Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өс һөйләм менән
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яман шеш, талпан, сысҡан биҙгәге... Сәләмәтлек

    Республикабыҙҙа ла, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, онкологик ауырыуҙарҙың үҫеш тенденцияһы күҙәтелә. Һандар телендә алһаҡ, 100 мең кешегә 277,9 сирле тура килә. Рәсәйҙә был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – 345,3 кеше. Айырыуса, үпкә рагы киң таралған, артабан – күкрәк, өсөнсө урында тиреләге яман шеш килә.
    Белгестәр билдәләүенсә, күкрәктәге яман шеш иң аҙғын ауырыуҙар иҫәбендә. Донъя буйынса алһаҡ, йыл һайын миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙҙа әлеге сир асыҡлана. Рәсәйҙә иһә бер йыл эсендә яҡынса 45 мең гүзәл затҡа әлеге ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Тәүҙә «Рәсәйҙә өс кеше «сусҡа киҙеүе»­нән һәләк булған» тигән мәғлүмәт таралғайны. Әммә хәҙер шул асыҡланды – был вирустан илдә ике кеше һәләк булған. Өсөнсө ауырыу һалҡын тейҙереүҙе күтәрә алмаған. һәләк булғандарҙың икеһе лә Байкал аръяғынан, береһе тиҙҙән әсә булырға йыйын­ған булған.
    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Байкалда 251 кеше A/H1N1 киҙеүен йоҡторған. Бигерәк тә Читала хәлдәр ҡатмарлы.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлаевсылар ҡыҙҙы Яңылыҡтар » Спорт

    Ниндәй ҡыҙғаныс... Үҙ майҙаныңда ҡунаҡтарға бер шайба ла индерә алмай, 0:6 иҫәбенә отолсо әле. Мәсхәрәнән көйәрмәндәре төн йоҡламай сыҡҡандыр инде. «Атлант»ты әйтәм. Улар юлаевсыларҙан үҙ майҙанында шул иҫәпкә ҡыйратылды бит. Нишләйһең, һуңғы уйындарҙа үҙ уйынын табып алған «Салауат Юлаев» хоккейсыларын туҡтатыуы, моғайын, ауырҙыр. Күҙәтеүебеҙсә, Вячеслав Быковтың командаһында уйынсылар бер-береһен аңлай башланы, буғай. Был бик мөһим. Ғөмүмән, быйылғы беренселек бик көсөргәнешле булмаҡсы. Хәҙер көсһөҙ командалар юҡ. Һәр береһенән сюрприз көтөргә мөмкин. МВД клубын ғына алайыҡ. Составында әллә ни көслө уйынсылары ла юҡ, ә һөҙөмтәһе бар. «Нефтехимик» менән «Барыҫ» командалары ла, тигеҙ уйын күрһәтеп, лидерҙар араһына тығылмаҡсы.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Көндәр һыуығайтыу сәбәпле, был аҙнала баш ҡалала йәшелсә йәрминкәләре тамамлана. Ноябрҙә ит менән сауҙа итеү башланасаҡ. Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, быйыл төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар былтыр­ғы кимәлдән 20-30 процентҡа түбәнерәк булған.

    Һауа шарттарының үҙгәреүе һәм температураның ҡырҡа түбәнәйеүе сәбәпле, БР буйынса ЮХХДИ хеҙмәте автомобилистарға яҡын көндәрҙә юлға сығыуҙан тыйылып тороуҙы үтенеп мөрәжәғәт итте. Инспекторҙар автомобиль хужаларына йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыларына алмаштырырға кәңәш итә. Юлда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә, тиҙлекте арттырыу тыйыла.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш тә, аҡыллы ла, һәләтле лә Яңылыҡтар, Мәғәриф

    Уҡыусының төп бурысы – тырышып уҡыу. Ә бының өсөн хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Хан һарайындай матур, яңы мәктәптәр, иркен, яҡты бүлмәләр, өр-яңы техник ҡорамалдар, Интернет ... Өҫтәүенә, тырышып уҡыуыңды район, ҡала хакимиәте етәкселеге, Президент кимәлендә баһалап та торһалар, ниңә тырышмаҫҡа ти?! Шишәмбе көнө Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған, иң тырыш, иң һәләтле уҡыусылар ғына йыйылды. Уларға Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырылды. Баш ҡала мәктәптәре һәм гимназияларынан барлығы ете уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына, тағы ла 20 уҡыусы һәм музыка, һынлы сәнғәт мәктәптәренең 20 тәрбиәләнеүсеһе Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөтәһе өсөн дә отошло Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡорт дәүләт аграр университетының «Башаҡ» махсуслашҡан студент отряды республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында әүҙем эшләй. Яңыраҡ улар өсөнсө хеҙмәт семестры тамамланыуын билдәләне. Студенттар башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап ҡына ҡалмай, киләсәккә пландар ҙа ҡорҙо. Йәштәрҙе тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов та килде. Башҡортостан хужалыҡтарында эшләүсе студенттар бер йәй эсендә генә әллә күпме файҙа килтереп өлгөрә. Улар ауыл хужалығы культураларын үҫтереү-йыйыуҙа, төҙөлөштә, техниканы монтажлау, ремонтлауҙа ҡатнаша.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырлы-моңло фестиваль Иғтибар, Мәҙәниәт

    31 октябрҙә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Башҡорт йыры» фестивале үтәсәк
    Йыл да уҙғарылып, матур бер йолаға әүерелгән был сара быйыл да ысын мәғәнәһендә йыр майҙанын хәтерләтәсәк. Эстрадабыҙҙың билдәле йырсылары – Фидан Ғафаров, Ғәзим Ильясов, Радмир Туйсин, Гөлсөм Бикбулатова, Гүзәл Әхмәтова, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лилиә һәм Фәдис Ғәниевтар, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Зилә һәм Хәсән Усмановтар үҙҙәренең моңло ла, хисле лә йырҙарын тамашасыға бүләк итәсәк. «Каруанһарай», «Ант», «Далан», «Изге ай» төркөмдәренең ялҡынлы ла, күңелле лә сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
    «Моң» студияһы тәҡдим иткән йыр фестивале киске сәғәт 7-лә башлана. Концертҡа рәхим итегеҙ, дуҫтар!

    А. ИСМӘҒИЛЕВ

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Айбар» саҡыра, «Айбар»... Яңылыҡтар, Иғтибар, Мәҙәниәт

    «Айбар» саҡыра, «Айбар»...Баш ҡаланың Конгресс-холында «Айбар» башҡорт клубы эшләй башлауы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ. Эйе, эйе, аҙнаның һәр шәмбе кисе был мөһаббәт бина үҙенә башҡорт йәштәрен йыя. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәрҙең бергә тупланыр, аралашыр, фекер алышыр, күңел асыр урыны – ул «Айбар».
    Әйтергә кәрәк, был дискотека бейеү майҙаны ғына түгел. Башҡорт көй-моңдарына, эстрада йырсылары сығышына ҡушылып өйрөлөүҙән тыш, йәштәр араһында төрлө уйындар, конкурстар үткәреү ҙә ҡаралған. Ошо шәмбе үтәсәк дискотеканы DJ Хан алып барасаҡ. Унда киләһе киске уйынға саҡырыу билеттары ла уйнатыласаҡ. Йәштәрҙең яратҡан йырсылары – Диана Ишниязова, Радик Юлъяҡшин, Сәйҙә Ильясова, «Ант» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһап, барыһының да күңелен күрәсәк.
    Шулай итеп, «Айбар» башҡорт клубына рәхим итегеҙ, йәштәр!
    А. ТАЙМАҪОВ.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru