Һыу бешеү менән май сыҡмай, һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ураҙа байрамы менән!
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юлдарыбыҙ имен булһын! Яңылыҡтар

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң кесе залында Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеүгә ҡағылышлы закондарҙың үтәлешенә арналған парламент тыңлауҙары үтте. Был юлы шәхси маршрут автобустары һәм еңел таксиҙар тарафынан пассажирҙар ташыуҙы тормошҡа ашырыу һәм ойоштороуҙа закондарҙың үтәлешен тикшереү һөйләшеүҙең төп темаһы булды. Сөнки көндәлек тормошта ябай ғына ҡағиҙәләрҙең дә үтәлмәүе тураһында етерлек мәғлүмәт тупланғайны.
    Ултырышта юлдарҙа автомобиль көсөргәнеше артҡандан-арта барыуы билдәләнде.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат байрамы – һәм Илеш ерендә Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Матбуғат байрамы – һәм Илеш ерендәОшондай уҡ байрам Илеш ерендә лә үтте, шунлыҡтан район мәҙәниәт йортонда, килгән ҡунаҡтарҙан тыш, ерлектә йәшәгән халыҡ та шығырым тулы булды. Мәҙәниәт йорто байрамса төҫ алған ине. Фойела республика гәзит-журналдары һәм район баҫмаларының сағыу күргәҙмәһе ойошторолған. Бушлай таратылған гәзит һәм журналдар, календарҙар, буклеттар, шулай уҡ баҫма вәкилдәре менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшә-аралаша алыу халыҡтың һәр баҫмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттырҙы. Илеш район почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ойошторған подписка кампанияһын уңышлы үтте тип иҫәпләргә була, сөнки уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, пенсионерҙар, һәр гәзит-журналды ҡулына тотоп ҡарап, эстәлеге, дизайны, авторҙары менән таныш­ҡандан һуң үҙҙәренә оҡшаған баҫмаларға түбәнерәк хаҡ менән яҙылыу мөмкинлеген файҙаланыр­ға тырышты.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нисек ял итәбеҙ? Яңылыҡтар » Иғтибар

    Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге байрамы ял көнө тип иғлан ителә. Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 19 ноябрендәге 1436-сы ҡарары менән 27 ноябрь – Ҡорбан байрамы ял көнө тип билдәләнә. Шишәмбе, 3 ноябрь һәм кесе йома, 26 ноябрь, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында 4, 27, 28, 29 ноябрь байрам көндәре иҫәпләнә.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Матбуғат байрамы – Өфө районында Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Матбуғат байрамы – Өфө районында Өфө районының Алексеевка ауылында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостандың Журналистар союзы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторған Матбуғат байрамы үтте.
    Унда “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар пред­приятие­һы филиалы – БР Федераль почта элемтәһе идаралығы вәкилдәре, республика гәзит һәм журналдары, ҡала, берләшкән һәм район киң мәғлүмәт саралары редакторҙары, Бөрө һәм Благовещен ҡалалары, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө, Шишмә райондары хакимиәттәре вәкилдәре, мәктәп директор­ҙары, балалар баҡсалары, элемтә бүлексәләре мөдирҙәре ҡатнашты.

    авторы: admin | 29 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәтте нығытыу буйынса 165 сара үткәрелгән. Уларға төрлө конференция, музыкаль ижад конкурс-фестивалдәре инә. Йыл һайын ойошторолоп килгән «Туғанлыҡ» төрки телле халыҡтар фестивале, башҡорт-татарҙарҙан тыш, чечендар, тажиктар, дағстандар, әзербайжандар һ.б. берҙәм ҡатнашҡан «Науруз» байрамы ла ошо иҫәптә.
    Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән сит ил граждандары һаны, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 22 мең кешегә кәмерәк. Бөгөн республикала 32374 сит ил кешеһе иҫәпләнә. Беҙгә килеүселәр һаны һиҙелерлек әҙәйгән, ә шул уҡ ваҡытта төбәктән ситкә китеүселәр һаны артҡан.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һауығыр өсөн тормошто яратығыҙ! Сәләмәтлек

    Ауырырға Хоҙай ҡушмаһын, тип, булған һаулығыңа шөкөранә итерһең, бөгөнгө геройыбыҙҙың башынан үткәндәрен тыңлап. Әммә үҙен йәлләүҙе һис кенә лә үҙһенмәй ул. «Мине йәлләмәгеҙ, әгәр ҙә инде һуң булып, табиптар операция эшләүҙән баш тартһа, ысынлап та, йәлләткес, хатта ҡурҡыныс булыр ине. Ә мине фәрештәләрем үҙҙәре ҡотҡарҙы. Ҡатмарлы операция кисереп, ауырыу­ҙың нимә икәнен дә оноттом», – ти ул үҙе был хаҡта. Шуға күрә ауырыуға бирешмәйенсә, һауығырға көс табып, ҡатмарлы сирҙе еңгән ҡатын кисергәндәр, бәлки, сиргә һабышҡан, һауығыуға өмөтөн юғалтҡан кешеләргә йыуаныс булыр, күңелдәренә ышаныс

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йоҡоғоҙ тәмле булһын! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Йоҡоһоҙлоҡ, йоҡламай таң аттырыу... Был турала күпме хисле шиғыр, музыкаль альбомдар ижад ителгән. Ә бына татлы йоҡоға талырға теләп тә, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн был бер ҙә романтика түгел, ә оло проблема. Айырыуса, көҙгө айҙарҙа йоҡоһоҙлоҡ интектерә. Ә насар йоҡлау, йоҡо туймауы, иммунитетты ҡаҡшатыу менән бер рәттән, төрлө хроник сирҙәрҙе киҫкенләштерә.
    Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кешегә үҙен яҡшы тойоу өсөн уртаса һигеҙ сәғәт йоҡо кәрәк. Шулай ҙа йәште, нервы системаһын һәм йәшәү рәүешен иҫәпкә алып, йоҡоға талап төрлөсә лә булырға мөмкин. Керпек тә ҡаҡмай таң аттырған, ете төн уртаһында ла күҙҙәрендә йоҡоноң әҫәре лә булмаған, йә биш минут һайын уяныуҙы фәнни телдә инсомния тип йөрөтәләр. Ул нисек барлыҡҡа килә һуң?

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Поездағы ваҡиға Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Поезд ҡуҙғалып китте. Плацкарт вагонға билет алғас, аҫҡы урынға эләгеүемә ҡыуанысымдың сиге булманы. Тәҙрә янындағы урын ике кешелек кенә булғас, миңә, уйҙарыма сумып, уның аша ҡарап барыу уңайлы ине. Юл оҙон – бер тәүлектән генә Мәскәүгә барып етәсәкмен.
    УЙҘАРЫМДЫ рәткә һалайым, тип тышҡа баҡтым. Тик, киреһенсә, улар тарҡалды ла китте. Беҙҙең Башҡортостандың тәбиғәте һоҡланғыс шул. Ана, көмөштәй ялтырап, күл ята; ҡарҙан әрселеп бөтмәгән тау битләүҙәре йәйелгән, ҡарағай, ҡарағас, шыршы ағастары тәҙрә эргәһенән «йүгереп үтә». Ә алыҫтағы ҡайындар, әйтерһең дә, мәктәпкә йыйылған уҡыу­сылар. Өҫтәренә аҡлы-ҡаралы кейем кейгәндәр ҙә, ҡулдарын болғай-болғай нимәлер һөйләйҙәр.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru