Булдыҡһыҙ балтанан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Үҙ тарихында яңы күрһәткес
» Аманатҡа юҡ хыянат
» «Хәүефһеҙлек тураһында бер фажиғ&# ...
» Эшләйһе лә әле әшләйһе
» Немец тракторҙары беҙҙә сығарыласаҡ ...
» Бөтөр-бөтмәҫ боевиктар



СИР СИГЕНӘ БАШЛАНЫ Яңылыҡтар
«Йәшлек», Өфө дарыуханаларына рейд яһап, вирусҡа ҡаршы препараттарҙан да бигерәк марля битлектәр булмауы тураһында яҙып сыҡҡайны инде. Ошо көндәрҙә махсус комиссия ҡаланың 21 дарыуханаһында тикшереү үткәргән. Тикшереү барышында марля битлектәрҙең ни бары бер дарыуханала ғына һатылыуы асыҡланған.
Комиссия шулай уҡ дарыу хаҡтарының күтәрелеүенә лә иғтибар иткән. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев билдәләүенсә, «Арбидол» ҡаланың муниципаль дарыуханаларында 214 һум торһа, коммерция дарыуханаларында был препарат күпкә ҡиммәтерәк. Башҡа дарыуҙар менән дә шул уҡ хәл.
Шуныһы күңелде йыуата, ОРВИ һәм киҙеү сире тотороҡлана, ауырыусылар һаны кәмеүгә табан бара. Дауалау учреждениеларына көн һайын яҡынса ике мең самаһы кеше мөрәжәғәт итә. Әлеге көндә 14926 кеше дауалана, 36 меңе һауыҡҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, һалыуҙы ауыҙлыҡларға вакцина ярҙам иткән. Бөгөн баш ҡала халҡының 24 процентына прививка эшләнгән. Предприятиеларҙа был күрһәткес 60 – 70 процент самаһы тәшкил итә.
Иң күп ауырыуҙар Өфөлә, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Иглин, Салауат, Шишмә райондарында теркәлгән. Баш ҡалала ауырыу күрһәткесе үткән аҙнала – 23, ә республикала һуңғы тәүлектә18 про­центҡа кәмегән. Хөкүмәт тарафынан ҡәтғи талап ҡуйылһа ла, ҡайһы бер райондарҙа халыҡты киҙеүгә ҡаршы дарыуҙар менән тәьмин итеү тейешле кимәлдә ойошторолған тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Әлшәй районында мең кешегә 120 ҡап дарыу тура килһә, Әбйәлилдә ни бары – 2,3 ҡап. Бүздәк, Ауырғазы райондары, Благовещен, Салауат, Октябрьский ҡалалары ла ошо исемлеккә инә.

Р. НУРИСЛАМОВА.
 (голосов: 0)
авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хөкүмәт рәйесе миҙгел сирҙәрен ...
  • Дарыуҙар ҙа етерлек тә, битлектәр юҡ
  • Һыуыҡ сирҙе баҫып килә
  • Флюрография кабинеттары бушлай эшләй
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru