Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Банкылар күбәйә
» Изгелек менән яуызлыҡ
» Ҡәҙерле рухташым, моңдашым, серҙәш ...
» Әҙерлек юғары кимәлдә
» Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡар ...
» Йөрәк һыҙланыуы



Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

Ошо көндәрҙә «Родина» кинотеатрында «Кинококтейль» ҡыҫҡа метражлы кинофильмдарҙы күрһәтеүҙе ойошторҙо. Сара Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә үтте. Тамашасыларға кино оҫталарының, шулай уҡ Рәсәй, Европа киномәктәптәрен тамамлаусыларҙың һәм студенттарҙың эштәре тәҡдим ителде.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшаһмановҡа татар актеры һәм режиссеры Дамир Сиражиев исемендәге премия тапшырылды. Ул был премияға театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәте, татар һәм башҡорт театрҙарының ижади эшмәкәрлеген нығытыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булды. Был юғары бүләккә төрлө йылдарҙа Рәсәй кимәлендә киң билдәле режиссерҙар, актерҙар, драматургтар һәм театр тәнҡитселәре лайыҡ булған.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Башҡортостан батырҙары бил бирмәне Яңылыҡтар » Спорт

Башҡортостан батырҙары бил бирмәнеҺәр төрлө донъя, ил күләмендәге ярыш-бәйгеләрҙән яҡташтарыбыҙ еңеү менән ҡайтыуына күнегеп тә бөтөлгән. Тамара Танһыҡҡужина, Максим Чудов, Ксения Москвиналар ғына ни тора?! Йәш спортсыларыбыҙға ла ҙур өмөттәр бағлана. Ни тиһәк тә, 2009 йыл республика спорт һөйөүселәренә ярайһы ғына уңыштар алып килде. Үҙебеҙҙең милли көрәш буйынса беренселектәрҙә лә һынатманыҡ. Әйткәндәй, шундай алыштарҙың береһе декабрь баштарында Ҡаҙанда үткәйне. Рәсәй чемпионатына 36 төбәктән 350 көрәшсе йыйылды. БР Милли көрәш буйынса федерацияһы вице-президенты Вәкил Ильясов һүҙҙәренсә, Башҡортостан йыйылма командаһы үҙен лайыҡлы күрһәткән. Республиканың төрлө төбәктәрендә бил нығытҡан көрәшселәр дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын алып ҡайтты.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Аҡ кистәр – аҡ хистәр… Мәҙәниәт

3 – 5 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларына «Аҡ кистәр, аҡ хистәр» исемле ретро йырҙарҙан торған концерт бүләк итә. Иң яҡты дәүер йәшлеккә тура килә. Йәш саҡта һөйәбеҙ, һөйөләбеҙ, ғишыҡ утында янабыҙ. Ана шул тәүге һөйөү хистәрендә йырҙар ярала, мөхәббәт тойғолары йырҙарҙа сағыла. Ниндәй генә йыр булмаһын: тыуған илде данлаумы, тыуған ереңде һағыныумы – быларҙың барыһы ла һинең йәшлек хәтирәләре.
Беренсе мөхәббәт, күңелле йәшлек йылдары хаҡындағы матур, йөкмәткеле йырҙар «Аҡ кистәр – аҡ хистәр» концертында яңғыраясаҡ та инде. Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Фидан Ғафаров, Әлфиә Юлсурина, Әнисә Яхина кеүек күптән инде тамашасы һөйөүен яулаған билдәле артистарҙың сығышы күңелегеҙгә хуш килер.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
ҺЫНАУҘАРҒА ТҮҘӘ АЛДЫҠ! Сәйәсәт

ҺЫНАУҘАРҒА ТҮҘӘ АЛДЫҠ!Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үтеп барған йылға йомғап яһап, «Беренсе», «Рәсәй» һәм НТВ телеканалдарының һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Президент 2009 йылдағы ваҡиғаларҙы нисек күреүе, уларҙан сығып, ниндәй һығымталар яһауы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы.
– Илебеҙ өсөн йыл бик ҡатмарлы, һынылышлы булды. Халыҡҡа ла еңелдән тура килмәне. Йылдың иң мөһим һығымтаһы – беҙ көрсөккә ҡаршы тора алдыҡ, үҫеш дауам итте. Планетабыҙҙа ҡупҡан донъя финанс көрсөгән сығыу өсөн Рәсәй сағыштырмаса аҙ хаҡ түләне. Иң мөһиме – беҙ социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалдыҡ, халыҡ вәғәҙә ителәнгән социаль түләүҙәр менән тулыһынса тәьмин ителде. Пенсиялар арттырылған күләмдә түләнә башланы.
Былтыр инфляция күләме 13 процент тәшкил итһә, быйыл ул 9 процент тирәһе. Йыл бик ауыр башланды, әммә беҙ милли валютаның, банкыларҙың тотороҡлоғон тәьмин итә алдыҡ.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
ПЕНСИЯНЫ АЛДАН ТҮЛӘЙҘӘР Яңылыҡтар

2010 йылдың ғинуар айының пенсияһы, валоризацияны иҫәпкә алып, яңы күләм менән республикала – 26 декабрҙә, ә Өфөлә – 25 декабрҙә үк түләнә башланы. Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 – 4 ғинуарҙа таратылырға тейешле пенсия барлыҡ пенсионерҙарға ла алдан уҡ бирелә башлай. 2010 йылдың 5 ғинуарынан «Рәсәй почтаһы» пенсия һәм пособиеларҙы график буйынса таратасаҡ. Пенсияһы менән башҡа түләүҙәр бергә йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарға ғинуар айының пенсияһы Башҡортостанда билдәләнгән федераль социаль түләүҙең суммаһы иҫәпкә алынып түләнеләсәк.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Президент идаралығы кадрҙар резервына – тағы ла өс егет Яңылыҡтар

Рәсәй Президенты патронажындағы идаралыҡ кадрҙары резервына тағы ла 500 кеше индерелде. Яңы исемлектә Башҡортостандан өс вәкил – Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Рөстәм Рауил улы Дәүләтов, Рәсәй күсемһеҙ милектең БР буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов һәм БР Милли Банкы рәйесе Мәрҙәнов бар.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
ЯҢЫ ЙЫЛҒА ЯҢЫ АВТОМОБИЛДӘР МЕНӘН! Яңылыҡтар

Яңы йыл байрамы алдынан халыҡҡа бүләктәр таратыу, изгелек эшләү республикабыҙҙа матур йолаға әүерелде. Яңыраҡ ҡына Өфөлә физик мөмкинлеге сикләнгән 35 кешегә махсус автомобилдәр тапшырылды. Машина алыусылар республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан йыйылғайны.
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса социаль страховкалау фонды сараларына алынған был машиналар эш урынында, производствола ауыр тән йәрәхәттәре алған кешеләргә бирелде. Өр-яңы, бишенсе модель «Жигули» автомобилдәре беҙҙә инвалидтарға тәүге тапҡыр ғына тапшырылмай. 2001 йылдан башлап, республикала бөтәһе 715 кеше махсус машинаға эйә булған.
авторы: admin | 29 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 22 23 24  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru