Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сираттағы матбуғат байрамы Мәләүездә үтте Яңылыҡтар

    Сираттағы матбуғат байрамы Мәләүездә үтте
    Ҡала һәм район халҡы республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре менән аралашты

    Сараға көньяҡ төбәктәге туғыҙ район хакимиәте башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, почта хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар килгәйне.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәү берәгәйле булһын ине Башҡортостан

    Бүздәк районының берҙән-бер башҡорт мәктәбе балалары башҡортса баҫмаларҙан мәхрүм

    Бүздәк районында берҙән-бер башҡорт ауылы һәм шул ауылда райондағы берҙән-бер башҡорт урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар, тигән һүҙҙәр был яҡтарҙа тәүгә булған кеше өсөн ситенерәк яңғырай. Диңгеҙ уртаһындағы утрауҙағы кеүек йәшәп ятҡан Бүздәк башҡорттарының күңел торошо, үҙ-үҙҙәрен тойошо нисегерәк икән? Ысын башҡорт рухының тәрәнлеген тойомлап булырмы? Халҡым бөгөн милли рух, тел тип янғанда, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ солғанышында ҡал­ған Ҡаңны-Төркәй балаларында ниндәй рухиәт тәрбиәләнә икән? Ошо ҡыҙыҡһыныу алып килде лә инде беҙҙе мәктәпкә.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр хәрәкәтенә ҙур өмөт бағлана Яңылыҡтар

    Баш ҡалала Республика йәштәр хәрәкәте форумы үтте

    Сараның маҡсаты – Башҡортостан төбәктәрендә йәштәр хәрәкәте эше үҫешенә йомғаҡ яһау, 2010 йылға пландар билдәләү. Форумға ҡала-райондарҙың йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре, урындарҙағы координация советы ағзалары, Республика йәштәр хәрәкәте составына ингән балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары вә­килдәре килгәйне.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлгә ашырыусылар Яңылыҡтар

    Иртәгә – Суд приставы көнө

    2009 йылдың 8 сентябрендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Суд приставы көнөн булдырыу тураһындағы 1019-сы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, беҙҙең илдә Суд приставтары федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы – Суд приставы көнө булдырылды. Ул хәҙер йыл һайын 1 ноябрҙә билдәләнәсәк.

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ай күрҙе, ҡояш алды Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ай күрҙе, ҡояш алды
    Иртәгә шағир Рәшит НАЗАРОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл

    Бала саҡтан ергә түгел, йәшем
    Йөрәгемә тамды.
    Һәм әрнетеп, ут шикелле, шунда
    Мәңге дөрләп ҡалды.

    (Р. НАЗАРОВ. «Илһамым»).

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ноябрь (Ҡырпағай) Башҡортостан » Юбилейҙар

    Юбилейҙар

    1 – шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит НАЗАРОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл (1944 – 2006).
    20 – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәлихйән ӘФЛӘТҮНОВҠА – 60 йәш (1949).
    21 – БАССР-ҙың халыҡ артисы Муллаян СӨЙӘРҒОЛОВҠА – 75 йәш (1934).
    23 – РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВҠА – 50 йәш (1959).
    27 – композитор Илдар ХИСАМЕТДИНОВҠА – 50 йәш (1959).
    29 – башҡорт яҙыусыһы, киң танылған төркиәтсе, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Абдулҡадир ИНАНДЫҢ тыуыуына – 120 йыл (1889 – 1976).

    авторы: Альбина | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтын ҡулса – алтын сәйәхәт Яңылыҡтар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    Алтын ҡулса – алтын сәйәхәтТыуған төйәгебеҙҙең ғәжәйеп гүзәл булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ял итеүселәрҙе республикаға ылыҡтырырлыҡ, уларға күрһәтерлек тәбиғәтебеҙ, тарихи, мәҙәни һәйкәлдәребеҙ һәм ҡомартҡыларыбыҙ бик күп. Һуңғы осорҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, был индустрияға инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеге лә юҡҡа ғына билдәләнмәй. Ҡырағай туризмға юл ҡуймағанда, был өлкәне табышлы итеп ойошторорға мөмкин, тиелгәйне БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә ҡағылышлы ойошторолған күсмә ултырышында. Күптән түгел «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» проекты буйынса автоуҙыш ойоштороу был йүнәлештә әһәмиәтле сара булды.
    8 октябрҙән алып дүрт көн дауам иткән автоуҙышта 14 кеше ҡатнашҡан. Улар дүрт автомобилдә алтын ҡулсаға ингән маршрут буйынса бер нисә район аша тәбиғәттең хоҙур мөйөштәренә, тарихи ҡомартҡыларға, рухи-мәҙәни һәйкәлдәргә бай урындар буйынса барлығы 1500 саҡрым­ға яҡын юл үткән.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Болан һымаҡ елә, тиҙәр, үтә икән хатта машинаны... Конкурстар, Башҡортостан

    Марал – боландарҙың бер төрө. Был уның урыҫса исеме лә булып тора. Ә беҙ тик болан ғына тип йөрөтәбеҙ, ниндәйҙер төркөмсәләргә бүлгеләмәйбеҙ.
    Мышынан ул боғаҙында «алҡа»һы һәм аяғындағы аҡ төҫө булмауы, ә ҡойроҡ өлөшөндә, киреһенсә, ағы булыуы менән айырыла. Үгеҙҙәрҙең мөгөҙөндә «көрәге» лә юҡ. Буй оҙонлоҡтары 200 сантиметрға етә. Бейеклектәре – 120 – 150 см. Ҙур хайуанҡайҙарҙың төҫө йәйен – һарғылт-һоро, ҡышын һорғолт ерән.
    Марал ҡышын бесән эҫкерттәре тирәһендә ашап кинәнһә, йәйен ағас һәм ҡыуаҡ ботаҡтары, төрлө үләндәр менән хушһына.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru