Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Тантана
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Йәштәр көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡышты кем килтерә? Конкурстар, Башҡортостан

    Быйылғы ҡыш ғәҙәттәгенән күпкә һуңланы. Тышта инде аҡъюл башы, ә ҡар һаман яумай ҙа яумай. Күптән яланғасланып ҡалған ағастар, Ҡыш бабайын һағынып, уның ҡасан иңбаштарына аҡ шәл ябырын көтә-көтә моңайышып тора. Йәшеллектең үҙе генә түгел, эҙе лә ҡалмаған. Шул сәбәпле, көндәр ярайһы ғына матур тороуға ҡарамаҫтан, ҡырға ынтыла һалып бармаған мал-тыуар, маҙа килтереп, кәртә-ҡура тирәһендә урала. Уралмаҫ ине, бушап ҡалған туғайҙарҙа теленә эләгер үлән әҫәре юҡ. Уның ҡарауы, иртә яҙҙан морон төртөргә тейешле үҫемлектәр – бәпембә, үгәй инә үләне, хатта аҡсәскә менән алмағас та, мәлһеҙ сыуаҡҡа алданып, сәскә атырға маташа. Маташа ғынамы, ана, күҙ ҡыҫҡандай йылмайышып ултыралар. Мөғжизәнең бындайы тәбиғәттә йөҙ йылға бер генә була, тиҙәр. Тимәк, беҙ уны күреп ҡалыуыбыҙ менән бәхетле.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙ килмәнек бында ғәйеп өсөн... Хәтер, Сәйәсәт

    «Беҙ килмәнек бында ғәйеп өсөн...Утыҙ етенсе йылдың егерме етенсе декабре ине. Бер тоҡ сохарый киптереп, шуны он итеп тартып, шәкәр ҡуштыҡ та, атайға төрмәгә алып барҙыҡ. Йәнәһе лә, атайыбыҙ ас йөрөмәһен, һыу ҡушыр ҙа, өйрә итеп эсер, туҡлыҡлы булыр, тигән булдыҡ.
    Алып ҡалдылар ауыҙыбыҙҙан өҙөп әҙерләгән аҙығыбыҙҙы. Ә атайыбыҙҙы ғазаплап, ун икенсе ғинуарҙа уҡ атҡан булғандар икән. Атайыбыҙ, ни ҡәҙәре өҙгөләнмәһен, тыуған ерен ҡайтып күрә алманы, шуныһы бигерәк үкенесле...
    Маһира әбейҙең яҡындарының хәсрәтле яҙмышы тураһында беҙгә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, халҡыбыҙҙың рухлы улы Иштимер ағай Ғүмәров хәбәр иткәйне. Бер ғәйеп­һеҙгә тотош ғаиләләре менән һөргөнгә һөрөлгәндәрҙең исемдәре ерҙә ятып ҡалмаһын, улар хаҡында яҡташтары хәбәрҙар булһын, тип Амангилдегә саҡырҙы ул.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә – ҡәҙерҙәрен бел генә! Тормош юлдары ҡатмарлы, Милли проекттар, Сәйәсәт

    Һуңғы ваҡытта тотош донъяла үҙ-үҙеңә ҡул һалыу күренеше йыш күҙәтелә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында йыл һайын миллионға яҡын кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙ ирке менән был донъянан китә. Илебеҙҙә ул, әйтергә яраһа, ғәҙәти хәлгә әүерелде. Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәй суицидтар һаны буйынса “алдынғы” илдәрҙең береһе булып ҡала. Йылдан-йыл ғүмерҙәрен ҡыйыусылар һаны беҙҙә яҡынса 1,5 тапҡырға арта. Суицид айырыуса үҫмерҙәр араһында популяр. Заман афәте йәш ғүмерҙәрҙе һуғыш һәм енәйәткә ҡарағанда ла күберәк алып китә. Баймаҡ районында ла был проблема, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, киҫкен тора.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә» Сәләмәтлек, Башҡортостан

    «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә»Ысындан да, һүҙле, йырлы, моңло инде ул был яҡтар!.. Теге донъяның һис кем күрмәгән ожмахы менән һаташып йәшәмәгеҙ – ул ошонда, иркен яландар, сауҡалыҡтар, йүкәлектәр, тонйораған күлдәр, шәмдәй шыршылар араһында. Ошонда тыуған бер лаҡап хәтергә килә. Имештер, Хоҙай кешеләргә ер-һыу өләшә башлағас, башҡорт, әллә баҙнатһыҙланып, әллә оялсанлығынан, бәлки, бүтән сәбәптәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына һуңлаған. Тартыныуын еңеп, Мәүләгә өндәшһә, бар ер-һыу таратылып та бөткән икән. Ни хәл ҡылып ҡарарға? Ҡәүем хәтлем ҡәүемде бер ниһеҙ ҡалдырып булмай ҙа инде. Һәм Хоҙай башҡорттарға үҙенә тип ҡалдырылған ер-һыуҙы бирергә ҡарар иткән. Ысынлап ышаныуҙарынса, баш­ҡорт ерҙәре шуға күрә лә тауҙарға һәм урмандарға, йылға-күлдәргә бай. Ер аҫты хазиналары тураһында әйтеп тә тораһы түгел.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аш менән атҡанға таш менән атмайҙар Әҙәбиәт » Хикәйә

    БЫЙЫЛ көҙгө һыуыҡтар бик һуң башланды, шунлыҡтан, ниңә һаман йылы бирмәйҙәр икән, тип «мыжыусылар» ишетелмәне: октябрҙең 15-тәренә һыуыҡтар ҙа төштө, бер үк ваҡытта өйҙәр ҙә, төрлө учреждениелар һәм ойошмалар ҙа йылынды. Ғөмүмән, республикабыҙ етәкселеге һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының объекттарҙы һәм йылытыу системаһын көҙгө-ҡышҡы осорға алдан уҡ әҙерләй башлау хәстәрлеген күреүе арҡаһында Башҡортостанда йыл да өшөп ултырыусылар юҡ.
    – Йылытыу миҙгелен ябыу һәм киләһе ҡышҡа әҙерлек мәсьәләләре беҙҙә майҙа уҡ Хөкүмәт кимәлендә ҡарала һәм пландар билдәләнә.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оҙатып ҡалды күк Урал... Башҡортостан, Хәтер

    Оҙатып ҡалды күк Урал...Петровское ҡалаһында украиндар менән берлектә Башҡорт атлылары скверын асыу ҡала өсөн ҙур ваҡиға булды тип әйтергә кәрәк. Шулай булмай ни! Скверҙа ағас ултыртыуҙа ҡала мәктәбе уҡыусылары ҡатнашҡан, йәмәғәт ойошмалары, ветерандар советы ла ярҙамға килгән. Берҙәм эш бәрәкәтле, тиҙәр, шуға ла барыбыҙ өсөн был урындың яуҙа һәләк булған Миңлеғәле Шаймора­товтың һәм ул етәкселек иткән башҡорт атлыларының изге рухын һаҡлаусы буласағына шик юҡ. 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тыуған иленә аҙаҡҡаса тоғро булыуын һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәүен иҫбатланы – командирлыҡ оҫталығы, ахырҙа, ҡаны менән. Батырҙарса һәләк булғандан һуң да уға һаманғаса төрлө сәбәптәр арҡаһында дәүләтебеҙҙең юғары наградаһы – Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәүе генә үкенес.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Олег Долгополов РФ-ның баш суд приставы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде Яңылыҡтар

    Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Нижегородка өлкәһе буйынса идаралығының элекке етәксеһе, яҡташыбыҙ Олег Долгополов РФ-ның баш суд приставы Артур Парфенчиковтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Олег Долгополов 1959 йылдың 8 июнендә Өфөлә тыуған. 1984 йылда БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә. 1-се класлы дәүләт юстиция советнигы.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ Башҡортостан, Мәғәриф

    БР Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев етәкселегендәге Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның ултырышында, балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәт алыуын иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлек муниципалитеттар етәкселеге менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнешендә башҡарылырға тейеш, тиелде. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында Рәсәйҙә 13366 юл-транспорт ваҡиғаһы 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында булған.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru