаһы һәм Федераль теркәү хеҙмәте «Мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында» килешеүҙе ҡул ҡуйыуға әҙерләй. Осрашыу барышында С. Васильев, йыл һайын теркәү хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән республика халҡының күпселегенә реестрҙарҙан күсермә талап ителә, һөҙөмтәлә Теркәү палатаһында ҙур-ҙур сираттар барлыҡҡа килә, ә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һәм белешмәләрҙе өйҙә үк, йәғни Интернет аша ла алып була, тине.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шишмә районы тотороҡло үҫешә Башҡортостан, Милли проекттар

    Республика Президенты Мортаза Рәхимов «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә экстракция цехын асыуҙа ҡатнашты.
    Унда Англиянан килтерелгән юғары технологиялы ҡорамал ҡуйылған – ул тәүлегенә 500 тонна көнбағыш һәм рапс орлоғон эшкәртеү мөкинлеген бирәсәк. Киләсәктә бында сит ил ҡорамалы менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ та асырға уйлайҙар.
    Президент акционерҙар йәмғиәтенең киләсәктә үҫеш пландары һөйөндөрөүен билдәләне. Сөнки июлдә бында «Альфа Лаваль» швед компанияһы менән тәүлегенә 200 тонна үҫемлек майын рафинациялауҙың тулы циклы буйынса линияны киләһе йылдың сентябрендә үк сафҡа индереү буйынса килешеү төҙөлгән. Ә 2012 йылда сәғәтенә 10 мең шешәгә май тултырыуға һәләтле яңы линияны сафҡа индереү ҡарала.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанда 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн үҫтереү – ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе. Ошо маҡсат­ҡа ярашлы республикала "Үҙ йортом" программаһы буйынса Өфө районының Жуков, Шамонин, Дорогин ауылдарында йыл аҙағына тиклем тағы ла 1000-гә яҡын йорт файҙаланыуға тапшырылыр­ға тейеш. Тиҙҙән унда йәшәгән халыҡты транспорт менән тәьмин итәсәктәр – Өфө һәм “Үҙәк баҙар” туҡталышы маршруты буйынса автобус хәрәкәте булдырыласаҡ. Киләсәктә республика программаһы буйынса Йоматау, Алексеевка, Базилевка эргәһендәге майҙандарҙа йорттар төҙөлә башлаясаҡ. Был тағы ла 2,5 мең шәхси йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ тигәнде аңлата.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәйәхәткә сыҡҡың килһә... Яңылыҡтар

    Сәйәхәткә сыҡҡың килһә... Бер көн халҡыбыҙ байрамдарын барлап ултырғанда, ҡаҙ өмәләре иҫкә төштө. Уйлап ҡараһаң, мәшәҡәтле генә эште лә күмәкләп еңел атҡарып була икән. Етмәһә, уйын-көлкөгә лә ваҡыт бүленә. Көйәнтәләргә һимеҙ ҡаҙ түшкәләре аҫып йылғаға барыуҙары ни тора! «Өмәгә еткергәнсе, ай-һай, бик тырышырға кәрәк бит ул», – тиерһегеҙ. Әлбиттә, тырышмайынса бер ниндәй эш тә уңышлы башҡарылмай. Ҡаҙ һурпаһы эсеп кинәнер өсөн байтаҡ борсолорға, бәпкәләргә тейешле хәстәрлек күрһәтергә кәрәк.
    Ҡариҙел районында йөрөгәндә ҙур булмаған Байҡы йылғаһы аша сығып барабыҙ. Унда ап-аҡ ҡаҙҙар ҡойона. Бер иллеләгән барҙыр. Көр генә күренәләр былай. Ҡыҙыҡһыныу көслө булды: яҡында урынлашҡан Хәлил ауылына инеп, был ҡош-ҡорттоң кемдеке икәнен белештек. Зәбирә менән Зөфәр Ғәлихановтарҙыҡы, тинеләр.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Беҙҙең атайыбыҙ, тормош иптәшем, ҡартатайыбыҙ был тормоштағы барлыҡ уңыштарға, хөрмәт-ихтирамға үҙ көсө менән лайыҡ булған кеше. Ғүмер юлында ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осрамаһын, түбәнлектәрҙән өҫтөн булып, үҙ баһаһын төшөрмәй, уларҙы еңеп, был донъяла лайыҡлы йәшәй белә.
    Яҡын кешебеҙ – үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән педагогик хеҙмәт ветераны. Юлдыбай мәктәбе директоры вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләне ул. Атайыбыҙ эшләгән осорҙа педагогик коллектив һәр ваҡыт ал­дынғы булды. Ике йыл рәттән күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнде.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шишмә районы тотороҡло үҫешә Яңылыҡтар

    Республика Президенты Мортаза Рәхимов «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә айыртыу цехын асыуҙа ҡатнашты.
    Унда Англиянан килтерелгән юғары технологиялы ҡорамал ҡуйылған – ул тәүлегенә 500 тонна көнбағыш һәм рапс орлоғон эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Киләсәктә бында сит ил ҡорамалы менән йыһазландырылған ҡаҙанлыҡ та асырға уйлайҙар.
    Президент акционерҙар йәмғиәтенең киләсәктә үҫеш пландары һөйөндөрөүен билдәләне. Сөнки июлдә бында «Альфа Лаваль» швед компанияһы менән тәүлегенә 200 тонна үҫемлек майын рафинациялауҙың тулы циклы буйынса линияны киләһе йылдың сентябрендә үк сафҡа индереү буйынса килешеү төҙөлгән. Ә 2012 йылда сәғәтенә 10 мең шешәгә май тултырыуға һәләтле яңы линияны сафҡа индереү ҡарала.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru