Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Егеттәр өсөн шәп һөнәр Яңылыҡтар

    Егеттәр өсөн шәп һөнәрБашҡорт дәүләт университетының физика факультеты – иң ҙур факультеттарҙың береһе. Бында көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 1000-гә яҡын студент белем ала. Барлығы дүрт специальность буйынса белгестәр әҙер­ләйҙәр: «Физика», «Радиотехника һәм электроника», «Оптик бәйләнеш физикаһы һәм техникаһы», «Ер һәм планеталар физикаһы». Факультетта гео-физика йүнәлеше 1964 йылда асыла. Уға нигеҙ һалыусы – билдәле ғалим-геофизик Исаак Львович Дворкин. Ошо ваҡыт арауығында бында студент­тарҙы уҡытыу буйынса бай тәжрибә тупланған, үҙенә генә хас традициялары барлыҡҡа килгән, геофизиктар әҙерләүҙең критерийҙары һәм талаптары билдәләнгән. Кафедра мөдире, техник фәндәр докторы, профессор Рим Абдулла улы ВӘЛИУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ был специальностың үҙенсәлеге һәм әһәмиәте хаҡында.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыу йортон данлаған – данға күмелгән Шиғырҙар, Юбилейҙар

    Уҡыу йортон данлаған – данға күмелгәнБашҡорт дәүләт университетында «Триумфаль арка» премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Мәртәбәле премияға фәндә, уҡыуҙа, мәҙәниәттә, сәнғәттә, спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар, аспиранттар, студенттар лайыҡ булды.
    Был матур традицияға 2005 йылда нигеҙ һалына. Лауреаттар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Былтыр, мәҫәлән, 130 кеше премияға лайыҡ булһа, әле бүләкләнеүселәрҙең һаны 200-гә етте. Быйылғы тантана айы­рыуса иҫтәлекле, сөнки ул белем усағының 100 йыллығына арнала.
    – Башҡорт дәүләт университеты – Башҡортостан биләмәһендә төҙөлгән тәүге юғары уҡыу йорто. Уҡытыусылар институтын асыу мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Был ваҡиғаны ҙур сәйәси ваҡиғалар менән бер рәткә, хатта юғарыраҡ та ҡуйырға мөмкин, сөнки һүҙ цивилизацияны үҫтереү, интеллигенция вәкилдәрен әҙерләү тураһында бара, – тине БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов лауреаттарҙы тәбрикләп.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мин дә уны беләм... Яңылыҡтар

    «Йәшлек» гәзитенең 131-се һанында (10 ноябрь) Йәмил Буранғоловтың «Был хаталар ҡабатланмаһын» тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Автор олатаһы Ғиниәт Буранғолов тураһында яҙған. Мин дә уны беләм. 1931 йылда Ғиниәт Буранғолов Ҡауарҙынан 40 саҡрымда ятҡан Белорет районының Собханғол (Рәүәт) ауылына уҡытыусы булып килде. Ул өҫтөнә сәкмән, башына папаха, шул заманда бик һирәк осраған күҙлек кейеп йөрөй торғайны. Миңзифа исемле ҡатыны, Таңсулпан, Таңһылыу, Рауза тигән ҡыҙҙары бар ине. Был ғаилә бәләкәй генә бер йортта йәшәне, хужалыҡта бер аттан башҡа малдары булманы. Ауыл урман эсендә булғас, иген дә сәсмәй, уны Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран баҙарҙарынан барып алдылар. Ауыл халҡы баҙарға йөрөгәс, Буранғолов хаҡында ла ишеткән-белгәндер инде: уның мулла, ахун булып тирә-яҡтағы ауыл муллаларының эшен тикшерергә сыҡҡанда, кыран­дасҡа ат ектереп, дуғаға ҡуш ҡыңғырау тағып, күсер ултыртып сығып китеүен һөйләй торғайнылар.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем бөтмәй, юйылмай һәм серемәй Мәғәриф

    Белем бөтмәй, юйылмай һәм серемәйБашҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы асылыуға быйыл теүәл ун йыл тулды. Тотош Ғаләм, Ваҡыт күҙлегенән сығып ҡараһаң, күҙ асып йомған ғына ара ни бары, ә башҡарылған эштәр, уңыштар, еңеүҙәрҙе барлаһаң – үҙе бер китап яҙырлыҡ осор. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, етәксе йөгөн иңдәренә ышаныслы һалып, ныҡышмалы рәүештә уҡыу йортон алға әйҙәгән декан Зилә Рәхмәтуллинаның, студенттарҙы белем даръяһында ҡолас ташлап йөҙөргә өйрәткән, тормош һабаҡтарын биргән Алһыу Хәйруллина, Рафаэль Сиражетдинов, Нәфисә Сиражетдинова, Ирина Сәйфуллина һәм башҡа уҡытыусыларҙың, Розалия Заманова, Альбина Ғәлиева, Мөнир Ихсанов кеүек студенттарҙың тормошондағы сағыу биттәрҙе тәшкил иткән ярайһы арауыҡ.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем ул социаль хеҙмәткәр? Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Кем ул социаль хеҙмәткәр?Заман талабынан сығып, юғары уҡыу йорттарында әленән-әле яңы специальностар, йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе – «Социаль эш» специальносы. Яңы йүнәлештең Рәсәй вуздарына килеп инеүенә әле ун йыл да тулмаған, ә беҙҙең республикала иһә иң беренсе булып 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетында ошо йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә башлай. Яңы йүнәлешкә иҡтисад факультетында нигеҙ һалынһа, хәҙер ул философия һәм социология факультетына ҡарай. Яңы специальносҡа бәйле, 1996 йылда университетта «Социаль эш» кафедраһы барлыҡҡа килә. Әлеге көндә кафедраны социология фәндәре кандидаты, доцент Рәмил Миҙхәт улы Садиҡов етәкләй. Йәмғиәтебеҙҙә социаль өлкәлә эшләүсе махсус белемле белгестәргә ихтыяж ҙур һәм ул әлеге көндә иң кәрәкле специальностарҙың береһе булып тора.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды Башҡортостан, Сәйәсәт

    Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылдыСәйетбаба ауылы халҡы рухиәтендә борон-борондан инсафлылыҡ, ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ һәм башҡа күркәм сифаттар ныҡлы тамыр йәйгән.
    Рухи байлыҡ тигәндә, беҙ уның боронғо руханиҙарын, ғибәҙәтханаларын күҙ уңында то­табыҙ. Октябрь инҡилабына тиклем ауылыбыҙҙа биш мәхәллә булып, уларҙы электән эшләп килгән өс мәсет, һәм ауыл байҙары тарафынан, яңы мәсеттәр һалынғанға тиклем, бушлай биреп торолған ике ҙур йорт хеҙмәтләндергән.
    Ауылдың эшһөйәр халҡын рухи яҡтан тәрбиәләүҙә ишан-хәҙрәттәр, мулла-мәзиндәр, хәлфәләр, мөғәллимдәр, ә һуңынан инде хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ ифрат ҙур роль уйнаған. Әбйәлил ишан, Сирай хәҙрәт, йәғни Сиражетдин Фәхретдинов, Сабир хәҙрәт, Хәлил, Хәлим, Сәйфулла, Хатип муллалар, Әбйәлил мулла Сираев (Сиражетдин Фәхретдиновтың улы), Мөхәмәтша мулла Латипов һәм башҡа дин әһелдәре ауыл тарихында, халыҡ хәтерендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гиннестың рекордтар китабынан Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Гиннестың рекордтар китабынанМиллионерлы банк. Нью-Йорктың «Гольдмен Сачс» инвестиция банкы үҙендә иң күп миллионер эшләүе менән дан тота. 2001 йылда унда дөйөм милектәре 2,2 миллиард доллар тәшкил иткән 10 миллионер эшләй.

    Иң һуҙылыусан тире. Бөйөк Британияның Гарри Тернер исемле кешеһенең тән тиреһе 15,8 см-ға һуҙыла, имеш. Был батырлыҡ һөҙөмтәһе түгел, ә ирҙең сире арҡаһында. Тоташтырыусы туҡымалар функцияһы боҙолоп, һеңерҙәр, эске ағзалар, тире ҡаҡшай. Шунлыҡтан тиренең һығылмалылығы өсөн яуап биргән коллаген үҙ бурысын үтәй алмай һәм тире нескәрә, һуҙыла.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Техноген һәләкәттәр Ҡояш ғүмеренең тамамланыуы һөҙөмтәһеме?! Яңылыҡтар

    Техноген һәләкәттәр Ҡояш ғүмеренең тамамланыуы һөҙөмтәһеме?!Ер планетаһы бер ваҡытта ла тыныс ҡына йәшәмәгән. Һәр дәүерҙә, һәр осорҙа ла ул төрлө һәләкәттәрҙән зыян күрә. Ғалимдар фаразлауынса, киләсәктә лә аҙ булма­ясаҡ әле «күрәһеләре». Түбәндә ошо темаға бер ни тиклем байҡау һәм аңлатмалар.
    Донъяға билдәле Альп тауҙарының бейеклеге арта бара, имеш. Ғалимдар был процесты даими күҙәтеп тора. Быға сәбәпсе нимә тиһегеҙме? Әлеге лә баяғы шул глобаль йылыныу инде. Яңы компьютер тикшеренеү моделе күрһәтеүенсә, бер нисә йылдан алып меңдәрсә йылға тиклемге ваҡыт масштабында Ер өҫтө бер үҙенсәлекле шыйыҡлыҡ кеүек. Был моделде ғалимдар түбәндәгесә аңлата: ныҡ һуҙылмалы бал кеүек матдә өҫтөнә ауыр әйбер һалһаң, ул гравитация көсө есемде өҫтә тотоусы этәреү көсө менән тигеҙләшкәнгә тиклем төшәсәк. Предметты алыу менән шыйыҡлыҡтың кәмегән кимәле бер ни тиклем ваҡыт үткәс тергеҙеләсәк. Альп тауы менән дә шул уҡ хәл, ти ғалимдар. Боҙлоҡ ирей барыу менән тауҙар уларҙың ауырлығынан ҡотола һәм бик әкрен генә өҫкә күтәрелә. Бейегәйеү процесы бигерәк тә Көнбайыш Европаның иң бейек нөктәһе – француз Альптарында күҙәтелә икән.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru