|
 |
|
 Башҡорт гимназияһы был яҡтың бер ғорурлығы икән. Унда райондың иң алдынғы уҡыусылары ғына белем ала. Ҡасандыр бында Азамат Юлдашбаев директор булып эшләп тә киткән. – Мәрйәм Бураҡаеваның (эйе, шул үҙе, яҙыусы, 15 йыл элек ул юллап астырған был белем усағын) ни тиклем алдан күрә белә алыу һәләтен бөгөнгө заман иҫбатланы. Ҡарағыҙ әле, йән башына ҡарап финанслау теорияһы арҡаһында ҡайһы бер мәктәптәр туғыҙ йыллыҡҡа әйләнгәндә, балалар урамда ҡалманы. Ейәнсурала ул еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы, уҡыусылар хан һарайындай гимназияның ишеген асып үтте лә китте. Бына ҡайҙа ул гимназия асыу зарурлығы. Заманында, кәрәкмәй, тип ҡаршы төшөүселәр юҡ түгел ине бит. Республика етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте, урындағы хакимиәттең уңышлы атҡара белеүе тип тә аңларға кәрәк был аҙымды, – Азаматтың һүҙҙәре был. Хан һарайы, тигәне дөрөҫ. Мәктәбе лә, ятағы ла яңы һәм заманса гимназияның. Шарттар ҡала фатирыныҡынан һис тә кәм түгел. Йыуыныуы, бәҙрәфе эстә икәне аңлашылды, хатта керҙе «Индезит»та ғына йыуалар. Телевизор, мебелдәре затлы, артыҡ затлы. |
|
|
 |
«Аяҙлана ир-егеттең рухы Арғымаҡта бәйге сапҡанда» |
Башҡортостан |
|
 Ғәбитовтың ҡәтғи талапсанлығы, әйткән һүҙен мотлаҡ бойомға ашыра алыу һәләте хатта легенда рәүешен ала башлағайны. Ошо уңайҙан Күгәрсендә булған бер хәлде ғибрәт итеп тә, мәрәкәгә алып та һөйләйҙәр. Район хужаһы бер колхоз етәксеһенә йәй башмаҡтар торор лапаҫты йәһәтерәк ҡорорға ҡуша икән. Тегеһе һаман һуҙа. Шулай, айлы төндәрҙең береһендә Ғәбитов өс улы менән теге ҡоролманы рәтләп тә ҡуя. Колхоз рәйесенең был хәлдән һуң кәйефен күҙ алдына килтереүе ауыр, әммә атай кеше юл ыңғайы уландарына ла һабаҡ бирә: белгәнгә, йәнәһе, бер һүҙ етергә тейеш. Их, Бөрйән!.. Илем күкрәгенә һыйынып йәшәүсе бер йән инде һин! Тарихын бәйән итәм тиһәң, осона сыҡмаҫ, матурлығын һүрәтләйем тип баҙнат итһәң, һүҙ етмәҫ атайсал. Ошо тарафты күп мәртәбә күреүем, ир-егеттәре менән таныш булыуым, торараҡ туғанлыҡ тамырҙарын үреүем менән мин дә сикһеҙ ғорурланам. Һуңғы ишарам, әлбиттә, Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовҡа ҡағыла. |
|
|
|
Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланырға бер тур алдынан, Татарстандың «Рубин» командаһы йәнә чемпионлығын иҫбатлап, икенсе йыл рәттән ҙур уңышҡа өлгәште. Һуңғы тур уға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай. Сөнки «Рубин»ды ҡыуып етергә маташҡан Мәскәүҙең «Спартак» футболсылары, әлеге турҙа ЦСКА-ға 2:3 иҫәбенә отолоп, әҙ генә булған мөмкинлеген дә юғалтты. Шулай итеп, «Рубин» – чемпион, «Спартак» иһә көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнде. Ә бына бәхетле өсөнсө урын өсөн әле көрәш буласаҡ. Уға хатта ЦСКА уйынсылары ла дәғүә итә. Тик бында өҫтәрәк килеүселәрҙең нисек уйнауы йоғонто яһаясаҡ. Әйтәйек, «Зенит» менән «Локомотив»тың бронзаға өмөтө ҙурыраҡ.
|
|
|
|
Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланырға бер тур алдынан, Татарстандың «Рубин» командаһы йәнә чемпионлығын иҫбатлап, икенсе йыл рәттән ҙур уңышҡа өлгәште. Һуңғы тур уға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамай. Сөнки «Рубин»ды ҡыуып етергә маташҡан Мәскәүҙең «Спартак» футболсылары, әлеге турҙа ЦСКА-ға 2:3 иҫәбенә отолоп, әҙ генә булған мөмкинлеген дә юғалтты. Шулай итеп, «Рубин» – чемпион, «Спартак» иһә көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнде. Ә бына бәхетле өсөнсө урын өсөн әле көрәш буласаҡ. Уға хатта ЦСКА уйынсылары ла дәғүә итә. Тик бында өҫтәрәк килеүселәрҙең нисек уйнауы йоғонто яһаясаҡ. Әйтәйек, «Зенит» менән «Локомотив»тың бронзаға өмөтө ҙурыраҡ. |
|
|
|
 Хоҙай Тәғәлә хаҡына ҡорбан салыу, Ҡорбан ғәйете көнө – мосолмандарҙың иң ҙур байрамы. Был көнгә тиң бер ниндәй ҙә байрам юҡ һәм булмаясаҡ та. Ҡорбан ғәйете фәһемле, мәғәнәле булыуы менән бөтә мосолмандар өсөн дә ҡәҙерле. Ҡөрьәндә: «Үҙегеҙҙе барлыҡҡа килтереүсе өсөн доға ҡылығыҙ һәм ҡорбан салығыҙ, Ул һеҙҙән ҡәнәғәт булһын», – тип әйтелгән. Имам Ғаззали: «Изге ваҡытты үткәреп ебәргән кеше, ваҡытында баҙарға сыҡмаған һатыусы кеүек үк, теләгәнен ала алмаҫ, файҙа күрмәҫ», – тип яҙып ҡалдырған. Бында ҡорбанды ваҡытында салырға кәрәклеге тураһында һүҙ бара. Ҡорбан байрамы алдынан туғандар менән осрашыу, үлгәндәрҙең ҡәберен барып тәрбиәләү – сауаплы эш. Вафат булған яҡындарың өсөн хәйер биреү, уларҙы матур итеп иҫкә алыу ҙа һәйбәт. Шулай уҡ Ҡорбан ғәйете алдынан кешеләр йортонда бер бөртөк тә сүп-сар, бысраҡ ҡалдырмаһын. |
|
|
|
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым! Донъяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Әсәнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ҡыйын ваҡыттарҙа ышаныслы таяныс һәм ҡалҡан булып тора. Башҡортостан Республикаһында әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлештәре иҫәпләнә. Беҙҙә төрлө ҡатын-ҡыҙҙар учреждениелары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр әүҙем төҙөлә, яңы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары асыла. Күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә, улар өсөн беҙҙә өҫтәмә льготалар һәм пособиелар билдәләнгән. |
|
|
|
Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда «Йәшлек»тең төрлө конкурстар иғлан итеүе матур йолаға әйләнгән. Улар араһында әле бер ҡасан да булмаған өр-яңылары, ҡасандыр «Йәшлек» гәзите иғлан итеп, хәҙер башҡа баҫмалар тарафынан әүҙем күтәреп алынғандары ла бар. «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурстарын да беренселәрҙән булып «Йәшлек» гәзите иғлан иткәйне. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән уҡыусылар тотош синыф, мәктәп менән баҫмабыҙға яҙылып, үҙҙәрен әүҙем, дуҫ, татыу, өлгөлө коллектив итеп бөтә республикаға танытты. Ә беҙ иһә яңынан-яңы дуҫтар табып, һәләтле уҡыусылар, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар менән танышыуыбыҙға һөйөндөк. |
|
|
|
|
|