Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тик яҡшылыҡты ғына Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бик күпте белгән аҡыл эйәһе танышына:
    – Беҙ ултырған ошо бүлмәне яҡшылап ҡара һәм күк төҫтәге әйбер­ҙәрҙе иҫеңдә ҡалдырырға тырыш, – ти. Ә бүлмәлә күк төҫтәге әйбер­ҙәр бик күп була. Шулай ҙа ир уларҙы тиҙ иҫендә ҡалдыра. Ә аҡыл эйәһе уға:
    – Хәҙер күҙҙәреңде йом да зәңгәр төҫтәге бөтә әйберҙе һана! – ти.
    Теге аптырап ҡала һәм, асыуланып: «Мин бит һинең ҡушыуың буйынса тик күк төҫтәге әйберҙәргә генә иғтибар иттем, ә башҡа төҫтәргә ҡараманым», – ти.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге йорттан нурҙар бөркөлә Яңылыҡтар

    Изге йорттан нурҙар бөркөләБР Яҙыусылар союзы урынлашҡан бина Өфөнөң иҫтәлекле урындарының береһе һанала. Был йорт – дәүләт һағына алынған архитектура ҡомартҡыһы ла. Элек ул Өфө байҙарының береһенеке булған, һуңынан бында коммуналь торлаҡ урынлаш­ҡан, ә ҡайтанан планлаштырылғандан һуң йорт әҙәбиәтселәр ҡарамағына тапшырылған.
    Ҙур ижади берләшмәнең юбилейы уҙған Конгресс-холл ысын мәғәнәһендә яҙыусылар йыйынын хәтерләтә ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәш быуын ижадсыларынан алып оло йәштәге әҙиптәрҙең осрашып һөйләшеү үҙәгенә әүерелде был мөһабәт бина.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем кемлеген күрһәт Яңылыҡтар » Спорт

    УҘҒАН турҙа «Салауат Юлаев» хоккейсылары Санкт-Петербургта үҙ дивизионы лидерҙарының береһе – урындағы СКА командаһы менән осрашты. Уйын бик көсөргәнешле үтте. Сөнки, нисек кенә булмаһын, ике команда ла, көслө, тәжрибәле уйынсылар менән тулыланып, Гагарин кубогына төп дәғүәселәр булып һанала. Тағы килеп, быға тиклем улар­ҙың икеһе лә төп ваҡытта өсәр тапҡыр еңелеп, был йәһәттән дә күрһәткестәре тигеҙ була. Һәм бына ошо осрашыуҙа кемдең нимәгә торошло икәне иҫбатланды ла инде. Дөйөмләштереп әйткәндә, өфөләр дәғүәсенән күпкә көслөрәк күренде. Голдары ла урынлы булды. Быны уйындан һуң СКА хоккейсылары үҙҙәре лә раҫланы. Шулай итеп, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, Көнбайыш конференцияһы лидерын 5:3 иҫәбенә отоп, дүртенсе уйында рәттән матур еңеү яуланы.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған туғанға... дошман?! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Аптырарлыҡ хәлдәр була тормошта: ҡайһы саҡ атайға – ул, ағайға ҡусты дошманға әйләнә. Улай ғына ла түгел, хатта үҙ-ара һуғыш, бер-береңде ҡаты яралау осраҡтары байтаҡ. Ошондай бер ваҡиға Стәрлетамаҡта ла теркәлә. Ағалы-ҡустылы йәш егеттәрҙең ыҙғышы береһе өсөн дауаханала тамамлана.
    Витя кесе йәштән үк ғауғасыл, ғәҙәти тел менән әйткәндә, хулиган булып үҫә. Малайҙар араһындағы бер генә ыҙғыш-һуғыш та унһыҙ үтмәй, ә бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә ул даими «ҡунаҡ» була. Шуға ла 2006 йылда Витяға шартлы срок бирелеүенә берәү ҙә аптырамай. Киләһе йылда, сираттағы уғрылығында тотолоп, ул рәшәткә артына эләгә.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тоҙаҡ Әҙәбиәт » Хикәйә

    Рәзинә йоҡоһонан арып, йонсоп килеп уянды. Инде нисәнсе йыл ошо бер үк төш уның быуынын алып, ҡара тиргә төшөрөп, йөрәген дарһылдатып типтереп, кешелектән сығарып ҡуя. Ҡасан ҡотолор икән ул ошо төштәренән, ҡасан һиллектә генә баҫылып йәшәй башлар икән? Күптән оноторға ваҡыт бит инде, ни тиһәң дә, ун йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән ул күңел тыныслығын юйҙырып, ҡобараһын осор­ған, йоҡоһоҙ ҡалдырған хәлгә. Юҡ, һәүетемсә генә йәшәргә ирек бирмәй, өнөндә лә, төшөндә лә артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп тик йөрөгән һымаҡ йөҙҙәре сирыл­ған, әрләшкән-һуҡранған апайҙар... Һуҡранырлыҡ та булды шул. Сөнки Рәзинә, бирәсәген бирә алмай, уларҙы ғына түгел, үҙен дә күпме интектереп, янған уттарға һалды. Инде муйынын элмәккә тығам тигәндә, ярай, ағаһы менән еңгәһе ярҙам ҡулын һуҙҙы.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көләмәстәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш ир осраша. Береһе хәсрәтле тауыш менән:
    – Әй, мин әйтәм, ваҡыттың үтеүе. Шул тиклем шәп аға бит. Яңы ғына өйләнгәйнем кеүек, бына улыма туғыҙ йәш булып киткән, – ти.
    – Бәй, был бик яҡшы ла һуң, – ти икенсеһе, – үҙеңә ярҙамсы булыр. Ниңә уның өсөн ҡайғыраһың?
    – Мәктәпкә бирергә онот­ҡанбыҙ бит...

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Майҙанға иң көслөләр Яңылыҡтар » Спорт

    Майҙанға иң көслөләрСтәрлетамаҡ физик культура институты спорт комплексына республиканың иң көслө көрәшселәре йыйылды. Был милли көрәш буйынса турнирҙы БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Милли көрәш федерацияһы һәм Стәрлетамаҡ физик культура институты ойошторҙо.
    Милли көрәш Башҡортостанда киң билдәле. Бындай ярыштар төрлө тамашасыны йыя. Батырҙар алышы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Көрәш шуныһы менән дә ҡыҙыҡ: уның элементтары самбо кеүек башҡа ярыштарҙа ла ҡулланыла. Донъя, Европа, ил беренселектәренең даими уҙғарылғанын иҫәпкә алһаҡ, билбаулы көрәштең киләсәге ышаныслы.

    авторы: admin | 27 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртән бер хаҡ, кисен - икенсе Башҡортостан, Иҡтисад

    Баҙарҙа хаҡтар аҙнаһына ғына түгел, көнөнә лә бер нисә тапҡыр үҙгәрергә һәләтле. Шуға ла иртән 300 һум торған тауыҡтың йәкшәмбе кис 150 һум ғына тороуы ла бик мөмкин. Ә беҙ Үҙәк баҙарҙа ялдар башланып ҡына торғанда, көндөң тәүге яртыһында йөрөйбөҙ, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәт күренһә лә аптырарға түгел. Бынан тыш, баҙарҙа һатыулашыу кәрәк, билдәләнгән хаҡта туҡталып ҡалыу дөрөҫ түгел.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа 23 октябргә ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru