Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һәнәре менән оло булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Абыныуҙар башҡа Яңылыҡтар » Спорт

    16 уйын рәттән ҡумтаһын байыта килгән «Салауат Юлаев» командаһы Новосибирскиҙа абынды. Урындағы «Себер» хоккейсылары көйәрмәндәренең хуплауы ярҙамында чемпионат лидерын 4:2 иҫәбенә отоп, финалдағылай ҙур шатлыҡ ки­серҙе. Быға тиклем дә өфөләр үҙ майҙанында уларға буллит серияһында еңелгәйне. Һәм бына йәнә уңышһыҙлыҡ. Шуға ла микән, өсөнсө үҙ-ара осрашыуға Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре Новосибирск ҡунаҡтарына ныҡлы әҙерләнеп ҡаршы сыҡты. Иҫәп өфөләр файҙаһына 6:1 тамамланды. Шулай итеп, беренселектең уртаса хәлле генә командаһы юлаевсыларҙан туғыҙ мөмкинлектән биш мәрәй тартып ала алды. Әлегә «Салауат Юлаев» уйынсылары 29 уйындан һуң 65 мәрәй туплап, лидерлыҡ позицияһын СКА-ға тапшырҙы.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лайыҡлылырға - бүләктәр! Башҡортостан

    Лайыҡлылырға - бүләктәр!Береһенән-береһе яғымлы, күңелдәре тулы һөйөү булған гүзәл заттар йы­йылғайны Конгресс-холл бинаһында билдәләнгән байрамға.
    Башҡортостан Республикаһы Прези­денты, залдағыларҙы тәбрикләп, әсәләрҙең иң ҙур хөрмәткә лайыҡ булыуын билдәләне.
    – Әсәләрҙең изге күңеле, һөйөү, наҙ тулы йөрәге күңелдәргә ышаныс өҫтәй, яҡты, матур эштәргә әйҙәй, – тине ул.
    Ысынлап та, әсәләргә ихтирам, хөрмәт менән ҡарау – барыбыҙҙың изге бурысы. Ә уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү – заман талабы. Хәйер, республикабыҙҙа әсәлекте, балалыҡты һәм ғаиләне хәстәрләүгә ҙур иғтибар бирелә. Биш һәм унан да күберәк бала тапҡан әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү, ишле ғаиләләргә түләнгән пособиелар, льготалар биреү, торлаҡ сертификаттары тапшырыу – быға асыҡ миҫал.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар һәм йәштәр баҫмаларын – һәр уҡыусыға! Башҡортостан

    30 ноябрҙән 6 декабргә тиклем республикала Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы үткәрелә. Уны БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ БР Мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора. Акцияның төп маҡсаты – балалар һәм йәштәр баҫмаларын, йәғни «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет», «Йәншишмә» гәзиттәрен, «Аҡбуҙат», «Аманат», «Әллүки», «Шоңҡар», «Тулпар» журналдарын пропагандалау, уҡыусы йәштәр араһында матбуғатҡа яҙылыуҙы
    әүҙемләштереү, баҫмаларҙы уҡыу мәҙәниәтен күтәреү.
    Ә сараның девизы – «Һәр уҡыусыға – берәр республика гәзите һәм журналы!»
    Акция сиктәрендә уҡыу йорттарында синыф сәғәттәре һәм дөйөм мәктәп саралары – викториналар, тематик кисәләр, уҡыусыларҙың журналистар менән осрашыуҙары планлаштырыла.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Өфө кинодокументалисы Мансур Йомағоловтың фильмы «Артдокфест - 2009» документаль автор киноһы Рәсәй фестиваленең конкурс программаһына һайлап алынған. Фестиваль 4 – 12 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк. Конкурс программаһында 450-нән ашыу картинанан һайлап алынған 21 фильм ҡатнаша һәм уның еңеүсеһе 12 декабрҙә иғлан ителәсәк.

    Бөгөндән Өфө ҡала электр транспортында юл йөрөү хаҡы 7 һумдан 9 һумғаса артасаҡ. Пластик транспорт картаһы булған пассажирҙар трамвай һәм троллейбустарҙа 8 һумға йөрөй аласаҡ. Ә Ҡаҙан, Екатеринбург, Пермь, Силәбе һәм Һамарҙа был транспорт төрөндә билет хаҡы 10 – 12 һум тора.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Собибор концлагерында эшләүсе һәм меңәрләгән кешенең үлемендә ғәйепләнеүсе Иван Демьянюкҡа ҡаршы суд эше башланды.
    89 йәшлек Иван Демьянюктың енәйәт эше буйынса барыһы 40 томлыҡ дәлил йыйылған. Ул Украинала тыуған, һуғыштан һуң Америкаға күсеп киткән. Собибор концлагерында 1942 йылдан 1943 йылға тиклем 250 мең йәһүд һәләк була. Тикшереүселәр фаразы буйынса, уларҙың 30 меңен юҡ итеүҙә Демьянюк шәхсән үҙе ҡатнашҡан. Архивта уның СС-ҡа эшләгәнен раҫлаусы танытмаһы табылған. Ул Собибор лагерын һаҡлаусылар исемлегендә теркәлгән була. «Беҙҙең ҡулда Демьянюктың язалауҙарҙа ҡатнашыуын туранан-тура раҫлаусы документтар юҡ, әммә уның лагерҙа надзиратель булып эшләүен, ә Собибор лагерының эшселәр лагеры түгел, ә үлем лагеры булғанын асыҡ беләбеҙ.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефтекама Матбуғат байрамына «нөктә» ҡуйҙы Яңылыҡтар

    Нефтекама дәүләт филармонияһында үткән сарала, республикабыҙҙың үҙәк баҫмаларынан тыш, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә һәм Тәтешле райондарынан вәкилдәр ҡатнашты. Матбуғат байрамында филармонияның фойеһында ғәҙәттәгесә бай һәм йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Ҡала-район хакимиәттәренән килгән вәкилдәр, почта бүлексәләре етәкселәре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был көндө, матбуғатҡа яҙылыу барышы менән танышып, киләһе йылға уҡыусыларҙы арттырыу сараһын күреү буйынса үҙ-ара фекер алышты. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаев Матбуғат байрамының әһәмиәте тураһында сығыш яһаны. Матбуғат баҫмаларының мөхәррирҙәре гәзит-журналдар менән яҡындан таныштырҙы һәм бөгөнгә яҙылыу кампанияһы нисек барыуына күҙәтеү яһаны.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шартлау... Сират поездарға еттеме? Яңылыҡтар

    27 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты менән киске 10-сы 25 минутта Октябрьский тимер юлының 284-се километрында, Новгород һәм Тверь өлкәләре сиктәрендә, Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа китеп барған 166-сы «Невский экспресс» пассажир поезының һуңғы ике вагоны рельстан төшөп китә. Улар үҙе артынан тағы ла ике вагонды һөйрәй. Авария сәбәбе – билдәһеҙ шартлатҡыс ҡоролманың шартлауы. Уның ҡеүәте яҡынса ете килограмм тротил эквиваленты тәшкил итә. Ҡоролма тартылған ептәге ғәҙәти граната принцибы буйынса шартлаған, йәғни уны кемдер ебенән тартып шартлатҡан. Белгестәр әйтеүенсә, шартлатҡыс төрлө ҡатнашманан – пластиттан, тротилдан, аммиак селитраһынан торған. Полиэтилен тоҡсайға һалынған ҡоролма поезд хәрәкәте йүнәлешендәге уң рельс аҫтына күмелгән булған.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төрки-башҡорт этногенезы мәсьәләһе Башҡортостан, Сәйәсәт

    8. Әҙәбиәт буйынса: башҡорт әҙәбиәте тибы менән көнсығыш әҙәбиәттәренә ҡарай. Уның та­мырҙары боронғо төрки әҙәби сығанаҡтарына барып тоташа. Боронғо һәм урта быуаттарҙа тематика, сюжет, мотивтарҙа шәрҡилек, дөйөм төркилек һыҙаттары ҙур урын тота. Жанрҙар системаһында, поэтикала, шиғыр төҙөлөшөндә ғәрәп-фарсылыҡ, төркилек уртаҡ билдәләре күп (Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 1-се том; Хөсәйенов Ғ. Быуаттар тауышы; Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы).
    9. Сәнғәт һәм һыҙмалар буйынса: боронғо хайуан календары. Боронғо хайуан (йыртҡыс) стиле. Таш һындар, балбалдар. Башҡорт тамғалары һәм Орхон-Йәнәсәй яҙмалары. Уралдағы тау-таш һыҙмалары, һүрәттәре.

    авторы: admin | 1 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru