Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • Енәйәт һәм яза
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • “Әсәлек даны” миҙалы – тағы ла 60 әсәгә Яңылыҡтар

    “Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла күп балалы 60 әсә бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаларын уларға БР Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тапшырҙы.
    Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән күп балалы әсәләр араһында берәүһе генә булманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, бының сәбәбе ҙур ихтирамға лайыҡ – Баҡалы районынан Людмила Пигина ғаиләһендә түҙем­һеҙлек менән ошо көндәрҙә тыуасаҡ алтынсы баланы көтәләр.
    Республика йортонда күп балалы әсәләр һикһәненсе тапҡыр йыйыла һәм 4000-дән ашыу әсә был миҙал менән бүләкләнгән.
    – Республикала һуңғы дүрт ай эсендә тыуым кимәле артты, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Бөрйән районында был күрһәткес ике тапҡырға артығыраҡ.
    БР Президенты ҡулынан наградаларҙы алғанда һәр әсә республика башлығына улар хаҡында хәстәрлек күреүҙәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығында – яңы етәксе Яңылыҡтар

    Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы вазифаһына 43 йәшлек Илгиз Садиҡов тәғәйенләнде. Яңы вазифаһын милиция полковнигы 23 октябрҙә үтәй башланы, быға тиклем өс йыл буйына ул Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән.
    Илгиз Камил улы Садиҡов 1966 йылдың 9 октябрендә Учалы ҡалаһында тыуған. 1990 йылда — Һарытау юғары хәрби химик һаҡлау инженер училищеһын, 2006 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының юридик факультетын тамамлаған.
    1990 – 1999 йылдарҙа РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт үтә. 1999 йылдың мартында ЮХХДИ бүлеге начальнигы урынбаҫары – Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең теркәү-имтихан төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдың октябрендә район бүлегенең тыл тәьминәте буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары була. 2003 йылдың апрелендә – ошо уҡ эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы. 2006 йылдың июнендә Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кәрәкле мәғлүмәтте Интернет аша ла алырға була Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев Рәсәйҙең федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе С. Васильев менән осра­шыуҙа бөгөн иң тәү нәүбәттә хәл ителергә тейешле мәсьәләне – күсемһеҙ мөлкәт өлкәһендәге документтар әйләнеше процедураһын камиллаштырыу проблемаһына баҫым яһаны.
    Башҡортостан Республикаһы һәм Федераль теркәү хеҙмәте «Мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында» килешеүҙе ҡул ҡуйыуға әҙерләй. Осрашыу барышында С. Васильев, йыл һайын теркәү хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән республика халҡының күпселегенә реестрҙарҙан күсермә талап ителә, һөҙөмтәлә Теркәү палатаһында ҙур-ҙур сираттар барлыҡҡа килә, ә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һәм белешмәләрҙе өйҙә үк, йәғни Интернет аша ла алып була, тине. Был проблема Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә хас, тип белдерҙе ул.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Электр транспортында яңы тарифтар индерелә Яңылыҡтар

    1 декабрҙән Өфөлә электр транспорты менән файҙаланыуға яңы тарифтар индереләсәк. Ҡала советы депутаттары кисә ошондай ҡарар ҡабул итте.
    Йәғни трамвайҙа йәки троллейбуста йөрөү хаҡы бер айҙан туғыҙ һум торасаҡ, пластик карта буйынса йөрөү – һигеҙ һум, ә багаж хаҡы – алты һум. Тарифтарҙы үҙгәртеү буйынса сара электр транспорты эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн күрелә. Волга буйы федераль округындағы башҡа ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда, Өфөлә электр транспортында йөрөү хаҡы иң түбәне булып ҡала. Мәҫәлән, Ырымбурҙа – 10, Пензала, Ульяновскиҙа – 8, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа – 9 һум, Ҡаҙанда – 10, Һамарҙа һәм Пермдә – 12 һум. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙҙән тарифтарҙы 15 һумға тиклем күтәрергә йыйыналар.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Әллә теләй, әллә юҡ

    Рәсәй – бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәгән иң ҙур илдәрҙең береһе.
    Ул был ойошмаға инеү өсөн 16 йыл буйына тырышты. 2004 йылда Рәсәй Европа Союзы менән сауҙа итеү тураһында килешеү ҙә төҙөгәйне. Алдан күҙаллауҙар буйынса, был килешеү глобаль ойошмаға инеүгә нигеҙ булырға тейеш ине.
    Әммә хәҙер Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы етәкселеге: «Рәсәйҙең беҙгә ҡушылырға ниәте юҡ», – тип хафалана башлаған. Илебеҙ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин былтыр Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия сауҙа ойошмаһына тик бергәләп һәм таможня союзы ғына булараҡ инәсәк, тип хәбәр итте. Ойошманың Генераль директоры Паскаль Лами әйтеүенсә, Путиндың теләге ойошманың уставына бөтөнләй тап килмәй, өҫтәмә документтар ҡабул итеүҙе талап итә.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Сергей Васильев менән осрашты. Һөйләшеү барышында Федераль һәм төбәк дәүләт теркәүе хеҙмәттәре араһында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү өлкәһендә документтар әйләнеше системаһын камиллаштырыу саралары ҡаралды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан Республикаһы менән Федераль теркәү хеҙмәте араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдимен хупланы,
    яҡтар фекеренсә, документ граждандарҙың кәрәкле мәғлүмәт алыу процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә» Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Красноусол» шифаханаһы ойошторолоуға – 85 йыл

    Ысындан да, һүҙле, йырлы, моңло инде ул был яҡтар!.. Теге донъяның һис кем күрмәгән ожмахы менән һаташып йәшәмәгеҙ – ул ошонда, иркен яландар, сауҡалыҡтар, йүкәлектәр, тон­йораған күлдәр, шәмдәй шыршылар араһында. Ошонда тыуған бер лаҡап хәтергә килә. Имештер, Хоҙай кешеләргә ер-һыу өләшә башлағас, башҡорт, әллә баҙ­натһыҙланып, әллә оялсанлығынан, бәлки, бүтән сәбәптәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына һуңлаған. Тартыныуын еңеп, Мәүләгә өндәшһә, бар ер-һыу таратылып та бөткән икән. Ни хәл ҡылып ҡарарға? Ҡәүем хәтлем ҡәүемде бер ниһеҙ ҡалдырып булмай ҙа инде. Һәм Хоҙай башҡорттарға үҙенә тип ҡалдырылған ер-һыуҙы бирергә ҡарар иткән.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Батыр» – исеменә күрә есеме Яңылыҡтар » Спорт

    «Батыр» – исеменә күрә есеме
    Күптән түгел Мәскәү ҡалаһындағы тантанала «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексының директоры Урал Харисовҡа коллективтың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүен раҫлаған Почетлы диплом тапшырылған

    Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙағы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында гел яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Уның тынғыһыҙ етәксеһе Урал Харисов төрлө спорт сараларын ойоштороп уҙғарғанда, үҫеп килеүсе быуынды һауыҡтырыуға ғына түгел, уларҙы тәрбиәләүгә лә ҙур әһәмиәт бирә. Уның ҡулы аҫтында эшләгән тырыш тренер­ҙар Ирек Мусин, Руслан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Дим Вәлиевтың тәрбиәләнеүселәре шуға ла спортта юғары уңыштарға өлгәшә, уҡыуҙа ла һынатмай, тәртип боҙоусылар рәтендә лә йөрөмәй. Яңыраҡ берҙәмдәр, егәрлеләр коллективы тағы ла бер еңеү яуланы. Беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй «Арена» милли конкурсының һөҙөмтәләре буйынса, Өфөнөң «Биатлон» һәм Асҡарҙың «Батыр» комплекстары Рәсәйҙең спорт һәм ял өсөн иң өлгөлө ҡоролмалары тип танылды.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru